Бесәй менән терпе дуҫлығы
Борон-борон заманда, зәңгәр диңгеҙ артында, ҡара урман эсендә йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың булған, ти, бик иркә генә ап-аҡ бесәйҙәре. Ул күберәк тышта йөрөргә ярата башлаған да хужалары уға асыуланып:
Сығып киткән, ти, Һороҡай. Эй бара ти, эй бара был. Бара торғас, оҙон юл үткән, энә ҡәҙәр ер киткән, ти.
Юлда уға бер терпе осраған. Улар дуҫлашып алып, бергә йәшәй башлағандар, ти.
Терпенең тылсымлы быяла шары булған икән. Берҙән-бер көндө ул бесәйгә:
Ә шар күрһәтә икән: әбейҙең йорт тирәләрен сысҡандар баҫҡан. Бесәй быны күреп түҙмәгән, терпе менән хушлашып, әбей менән бабай янына ҡайтырға булған. Быға терпе:
Былар икәүләп тиҙ арала сысҡандарҙы ҡырып һалғандар икән. Әбей менән бабай бик шатланғандар, бесәйҙәрен тиргәгәнгә үкенгәндәр. Әлбиттә, бесәй уларға асыу һаҡламаған. Терпе менән икеһе китергә булғандар. Тик терпе былай тигән:
Шул ваҡыттан алып, терпеләр ауылға хәл белергә килеп сыҡҡылай икән.
Илназ Мәрҙәнов,
Борай 2-се һанлы гимназияһы уҡыусыһы. Етәксе –Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева