+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Апрель 2023, 10:11

Әгәр мин уҡытыусы булһам...

Ҡапыл әйтелгән был тауыштан бер аҙға шаңҡып ҡалдым. Матур әкиәт барышында ҡурҡыныс дейеү килеп сығып, ауыҙынан ут бөрктөме ни!Бына берәм-берәм уҡыусылар урындарынан ҡуҙғала башланы. Мин дә уларға эйәрҙем. 

Әгәр мин уҡытыусы булһам...
Әгәр мин уҡытыусы булһам...

(Баласаҡ хәтирәһе)
Шатлығым эсемә һыймай-бөгөн осрашыуға барасаҡмын! Осрашыуҙың да ниндәйе бит әле- башҡаланан килгән яҙыусылар менән. Класс етәксебеҙ тәнәфестә:
-Яҙыусыларҙан автографтар алығыҙ, ғүмерлеккә иҫтәлек ҡалыр,- тине.
Мәктәптән ашығып ҡайттым. Тиҙ генә тамаҡ ялғап алғас китап магазинына йүгерҙем. Өйөбөҙҙән алыҫ ҡына ул. Һатыусы Рауза апай һәр ваҡыттағыса йылмайып ҡаршы алды.
-Ниндәй китаптар кәрәк был юлы?- тине ул. Мин яҙыусылар килерен, автограф өсөн китаптары кәрәклеген бер тынала һөйләп бирҙем.
Кәштәләр буйлап йөрөп, бер ҡосаҡ китап һайланыҡ.
-Осрашыу күңелле үтһен,-тип оҙатып ҡалды яғымлы Рауза апай.
Яҙғы йылы көн.Күңелемде тулҡынланыу ҙа, ҡыуаныу хисе лә биләп алған.
Бәй, шулай булмайса- ысын яҙыусылар менән күрешәсәкмен бит. Етмәһә, яҡындан күреү бәхете, ҡулъяҙмаларын алыу мөмкинселеге лә буласаҡ.
Ниндәй икән ул яҙыусы? Ул моғайын, башҡаларға оҡшамағандыр... Шулай булмаһа, китап һынлы китап яҙамы? Мин уҡыған мәктәп тә яҙыусы исемен йөрөтә ләһә. Эйе, эйе, ул беҙҙең мәктәптә уҡыған, һуғыш йылдарында эшләп тә киткән тип һөйләгәйне уҡытыусыбыҙ.
Уға арналған музей ҙа бар мәктәптә. Бер дәрестә уҡытыусыбыҙ шунда алып инде. Стеналарындағы һүрәттәрҙе, өҫтәлдәге экспонаттарҙы күреп иҫем китте. Музей бүлмәһе нисектер серле, хатта һауаһы ла икенсе төрлө кеүек тойолдо миңә.
...Байрамса кейенгән ағай-апайҙар, ҡыҙыл галстуклы уҡыусылар менән клуб эсе шығырым тулған. Бөтәһенең йөҙөндә тантана, шатлыҡ сағыла.
-Уҡыусылар, артҡы рәттәргә ултырығыҙ, ололарға урын бирегеҙ,- тине тәртип һағында торған завуч апай.
Бына көткән минуттар ҙа етте. Сәхнә түренән бер-бер артлы яҙыусылар урын алды.
Сараны алып барыусы ҡәҙерле ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Яҙыусыларҙың һөйләгәндәре артҡы рәттәргә яҙа-йоҙа ишетелһә лә, уларҙың һәр хәрәкәтен, ишара- һындарын йотлоғоп, мауыҡтырғыс фильм ҡарағандай күҙәттем. Их, яҙыусы булһаң ине ул...Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! Яҙыусы булып тыуырға кәрәктер. Ана бит, уларҙың һәлмәк аҙымы ла, ыҫпай кейеме лә үҙенсәлекле. Илһамланып шиғыр уҡыһындармы, мәрәкә һөйләп көлдөрһөндәрме – яҙыусыларға ғына хас тауыш, нәзәкәт...
Тәнәфес иғлан иткәс, бар кеше фойеға ағылды. Унда яҙыусыларҙың китаптарынан торған күргәҙмә ойошторғандар икән. Ҡай берәүҙәр автограф яҙҙыра ла башлаған. Мин дә яҙыусы ағайҙарҙың ҡулъяҙмаларын берәм-берәм ҡуйҙыртып сыҡтым.
Кисәнең икенсе өлөшө айырыуса ҡыҙыҡлы булырға оҡшаған. Сағыу милли костюмдарҙа һәүәҫкәр артистар күренгеләп ала, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү өсөн декорациялар әҙерләнә.
Шул ваҡыт завучтың ҡәтғи тауышы яңғыраны:
-Уҡыусыларға ҡайтырға! Бында һеҙгә түгел ололарға урын юҡ!
Ҡапыл әйтелгән был тауыштан бер аҙға шаңҡып ҡалдым. Матур әкиәт барышында ҡурҡыныс дейеү килеп сығып, ауыҙынан ут бөрктөме ни!
Бына берәм-берәм уҡыусылар урындарынан ҡуҙғала башланы. Мин дә уларға эйәрҙем. Ярым ҡараңғы зал буйлап шым ғына ишек яғына ыңғайланыҡ. Бер ҙә ташлап сыҡҡы килмәй бит әле, сәхнәгә төбәлгән кешеләргә көнләшеп ҡарайым. Күҙ ҡарашы менән залды байҡайым, берәй урын юҡмы икән?
Алдараҡ бер-нисә урындыҡтың буш икәнен абайланым, шунда барып ултырһам? Юҡ, ҡайтырға тине бит. Ә түҙемһеҙләнеп көткән осрашыу, яҙыусылар... Төрлө уйҙар мейемде томаланы. Шулай ҙа бер буш урынға барып ултырырға ҡыйыулыҡ таптым. Тик кисәнең минең өсөн йәме киткәйне инде. Битем уттай яна, эш боҙған кешеләй һиҙәм үҙемде.
-Нимә, һиңә ҡағылмаймы ни? Нишләп ултыраһың?
Яныма завуч килеп баҫҡан икән. Мин ни әйтергә белмәй баҙап ҡалдым.
-Апай, әҙерәк кенә тыңлайым әле,- тинем ҡалтыраныуымды һиҙҙермәҫкә тырышып.
-Юҡ, тигәс юҡ!
Мин завучтың йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Күҙлек быялаһы артындағы бәләкәй күҙҙәре тағы ла ҡурҡынысыраҡ күренде. Улар йәмһеҙ генә түгел, йәнһеҙ ҙә кеүек...
-Бөтәһе лә сыҡты, һиңә айырым әйтергәме ни?
Бына-бына иң ҡәҙерле нимәмде тартып алырҙар төҫлө. Беренсе тапҡыр ғәҙелһеҙлек, сараһыҙлыҡ алдында яңғыҙым тороп ҡалдым.
Завучтың уҫал, мыҫҡыллы ҡарашы менән яңынан осрашмаҫ өсөн залдан сығып киттем.
Яҙғы йылы ел йәш тамсыларын тиҙ үк таратһа ла, уҡытыусымды төрлөсә аҡларға тырышһам да, үпкә тойғоһо күңелемде өйкәне.
«Әгәр мин уҡытыусы булһам...беҙҙең рус теленән уҡытҡан апай кеүек яғымлы, матур, йылы һүҙле булыр инем. Уның күҙҙәре һәр ваҡыт йылмайып ҡарай, дәрестәре шундай фәһемле. Әҙәбиәт дәрестәре айырыуса күңелле үтә, әҫәрҙәр уҡығанда уҡытыусыбыҙ ысын әртистәр кеүек.»
Үҙемде-үҙем шулай йыуатып ҡайтып киләм. Клубта барған тамашаны ла оноторға тырышам. «Булыр әле тағы осрашыуҙар, иң беренсе рәткә ултырып ҡараясаҡмын, эргәмә уҡыусыларымды теҙеп ултыртып...»
(Минира Бик.)

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: