+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Апрель 2023, 11:25

Отҡор сысҡан

-Мөйөшкә баҫ, күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң. Сысҡан өйрәткәнсә бесәй өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан.

Отҡор сысҡан
Отҡор сысҡан

Отҡор сысҡан

Бер ваҡыт бесәй балаһы сысҡан тоторға уйлаған. Тик ул әле бәләкәй икән. Бесәйҙең дә сысҡан тотҡоһо килә. Улбик оҙаҡ йөрөй, тик бер сысҡан да осратмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул сысҡанды күргәне юҡ, ниндәй икәнен дә белмәй ине. Шул ваҡыт кинәт һалам ҡыбырлай, һәм унда оҙон ҡойроҡло бер йәнлек күренә.

-Һин кем?

-Сысҡан.

-Мин һине эҙләй инем дә, һин миңә бик кәрәк.

-Ниңә?

- Әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең сысҡан тота икәнен генә беләм.

-Ә мин беләм, бесәйҙәр сысҡанды уйын уйнарға тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм.

-Әйҙә, өйрәт.

-Мөйөшкә баҫ, күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.

Сысҡан өйрәткәнсә бесәй өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер кем дә юҡ икән инде. Отҡор сысҡан бәләкәс бесәйҙе шулай итеп отҡан.

 ЛианаКилмәтова,

Борай 2-се һанлы гимназияһы уҡыусыһы. Етәксеһе - Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева. 

Автор:
Читайте нас: