+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
7 Май 2023, 10:07

ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ

Еңеү көнөн бүләк иткән яҙҙаЕр йәшәреп тыуа йыл һайын.

ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ
ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ

ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ
Еңеү көнөн бүләк иткән яҙҙа
Ер йәшәреп тыуа йыл һайын,
Һайрап ҡайта ҡоштар илдәренә,
Бөрө яра зифа аҡ ҡайын.

Тыныслыҡты яулап уҙған юлда
Тамыр йәйеп үлән, гөл үҫә,
Тыуған төйәгәнән ситтә ҡалған
Батыр ҡәберен һөйөп ел иҫә.

Ошо көндә һәр кем күңелендә
Шатлыҡтарҙың ашҡан сағы ла,
Иртә таңдан батыр һәйкәленә
Гөлдәр ҡосоп халыҡ ағыла.

Илһөйәрҙәр, һәйкәл булып баҫып,
Көтәлер ҙә йәшел яҙында,
Еңеү көнөн данлап йыялыр ҙа
Яндарына йәшен, ҡартын да.

Тыныс тормош өсөн көрәшкәнен
Һөйләйҙер ҙә был көн халҡына.
Шуғалыр ҙа яҙын ер йәшәрә,
Еңеү яҙы йөрәк алҡына.
06.05.23й.Нәсимә Ғайсина

ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ
ЕҢЕҮ ЯҘЫ ЕРЕМ ЙӘШӘРӘ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: