+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Май 2023, 14:35

Мөғжизә юллап

—Эх, күрергә ине тумыртҡаның нисек эшләгәнен,— тинем ҡыҙығып. — Хәҙер күрербеҙ уныһын да.

Мөғжизә юллап
Мөғжизә юллап

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда олатайым менән урман-ҡырҙар гиҙергә яраттым. Бигерәк тә ҡыш көндәрен. Саңғыларыңды тағып алаһың да... Әйҙә елдер!
Баш әйләндергес саф һауа, тынлыҡ. Хатта үҙеңдең йөрәк тибешең, һәр һулышың ишетелә. Ҡолаҡтарҙа туҡтауһыҙ ниҙер сеңләп тора кеүек. Ә инде йоҡомһорап торған урманға барып инһә-ә-ң! Хәс тә тылсымлы әкиәт донъяһы. Унда-бында тиктормаҫ ҡарабаш турғайҙар сырҡылдаша, тумыртҡа туҡылдағаны, ҡоҙғондоң йәмһеҙ тауышы тынлыҡты боҙа. Әллә ҡайҙарҙа трактор гөрөлдәй, һирәк-һаяҡ эт ләүкелдәгәне ишетелеп ҡуя. Шау-шыулы баш ҡалабыҙҙан ялға ҡайтҡанымда әле лә йөрөп урайбыҙ һағындырған ерҙәребеҙ буйлап.
Бер барғаныбыҙҙа ғәләмәт ҙур тубырсыҡ өйөмөнә тап булдыҡ.
— Бына был тумыртҡаның эше,— тине олатайым.— Дәү сыбар тумыртҡа шулай тырыша.
— Ә ни өсөн шул ҡәҙәре күп итеп өйә һуң ул тубырсыҡты?— тип аптырайым.
— Сирып, эсендәге емен ашай. Ҡыш көнө уға туҡланырға башҡа ризыҡ юҡ бит.
Ҡыҙыҡ күреп, тубырсыҡтарҙың береһен ҡулыма алдым. Ысынлап та, ул йәмһеҙ итеп сирылған ине. Ялбырап тора. Усыма ҡағып ҡарағайным, ике-өс бөртөк ҡанатлы еме килеп төштө.
— Быларын, ана күрәһеңме, бәләкәс кенә ҡарабаштар сүпләп йөрөй. Улар һәр ваҡыт тумыртҡа тирәһендә урала. Тубырсыҡ емен соҡоп алырға үҙҙәренең хәленән килмәй. Бигерәк мөсһөҙҙәр. Ә тумыртҡа ағайҙарының суҡышы осло, үҙе ҡеүәтле, бәләкәс дуҫтарына емде әҙерләп бирә, тип әйтергә була. Яҙғылыҡҡа серек ағастарҙы тишеп,уларға оя ла яһап ҡуя. Шулай файҙалы ҡош ул тумыртҡа. Уның урман санитары икәнен үҙең дә беләһең.
— Эйе, уҡығаным да, ишеткәнем дә бар.
— Бына уның “станогы”.
Ботаҡтары тарбайышып ҡатҡан ҡоро уҫаҡ янына килдек. Унда, ысынлап та, йәтеш кенә уйым эсендә тубырсыҡ ҡыҫтырып ҡуйылған ине.
—Эх, күрергә ине тумыртҡаның нисек эшләгәнен,— тинем ҡыҙығып.
— Хәҙер күрербеҙ уныһын да.
Алыҫ булмаған ҡыуаҡтар артына боҫтоҡ. Шуны ғына көткәндәй, тумыртҡабыҙ килеп тә етте. Оҙаҡламаны. Ул башта саңҡ-саңҡ итеп, ян-яғына ҡаранып ултырҙы. Саңғы эҙҙәренән шикләнә ине шикелле. Әллә ризаһыҙлыҡ белдерәме? Биләмәһенә рөхсәтһеҙ баҫып ингәнебеҙ өсөн. Шулай ҙа, беҙҙең зыянһыҙ икәнде күреп, тыныслана төштө. Сос ҡына кәйелеп, эргәләге ҡарағайҙан бер тубырсыҡты өҙөп алды ла, әлеге “станогына” килтереп ҡыҫтырҙы. Уның шундай йәпле, үҙ эшен белеп эшләгәненә һоҡланып торҙом. Шул арала юлдаштары — ҡарабаштар ҙа йыйылып китте. Сыр-сыу килеп, улар осоп төшкән емдәрҙе сүпләргә тотондо. Низағлашып та алғылайҙар. Ҡарап торһаң, бер мәҙәк инде.

Ләйлә Нөғәмәнова,                                                                                          

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: