+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Май 2023, 15:49

Ҡыйыуһәм батыр ҡуян

Бәләкәй генә ҡуян балаһының ҡыйыу яуабын ишеткән Арыҫлан тағы ла нығыраҡ нәфрәтләнә. Шулай ҙа был әңгәмә уға ҡыҙыҡ тойола һәм үҙенең бар асыуын баҫып, былай тип һорай:

Ҡыйыуһәм батыр ҡуян
Ҡыйыуһәм батыр ҡуян

Бик күп тауҙар артылып, үҙән – туғайҙар үтеп бер аҙ барғас, йәп-йәшел бер урманға барып инәһең. Был урманда бейек һәм һомғол ағастар, ҡуйы һәм һутлы үләндәр, күҙҙең яуын алырҙай сағыу сәскәләр, түшәлеп ятҡан ҡайын еләгенә бай аҡландар – барыһы ла бар икән.

Тик урманда ҡанһыҙ, үҙ-үҙенән бик ҡәнәғәт, йәлләү хисенең нимә икәнен дә белмәгәнҡупырыш Арыҫлан батшалыҡ иткән.

Уның холҡо бик насар булған. Нимә теләгән, шуны ҡылған, ә башҡа йәнлектәргә бер ни ҙә рөхсәт итмәгән. Арыҫлан батша саф һауала йөрөргә сыҡһа, урмандағы булған бар йыртҡыс – йәнлектәр ҡоттары осоп, йән-яҡҡа ҡасып йәшенеп ҡалырға ашығалар икән. Уның әшәке холҡон барыһы ла белеп бөткәнлектән, бер кем дә уныңюлында осорарға теләмәгән.

Бер ваҡыт арыҫлан, ғәҙәттәгесә, урман буйлап йөрөргә сыға. Уны күреү менән, барыһы ла, төрлө яҡҡа сәселеп, ҡасыу сараһын күрә. Батша был хәлде күреп, үҙенән ҡурҡҡандарына шул хәтлем ҡәнәғәт ҡала.

“Мин ниндәй көслө!Бер күҙ ҡарашымдан ғына ла дер ҡалтырап төшәләр! Ҡурҡыштарынан йәһәт кенә ҡасып, тиҙерәк йәшенеү юлын эҙләйҙәр!”– тип уйлай – уйлай, ғорур ҡиәфәттә үҙ юлын дауам итә.

Арыҫлан батша ҡараңғы төн еткәнсеурманды арҡырыһынан буйына тиклем гиҙеп сыға. Юлында тап булған һәр береһенә үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтә. Мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп рәнйетә,шелтәләп, күңелдәрен ҡыра, асыуынан сыҙамай ярһып, ырылдай.

Шулай итеп, китеп барғанында, юлына ҡапылаңғармаҫтан төлкө килеп сыға.

– Һин нисек минең алдымдан йүгереп үтергә баҙнат иттең?!–  тип,Арыҫлан үткер аҙау тештәрен ыржайтып үкереп ебәрә.

Урманда ял итеп йөрөгән Арыҫланды һуң ғына күреп ҡалған төлкө, дер ҡалтырап, артҡа сигенә:

–Зззинһар ғәфү итегеҙ мине, Һеҙҙең ғали йәнәптәре! Мин балаларым эргәһенә ашыға инем. Улар өйҙә үҙҙәре генә ҡалды, мине көтәләр! Бик тә ашыға инем бәләкәстәремә, шуға һеҙҙе күрмәйерәк ҡалдым шул!

– Нимә мығырлайһың унда? Кит юлымдан йәһәтерәк!!!

Ҡурҡышынан һәм рәнйетелеүҙән төлкөнөң күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй.Шулай ҙа, был урындан тиҙерәк тайыу яғын ҡарай.

Урманда йәшәү көндән–көн күңелһеҙ, ҡайғылы һәм ҡурҡыныс була башлай. Әммә, үкенескә ҡаршы, бер кем дә ҡыйыулығын йыйып, Арыҫланға йәмһеҙ ҡыланыуынәйтергә батырсылығы етмәй.

Урмандағы йәнлектәр араһында бер бәләкәй генә ҡуян балаһы була. Ул барыһынала бергә йыйылырға ла, батшаның ҡыланыштары менән риза түгеллектәрен үҙенә әйтергә өндәй.Әммә урманда көн итеүселәр был тәҡдимде кире ҡағалар, сөнкиуҫал һәм ҡурҡыныс батшанан ҡурҡалар ине. Әммә бер көн бәләкәй генә ҡуян балаһы, бер үҙе сыға ла Арыҫланғабыл хаҡта әйтә.

Ғәҙәттәгесә, батша ул көндө урман буйлап ашыҡмай ғына үҙенең биләмәләрен ҡыҙыра ине. Һәр ваҡыттағыса, бар йәнлектәр ҡурҡыштарынан йән-яҡҡа һирпелеп ҡаса. Тик бәләкәй ҡуян балаһы ғына, арыҫланға иғтибар ҙа итмәй, аҡландағы йәшел һутлы үләндейолҡоп, ашауын дауам итә. Уға бигерәк тә хуш еҫле, һутлы клевер сәскәләре оҡшай, һабаҡтарынан уларҙы өҙөп алып, ләззәтләнеп көйшәй.

Был күренешкә арыҫлан хайран ҡала, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Ишетелмәҫлек хәл бит!!! Асыуынан тыны бөтөп,саҡ тонсоҡмай:

– Эй, ҡуян! Кил әле бында! – тип ырылдай.

Ҡуян балаһы, ныҡ ҡурҡҡанын белдермәҫкә тырышып, яй ғына арыҫланға яҡынлаша:

–Тыңлайым, батшам. Мине саҡырҙығыҙмы?

– Әйт әле! Нигә мине күреү менән ҡурҡып ҡасманың? Һин нимә? Ҡурҡмайһыңмы?

  • Нимәнән миңә ҡурҡырға? Үлән ашап йөрөп, Һеҙҙе күрмәнем дә хатта. Һеҙҙән ҡурҡҡандайнасар эш эшләнемме әллә? Ғәйеплеләр генә ҡурҡа бит, – тип яуаплай ҡуян балаһы.

Бәләкәй генә ҡуян балаһыныңҡыйыу яуабын ишеткән Арыҫлан тағы ла нығыраҡ нәфрәтләнә. Шулай ҙа был әңгәмә уға ҡыҙыҡ тойола һәм үҙенең бар асыуын баҫып, былай тип һорай:

– Улай булғас, әйт әле! Ни өсөн, мине күреү менән, барыһы ла ҡасыу яғын ҡарай? Тимәк, улар ғәйеплеме?

– Юҡ, батшам! Улар ғәйепле түгел! Әгәр бындағәйепле бар икән – был Һеҙ инде! Урман әһелдәрен яҡлау һәм ҡурсалау урынына, киреһен эшләйһегеҙ. Шунан нисек улар Һеҙҙе яратһын да хөрмәт итһен!?

Ҡәҙерле батшам! Тирә–яҡты ҡарағыҙ әле! Йәнлектәр араһында бер генә булһа ла дуҫығыҙ бармы, исмаһам? Барыһы ла Һеҙҙән ҡурҡалар, Һеҙҙән тайшаналар. Һеҙ үҙегеҙҙең нәфрәтегеҙ менән генә тороп ҡалдығыҙ. Нәфрәтегеҙ Һеҙҙе еңде! Үҙенең нәфрәтен еңә алмаған көсһөҙ батша нисек итеп ҙур урман һәм уның әһелдәре менән идара итә алһынинде!?

Батша өндәшмәй тыңлай. Ул уйлана ине. Ҡапыл уның күҙҙәре йәш менән тула һәм илап ебәрә. Хәҙер ул элекке һымаҡ дәһшәтле һәм уҫал күренмәй:

– Бер ҡасан да бәләкәй генә ҡуян балаһы, күҙҙәремә ҡарап, дөрөҫлөктө битемә бәреп әйтер, типуйламаным. Мин үҙемде көслө һананым. Кем көсһөҙҙәрҙе ҡурҡытып тота, шул – көслө, тип уйланым. Ысын көс – мәрхәмәтле йөрәктә икәнен белмәнем...

Ошо ваҡиғанан алып,Арыҫлан урмандың лайыҡлы батшаһы булырға вәғәҙә бирә.

Был хәлдең аҙағы ни менән бөтөрөн ҡыҙыҡһынып күҙәтеүсе йәнлектәр, йыртҡыстар, ҡош – ҡорттар, бөжәктәр ул китеү менән, ҡасып – боҫоп һәмйәшеренеп торған ерҙәренән бер – бер артлы сыға башлайҙар. Ҡыйыу ҡуянды ҡосаҡлайҙар, рәхмәт әйтәләр һәм маҡтайҙар. Ағас ботаҡтарында ултырған ҡоштар һайрарға, тейендәр ҡоралайҙар менән кемуҙарҙан ҡыуышып уйнарға, айыу балалары тәкмәсләп көрәшергә тотона.Барыһы ла шатланалар,урман байрам төҫөн ала.

Шулай итеп, бәләкәй ҡуян балаһы уҫал Арыҫлан батшаны еңә. Әгәр ул ҡурҡыуын баҫып ысынбарлыҡты әйтә алмаһа, Арыҫлан үҙенең нәфрәтен еңә алмаҫ ине. Урман тормошо нисек күңелһеҙ, шомло ҡараңғылыҡта булған, шулай ҡалыр ине.

Шул көндән, ҡуян хөрмәткә эйә була һәм барыһының да яратҡан дуҫына әйләнә. Ә индеАрыҫлан рәхимле һәм мәрхәмәтле батша булып китә.

Бер ваҡыт, бик алыҫ яҡтарҙан хат ташыусы күгәрсен осоп килә. Ул Арыҫлан батшаға бер ҡағыҙ тапшыра.

Беләһеңме,унда нимә яҙылғанын?

 

Хәҙис.

 

“Башҡаларҙы көс менән еңә алған көслө түгел, ә кем үҙенең нәфрәтен, асыуын еңә ала – шул көслө”.

 

Резеда СУФИЯНОВА.

 

(Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды)

Автор:
Читайте нас: