+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
25 Май 2023, 16:18

Салауаттың мәҙәктәре

18 май, 1961. Рәми Ғариповтың хәтирәләре. Улы Салауат менән булған мажаралары.

Салауаттың мәҙәктәре
Салауаттың мәҙәктәре

Салауаттың урманға барғанда биргән һорауҙары.
— Атай, был сәскәләрҙең исеме нисек?
— Һары сәскәләр, улым. һыйырҙар яратып ашай уны.
— Ә малай ашамай.
— Малайҙар ҙа ашай – көстәре күп була, ә һыйырҙың һөтө күп була.
— Атай, бынау һыйыр ниңә теге яҡҡа сығып бара?
— Аръяҡта үлән ҡуйы була, шуны ашарға сыға.
— Ә ағып китмәйме?
— Юҡ, ул бит һәләк матур йөҙә.
— Ә мин белмәйемме?
— Ҙур үҫкәс, һин дә белерһең...
— Атай, ниңә был паромдың ике кәмәһе бар?
— Ауып китмәҫкә. Паромға бит ана машиналар ҙа керә. Бойҙай ташыйҙар.
— Атай, унда бик түбән тауҙар бармы?
— Бик түбән түгел, бик бейек тауҙар тиң. Бар улар.
— Атай, был ниндәй соҡорҙар?
— Силос соҡорҙары улар, улым. Бына шунда кукуруз сәсәләр ҙә, үҫкәс, комбайн менән урып алалар, шунан күмәләр. Аҙаҡ ҡаҙып алып, ҡыш буйы һыйырҙарға ашаталар.
— Тәмле буламы?
— Тәмле, телеңде йоторлоҡ була.
— Әллә һинең ашап ҡарағаның бармы?
— Юҡ, ашамаһам да беләм.
— Атай, ағас алырға һин шунда килгәйнеңме?
— Эйе.
— Сыйырсыҡтар шунда йоҡлаймы?
— Юҡ, улар ауылда йоҡлай, бында тик селәүсен эҙләргә генә киләләр.
— Нәмә яҙаһың, атай?
— Ҡоштар матур һайрай тип.
— Атай, ана сәскә! Ҡайтҡанда алып ҡайтырбыҙ йәме?
— Ярар.
— Ана тағы берәү, икәү. Атай бынауһы нәмә?
— Һөтләгән.
— Ашайҙармы уны?
— Ашайҙар.
— Нәмәһен ашайҙар?
— Һабағын.
— Ә сәскәһен ашамайҙар, имәләр генә, эйе бит?
— Эйе, улым, эйе. Атты тик йомшаҡ юлдан ғына алып бар. Аяҡтары ауырта бит.
— Алдағы аяҡтарымы?
— Алғыһы ла, артҡыһы ла...
Бара торғас, тағы бер һорау:
— Атай, ҡыш бабай кемдең бабайы?
— Ботә кешеләрҙең дә бабайы.
— Ә алла бабай?
— Юҡ ул алла бабай!..
— Үлтергәндәрме?
— Үлтермәгәндәр, ул бөтөнләй булмаған.
Аттың тирләгәнен күреп Салауат тағы:
— Ат әллә үлергә тырыша инде? – ти.
— Ниңә?
— Ана әллә ҡайҙан һыу аға.
— Тирләгән бит ул...
— Был кемдеке урман, атай?
— Бөтә кешенең дә урманы ул.
— Ә иң алда беҙҙеке булғанмы?
— Юҡ, ул иң алда бөтә кешенеке булған. Хәҙер ҙә. Беҙҙеке лә, бабайҙарҙыҡы ла, әбейҙәрҙеке лә, малайҙарҙыҡы ла, һинеке лә – бөтә кешенеке. Шуның өсөн бөтә кеше лә уны яратырға тейеш.

Ҡайтҡанда умырзая сәскәләрен йыябыҙ.
— Һин Фәниә апаңа йый, ә мин мамама йыям, – тим.
— Юҡ, һин Фәниә апаға, ә мин мамаңа, – тип ҡаршы төшә.
Шулай килештек тэ, күп итеп умырзая йыйып алдыҡ. Мин тик бөрөләнеп сәскә атырға ултырғандарын ғына йыям, ә Салауат бөтәһен дә йүгереп-йүгереп йыя. Тик сәскәләре ҡайтып еткәнсе лә йәшәй алманы, һулып бөттө. Мин үҙемдекен бүлеп бирҙем.

Рами Гарипов / Рәми Ғарипов сайтынан

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: