-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
5 Июнь 2023, 12:03

Серле таң

Белорет районы Манышты мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әминә Сәғитова шиғырҙар ижад итергә, тәбиғәтте фотоға төшөрөргә ярата.  Уның фотоһүрәттәрен һәм шиғырын беҙҙең сайтта уҡығыҙ. 

Серле таң
Серле таң

Серле таң

 

Йым-йым йондоҙҙар

Йоҡоға талды,

Төн ҡараңғылығын

Таң алды.

Йылға өҫтөнән

Томан йүгерҙе,

Үҙ күләгәһен

Ҡалдырҙы.

Таң атҡанға ҡыуанып,

Талдарҙа

Һандуғас һайрай.

Тау артынан нурҙар бөркөп,

Ҡояш сәләмләй.

Мөғжизәгә,

Сихри көскә күмеп,

Доньяны йәмләй.

 

Әминә Сәғитова,

Белорет районы Манышты мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Серле таң
Серле таң
Серле таң
Серле таң
Серле таң
Автор:
Читайте нас