

Август етеү менән, яңы уҡыу йылына әҙерләнә башлайһың. Мәктәпкә бәйле булмаһаң да, һәр кем өсөн ҡыуаныс, йәнлелек һиҙелә. Ҙур мәсьәлә – кейем йүнләү. Беҙҙең замандағы мәктәп формаһы иң матуры кеүек. Бер бөртөк ҡыҙ бала булғас, әсәйем нимә алһа ла үҙем генә, өр яңынан ғына кейҙем. Өҫтәүенә Стәрленән Зәбилә апайым посылка менән ебәрә. Йыл һайын көҙ етеүгә аллы- гөллө таҫмалар, йәнә әллә күпме нәмәләр килеп төшә.
1 синыфҡа барғанда алъяпҡыс мәсьәләһе булманы, ике төҫтә итеп апайым ебәргән, ә күлдәк бәләкәй. Рәхилә инәй бала сағаны һанап ҡына мәктәп формаһы алып ҡайтҡан. Миңә тигәненә һыймайым. ,,Балаң үҙеңә оҡшап ыздарауай, 3-сө синыфҡа барған ҡыҙҙар формаһын кейерлек, - ти ололар әсәйемә. Шунда Сания инәйем ( әсәйемдең енгәһе) Рәйсәнең 3-сө синыфҡа бара торған ҡыҙының формаһы икәү, алыштырығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Бәләкәй формаһы кесе ҡыҙына була ла ҡуя, - тип хәл итеп ҡуйҙы. Шулай итеп, Зәбилә апайым ебәргән мәктәп күлдәге һабаҡташым Эльвираға таман, ә мин уның апаһыныҡын кейҙем.
Ә фотола малсылар кәңәшмәһенән һуң ҡыҙыл күлдәк кейеп тороуым. ,,Ыздарауай, булғанмын икән шул, Һәҙиә инәйҙең яуырынына етә яҙғанмын. Фотоны һабаҡташымың Нәсимәнең Әлфирә апаһы Аһылбаева Сорғаяҙҙа һаҡлаған. Минең өсөн ныҡ ҡәҙерле документ. Әлфирә апайға рәхмәттәр яуһын, үҙемдә юҡ ине. Тик шуныһы үкенес: һүрәттәгеләрҙән мин генә иҫән, мәрхүмдәрҙең йәндәре йәннәттә булһын.
Һүрәттә:
Аҡма йәйләүендә үткән бала сағымдан бер сәхифә һүрәтләнгән.
Һулдан -уңға:
Ишбикә инәйем, Мәҡсүттән Таңһылыу апай улы Рөстәм менән, мин, Һәҙиә инәй, әсәйем ҡустым менән.
https://vk.com/club115778612 сайтынан алынды