+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
3 Август 2023, 07:05

ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)

Был көн Илмирҙең иң ғәрләнгән, хатта йәшәгеһе килмәгән көндәренең береһе булғандыр.Дәрес башланды. Кисә шау-гөр килһәләр ҙә, бөгөн барыһы ла шым ғына ултыра. Класта себен осһа, тауышы ишетелер ине моғайын.

ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)
ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)

Яҙ… Ҡояш… Берәү ҙә уҡыу тураһында ҡайғыртмай, барыһының да күңеле тышта… тип әйтергә булыр ине, юҡ икән, яңылышам, тәртипле, тырыш, 10-сыларҙың "любимчигы” Илмир бар. Ҡара ҡарғалар араһындағы ала ҡарға. Ул үҙен шулай атап йөрөтә. Тәртибе менән генә түгел, һын-ҡиәфәте менән дә башҡаларҙан айырылып торғанға. Ана бит, бүтән малайҙар мәктәпкә уҡытыусылар ҡушҡанды ҡолаҡтарына ла элмәйенсә джинсыла, футболкала, аяҡтарына кроссовка кейеп килә ала. Ә Илмирҙың өҫтөндә һәр ваҡыт ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар, пинжәк. Әйтелгән икән, тимәк ул үтәлергә тейеш. Шулай өйрәнгән. Дәрескә әҙерләнмәйенсә килеүҙе лә башына һыйҙыра алмай ул. Йоҡламаһа йоҡламай, әммә өй эшен тамамлап ята. Башҡалар беренсе кластан алып әле һаман коридор буйлап йүгерә. Илмиргә ярамай. Бер көн йүгерһә, шуның өсөн уны төнө буйы выждан ғазабы яфалап сығасаҡ, быны белеп тора. Шундай булып тыуғанмы, әллә шулай тәрбиәләгәндәрме, үҙе лә аңламай. Сәйер холоҡло булғанғалыр, яҡшылап дуҫтары ла юҡ. Юҡ, алдайым. Китаптар уның иң яҡын иптәштәре. Үҙе лә шиғырҙар сығарып, хикәйәләр яҙып маташа, ләкин әлегә береһенә лә күрһәткәне генә юҡ.
Һуңғы дәрес – тарих. Уҡытыусы үҙ аллы эш бирҙе лә, ҡайҙалыр сығып юғалды. Илмир теманы йәһәт кенә уҡыны ла, һорауҙарға яуап яҙып та ҡуйҙы. Тарих дәресен айырыуса ярата ул. Дәреслектән тыш әллә күпме китаптар уҡыны инде ул һуңғы бер-ике йыл эсендә генә. Тик, бөгөнгө көндә техник фәндәр – иң пристижлыһы, тип уны физматҡа барырға күндерҙеләр. Бөтәһе лә шул турала тыҡып торғас, Илмир ҡаршы килмәне, өлкәндәр белмәй әйтмәйҙер, тип яҙмышына күнде.
Башҡа береһенең дә китапҡа төбәлеп ултырғаны күренмәй, кискелеккә һәм ялдарға пландары менән уртаҡлашып ҡалырға ашығалар.
- Бөгөн сәғәт алтыла Яҡутов паркында осрашабыҙ! – тип белдерҙе шул саҡ Алмас, урынынан тороп. – Йәй етеүен билдәләп үтергә кәрәк бит.
Ул һәм бер нисә малай баянан бирле ҡыҙып-ҡыҙып ни тураһындалыр фекер алыша ине, шул турала һөйләшкәндәр икән…
Алмас класс старостаһы. Уның кешене ышандырырлыҡ итеп әйтә торған һәләте бар. Яҡшы ла уҡымай үҙе, тәртибе лә бик шәптән тип әйтеп булмай, әммә ни өсөндөр барыһы ла тыңлай үҙен.
- Беребеҙ ҙә ситтә ҡалмай, бөтәбеҙ ҙә барабыҙ!
Бына әле лә уны малайҙар шунда уҡ дәррәү күтәреп тә алды.
- Әлбиттә!
- Барабыҙ!
- Миңә физиканан экзаменға әҙерләнергә кәрәк… Иртәгә, етмәһә, өйгә эште күп бирҙеләр… - Илмир бармаясағын белдерергә ашыҡты. Уның шулай тип әйтеүе булды, тирә-яҡтан мыҫҡыллы тауыштар ишетелде. “Маменькин сыночек!” “Сепрәк!” Әммә Илмиргә барыбер, ул бындай ише һүҙҙәргә күнеп бөткән инде.
Быны ул барғыһы килмәүҙән әйтмәне, әлбиттә, бик йөрөгөһө килә уның иптәштәре менән. Күпме шулай айырылып, гел бер үҙең ситтә ҡалмаҡ кәрәк?! Иртәгә барыһының да телендә нисек күңелле ял итеп ҡайтыуҙары буласаҡ, ә уға һәр ваҡытта ғына мыҫҡыллы ҡараш һәм һүҙҙәр килеп етәсәк. Улар менән барыр ҙа ине, бәлки, әсәһенән уңайһыҙлана. Улым уҡыһын, кеше булһын тип бар тырышлығын һала бит ул. Дөрөҫ, йөрөмә, тип бер ваҡытта ла тыйғаны ла юҡ уның, киреһенсә, сығып һауа һулар инең, тип кенә тора. Әммә ул бит заманды һаман элеккесә итеп күҙ алдына килтерә. Юҡ, Илмир сыҡмаясаҡ бер ҡайҙа ла. Сыҡҡан хәлдә лә иптәштәренән мыҫҡыллау һүҙҙәренән башҡа бер нәмә лә ишетмәйәсәк. Сөнки ул башҡалар кеүек һыра ла тәмләмәй, тәмәке лә тартып ҡарағаны юҡ…
Өйгә эште эшләп килмәҫкә килештеләр. Был тәҡдимгә хатта ҡыҙҙар ҙа бер һүҙһеҙ риза булды. Илмирҙән дә һүҙ алдылар.
Илмир ярай тип баш һелкеп ултырһа ла, дәрестәргә әҙерләнмәйенсә бара алмай ине. Барыһын да урын-еренә еткереп эшләне. Экзамен һорауҙарын да уҡыны. Йоҡларға һуңлап ҡына ятты…
Был көн Илмирҙең иң ғәрләнгән, хатта йәшәгеһе килмәгән көндәренең береһе булғандыр.
Дәрес башланды. Кисә шау-гөр килһәләр ҙә, бөгөн барыһы ла шым ғына ултыра. Класта себен осһа, тауышы ишетелер ине моғайын. Һәр береһенең күҙе китабына текәлгән, йөҙҙәре ғәйепле төҫ алған. Бер нисәүһе генә һис ни булмағандай шаярырға, күршеһен көлдөрөргә маташа.
Уҡытыусы журналына яҙып бөттө, күҙлеген кейҙе, тороп баҫты.
- Дәресте көндәгесә өйгә эште тикшереүҙән башлайбыҙ. Алда торған күсерелеш имтихандарын һәм ЕГЭ-ны иҫәпкә алып, барығыҙ ҙа дәрескә әҙерҙер тип уйлайым. Әйҙәгеҙ, кем беренсе, кем батыр?
Тауыш-тын юҡ. Класс өнһөҙ. Ғәйепле баштар аҫҡа эйелгән.
- Йәгеҙ, ваҡытты һуҙмағыҙ… Улай булғас, исемлек буйынса китәбеҙ. - Аблаев.
Илсур тороп баҫты.
- Мин яҙып алмағанмын… Һеҙ өйгә эш бирмәнегеҙ шикелле.
- Нисек бирмәнем?! Ултыр, икеле! Бикбаев өйгә эште аңлата.
- Мин дә эшләмәнем. Яҙып алмағанмын…
Был да икеле алып ултырҙы.
- Байраҡаева! Ҡыҙҙар, исмаһам һеҙ эшләгәнһегеҙҙер?
- Мин өйгә эште белмәнем, бәлки, һеҙ әйтергә онотҡанһығыҙҙыр? – тип Илсурҙың һүҙҙәрен ҡабатланы.
Уҡытыусы йәнә бер-ике уҡыусынан шундай уҡ кире яуап алғас, ҡыҙарынды-бүртенде, бар тауышына ҡысҡырып әрләне, илар сиккә етте. Класҡа тиҙҙән йән инде, аҫтан ғына бер-береһенә ҡарап күҙ ҡыҫыштылар.
- Инде һин дә әҙер түгелмен тип әйтһәң, Ясыбаев, мин белмәйем һеҙҙең менән ни эшләргә! – тип башын тотоп барып ултырҙы ахырҙа.
Ясыбаев – ул Илмир. Илмиргә уҡытыусы шул тиклем йәл ине. Уның тамсы ғына ла ғәйбе юҡ та баһа! Класташтарына ла етә ҡалды бит әле. Берәйһе “иртәгә бөтәбеҙ ҙә өйгә эштәрҙе урын-еренә еткереп эшләп киләбеҙ” тиһә, ыжлап та бирмәҫтәр ине әле… Насарға кеше бигерәк тиҙ өйрәнә шул.
Илмир тороп баҫты. Йәнләнеп, шаулаша башлаған класс йәнә шымып ҡалды. Барыһы ла уның яуабын көтә. Ни эшләргә? Барыһы менән бергә булырғамы? Ни ҡылырға, ни уйларға белмәгән уҡытыусы шул тиклем йәл ине был мәлдә. Ул ғәйепле түгел бит! Ә беҙ тап шулай итеп күрһәтергә тырышабыҙ… Был бит күрәләтә уҡытыусынан көлөү!
- Йә, - тип ҡабаландырҙы уҡытыусы.
Илмир тотто ла өйгә эште һөйләне лә бирҙе. Һөйләп бирҙе һәм шуның менән үҙенең дошмандарын арттырҙы ғына.
- Бына хәҙер “өйгә эш бирмәнегеҙ” тип әйтә алмайһығыҙ! – тип тантана итте уҡытыусы. - Юҡһа үҙем дә быға ышана башлағайным. Класта бер йүнле кеше бар – Илмир! Бына уның кеүек булығыҙ! Яҡшы уҡый, тәртипле, бөхтә кейенә, итәғәтле… Үкенескә ҡаршы, берегеҙ ҙә уға етә алмай шул…
Ул ошо һуңғы һүҙҙәре менән былай ҙа дөрләп янған утҡа кәрәсин генә һибеп ебәрҙе.
Әлбиттә, был һүҙҙәрҙе уҡытыусы кемгәлер насарлыҡ теләүҙән әйтмәне, киреһенсә, барыһын да яҡшы кешеләр булырға әйҙәне, бының өсөн ел ҡыуып йөрөмәҫкә, уҡырға өндәне. Әммә бында хәлдәр икенсерәк тора ине шул!
Илмир нәфрәт тулы ҡараштар аҫтында урынына ултырҙы. Сирек аҙағында икеле алыуы бер кем өсөн дә ҡыуаныс түгел. Етмәһә, уҡытыусы был хәлде был көйө генә ҡалдырмайым, тип класс етәселәренә һәм директорға еткерергә сығып китте. Быныһын инде береһе лә көтмәгәйне. Уҡытыусы артынан ишек ябылғас, барыһы ла Илмиргә ташланды.
- Эй, һин, урод! Нимә, яҡшы булып күренгең килдеме?
- Барыһы ла һинең арҡала!
- Өйгә эш бирмәгәненә үҙе лә ышанғайны бит инде!
- Бөтәһен дә подставить итеп, шәп кеше булып ултыраһыңмы хәҙер?
Илмир ни тиһен? Бер яҡтан “хаталандым, миңә лә өйгә эште эшләмәнем, белмәнем” тип әйтергә кәрәк булған икән, тип үкенһә, икенсе яҡтан ғәйеп тойманы ул үҙендә. Кем белә, бәлки, ошондай мәлдә класташтары яҡлы булырға кәрәккәндер, әммә ул намыҫы ҡушҡанса эшләне. Ә бына һеҙ, уҡыусылар, Илмир урынында нимә эшләр инегеҙ?
Дәрестәр тамамланғансы Илмирҙе битәрләүҙәр, уны һатлыҡ тип ирештереүҙәр дауам итте. Дәрестәр бөткәнсеме генә һуң! Уҡыу йылы тамамланғансы…

Был ваҡиғаға күп йылдар үтте.
Физик булам тип һәр дәрескә даими әҙерләнеп килгән, ҡатнашып ултырған Илмир шул көндән һуң физика дәресен күрә алмаҫҡа әйләнде. Имтиханды ла “дүрт”легә тапшырҙы. Күҙ алдында гел әлеге дәрес торҙо. Ҡолағында ла класташтарының ғәйепле һүҙҙәре йыш яңғыраны. Уның насар билдәгә биреүен һәм икенсе йыл был мәктәптә уҡымайым, тип белдереүен уҡытыусылар ҙа, ата-әсәһе лә аңлай алманы. Сәбәбен әйтеп торманы егет. Ныҡышып, барыбер икенсе мәктәпкә күсте ул. Ошонан һуң ғына үҙенә әллә күпме дуҫтар тапты, класташтарының ихтирамын яуланы. Ә иң мөһиме, ул үҙенең бик шәп тарихсы һәм киләсәге сит илдәр менән бәйле икәнен аңланы. Баҡ тиһәң, физиканы бөтөнләй яратмай икән дә баһа!
Ә теге дәрескә килгәндә… ул көнгә рәхмәтле Илмир. Әгәр шул мәлдә унан “Һатлыҡ ” яһамаһалар, ул берәй мәктәптә физиканан уҡытып йөрөр, ә төп, яратҡан һөнәре ситтә тороп ҡалыр ине.

Гөлнара МОСТАФИНА (2005).

ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)
ҺАТЛЫҠ (Хикәйә)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас