+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
8 Август 2023, 06:20

ЙӘЙ (шиғыр)

Йәй – йылға-күлдәр ярындаҠырсынташтар ҡайнар саҡ.Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,Балыҡ булып уйнар саҡ.

ЙӘЙ (шиғыр)ЙӘЙ (шиғыр)
ЙӘЙ (шиғыр)

ЙӘЙ
Йәй – ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй – моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештең, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ.
Йәй – йылға-күлдәр ярында
Ҡырсынташтар ҡайнар саҡ.
Һыуҙа, сума-сума йөҙөп,
Балыҡ булып уйнар саҡ.

Зөһрә Ҡотлогилдина

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас