+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Август 2023, 15:39

Ҡыуаныслы йәй

Йөрөмәгән ер ҡалманы. Шул иҫәптән мөғжизәгә тиң урындарҙа булдыҡ. "Матурҡай" шишмәһе айырата иҫтә ҡалды. Күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге йәшмә таштар араһынан уйылып ҡына сыҡҡан иҫ китмәле таҙа, һыуһынды ҡандырыр тәмле, хатта татлы ул!

Ҡыуаныслы йәй
Ҡыуаныслы йәй

Ҡыуаныслы-һағышлы йәй
Журнал дуҫтары менән осрашмағанға байтаҡ ваҡыт үтеп киткән икән дәһа.
Тәүҙә имтихандар июнь уртаһына тиклем, унан аттестат алыу... Йәйҙең тәүге айы үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған.
Ә инде минең июль, август айҙары ауылда үтте.
Ауыл ерендә эш тә эш инде. Һис бушап булмай. Быйыл йәйе лә әллә ҡалайыраҡ шул: йә һалҡын, йә яндыра, йә йәшенле ямғыр, йә боҙ-борсаҡ ойоҡҫота... Шулай ҙа иҫтә ҡалырлыҡ миҙгел ул йәй. Йөрөмәгән ер ҡалманы. Шул иҫәптән мөғжизәгә тиң урындарҙа булдыҡ. "Матурҡай" шишмәһе айырата иҫтә ҡалды. Күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге йәшмә таштар араһынан уйылып ҡына сыҡҡан иҫ китмәле таҙа, һыуһынды ҡандырыр тәмле, хатта татлы ул! Һыуы селтерәп кенә ағып ятҡан шишмә тарихи Ханҡала тауы итәгенән һарҡып сыға. Әллә ҡаһарман олатайҙарыбыҙ ҡаны менән һуғарылғанғамы, ул ҡоромай ҙа, кәмемәй ҙә, туңмай ҙа, йәйен-ҡышын шул бер кимәлдә. Беҙ уның тирәһендә еләк, бәшмәк йыйып кинәндек, мул итеп һыуын алып ҡайттыҡ.
Талҡаҫ күленә, Ҡуһайыл тауына, Һаҡмар, Ҡыҙыл йылғаларына сәйәхәттәр ҡылдыҡ.
Йәй башында көслө ҡырауҙар йонсотто. Бер көндө хатта ҡҫеп ултырған картуфыбыҙҙың эҙе лә ҡалманы тиерлек. Әммә тәбиғәт үҙенекен итә икән. Картуф та, башҡаһы ла юҡ ерҙән баш ҡалҡытып, яңынан үҫеп сыҡты. Әле бына тәүге бүлбеләрҙе ауыҙ итеп ҡыуанабыҙ. Баҡсабыҙҙа башҡа емеш-еләк тә емерелеп уңды. Йыйып ҡына өлгөр. Әллә тәбиғәт үҙ ҡырыҫлығына үҙе шулай яуап бирәме?! Бәлки, баштағы аяуһыҙлығынан ғәфү үтенеүе шулдыр әле...
Быйыл уҡыуға төшәсәк Рамаҙан (исеме ниндәй матур!) ҡустым менән йәй буйына өләсәй, олатай янында булдыҡ. Лиза һеңлем лагерҙа ял итте, мөғжизәле эштәрҙә ҡатнашлығы булманы. Әсәйебеҙгә бәләкәй Гүзәл һеңлебеҙҙе ҡараштыҡ. Беҙ бит хәҙер бишәү булып киттек. Ошо түгелме ни оло ҡыуаныс!
Рамаҙан сәпиттә оҫта йөрөргә өйрәнеп алды, мин матайҙа елдерҙем.
Бесән әҙерләштек, баҡсала ҡый үләндәре утаныҡ, кәртәбеҙгә терәлеп ятҡан быуала балыҡ ҡармаҡланыҡ. Шулай күңелле булды быйылғы йәй!
Әлбиттә, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булғыланы, 96 йәшендә оло өләсәйебеҙ (өләсәйемдең әсәһе) вафат булып ҡуйҙы, йәне йәннәттә булһын! Ҡалғандарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ бирһен Хоҙай!
Ошоноң менән хушлашып торайыҡ. Кисә йыйған бәшмәктәрҙе эш итәһе бар. Хуш еҫле ер еләгенән, үҙебеҙҙең баҡса ҡурай еләгенән, эре-эре алмаларыбыҙҙан, ҡыҙыл, аҡ, ҡара ҡарағаттарҙан һырғанаҡтан, ирганан ҡайнатма әҙерләйһе, инде өлгөрә башлаған помидор менән ҡыярҙы тоҙлап ҡуяһы бар. Әле бесән дә бөтмәгән. Шулай итеп йәй үтеп тә китә. Ҡойроғон ғына күреп ҡалаһың (олатайым шулай ти). Әммә һис бошонмайбыҙ, йәмле осоробоҙ бушҡа үтмәй. Киләсәктә лә шулай ҡыуандырып торһа...


Ләйлә Нөғәмәнова,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Ҡыуаныслы йәй
Ҡыуаныслы йәй
Ҡыуаныслы йәй
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: