+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
4 Сентябрь 2023, 14:11

БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА

* Белемлегә тормошта йәшәүе күпкә еңел. * Белем аша бәхет табырһың

БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА
БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА

МИНЕҢ ӘЙТКӘНЕМ
БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА
* Белемлегә тормошта йәшәүе күпкә еңел.
* Белем алырға тырышҡандарға ғына белем ишектәре асылыр.
* Белем һине эҙләп килмәҫ булыр, ә үҙең белемде эҙләп тап.
* Белем аша бәхет табырһың
* Белем алыу уйын уйнау түгел.
* Белем алған һайын тау-ташлы юлың шымара барыр.
* Белемгә алған юлың үрле-ҡырлы тауҙарҙан торор. Уларҙы үтер өсөн ихтияр көсөңдө сыныҡтыр.
* Белемде тир түкмәй тороп алып булмай.
* Белемле булам тиһәң ете ҡат тиреңде түгергә, төн йоҡоларыңды ҡалдырырға, кәйеф-сафа ҡороуҙан баш тартырға ла тура килер. Ә инде белемде яулаһаң, ошоға тиклем нимгә мохтажлыҡ кисергәнһең, барыһы ла алдыңа килер.
* Белем алғанда ни тиклем әсе тиреңде күберәк түкһәң, ул һиңә шул тиклем үк татлы емештәрен бирер.
01.09.23й Нәсимә Ғайсина

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: