+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Октябрь 2023, 10:01

"Һаумы, ун етенсе яҙым!" Шиғыр

Хәмитова Гүзәлиә ижады. Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

"Һаумы, ун етенсе яҙым!" Шиғыр
"Һаумы, ун етенсе яҙым!" Шиғыр

Һаумы , ун етенсе яҙым!

Һыуыҡ көндәр араһында,
Тороп ҡалды тағын бер яҙым.
Йылы яҡҡа ҡайтҡан ҡоштар менән,
Ергә килде ун етенсе яҙым.

Һаумы, ун етенсе яҙым!
Һаумы, минең йәшлек яҙым!
Ергә килгән һәр бер яҙым,
Ҡыуаныстар менән айырылмаһын!

Көтөп алған ун етенсе яҙым,
Бәхет кенә килтерһен.
Ғәзиз тыуған еребеҙгә,
Тыныслыҡты килтерһен.

Хәмитова Гүзәлиә, Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: