+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Октябрь 2023, 09:44

"Көҙ". Шиғыр

Рәсилә Ғарифуллина, Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.  "Аманат”тың йәш хәбәрсеһе. Шиғырҙар ижад итергә ярата.

"Көҙ". Шиғыр
"Көҙ". Шиғыр

Көҙ килде тыуған еремә
Бар тирә-яҡ сағыу төҫтәрҙә,
Көҙгө урманда шундай күңелле
Эй матурҙа, сихри миҙгелдә

Ана, ҡайын ҡоя һары япраҡ
Ә сағанда уттай ҡыҙыллыҡ
Һәр ағастың үҙ төҫө
Күҙҙең яуын алған матурлык.

Мул уңышлы көҙ айы
Ҡыуандырып ҡына торһон
Һәр кем дә алтын көҙҙән
Шатлыҡ ҡыуаныс алһын.

Ғарифуллина Рәсилә. Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.

Автор фотоһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: