Улдар
Ваҡытһыҙ китә йәш улдар,
Тыныс ятһын тиеп тыуған ерҙәр.
Йәшәп туймағанбыҙ тиеп тормай,
Көсөн һалып тыуған ерен һаҡлай.
Илай торғас оло инәйҙәрҙең,
Кибеп бөттө күҙ йәштәре.
Ҡосағыңа алып ҡосһаңсы, Хоҙай,
Туҡтар бәлки күҙ йәштәре...
Төн йоҡоларын йоҡламай,
Аяҡ өҫтө улар торалар.
Илем, күгем тыныс булһын тиеп,
Бар көстәрен улар түгәләр.
Хәмитова Гүзәлиә , Байназар мәктәбе уҡыусыһы.