+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
26 Октябрь 2023, 16:54

Киләсәгем яҡты булыр!

Вәсилә Әйүпова Бөрйән районының Байназар мәктәбендә уҡый. Киләсәккә уның хыялы - журналист булыу. Әүҙем хеҙмәттәшлеге өсөн "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булды. Шиғыр яҙырға ла маһир Вәсилә. Рәсимә Рауил ҡыҙы етәкләгән ижади түңәрәктә яратып шөғөлләнә. Буш ваҡыттарында китап уҡый, ҡул эштәре менән мәшғүл. Вәсиләнең шиғырын сайтта уҡығыҙ:

Киләсәгем яҡты булыр!
Киләсәгем яҡты булыр!

Киләсәгем яҡты булыр!

(Шиғыр)

  • Тормош үҙе ҙур бер диңгеҙ кеүек,
    Тулҡындары ажғыр, аяуһыҙ.
    Шул диңгеҙҙе йөҙөп сығыр өсөн,
    Ишер кәрәк ҡолас йәйеп ялһыҙ.

    Ә мин йөҙәм әле “хыял диңгеҙе”ндә
    Унда һиллек, унда тыныслыҡ.
    Бар көсөмдө һалып тырышырмын,
    Киләсәккә баҫыр өсөн ныҡ!

    Вәсилә Әйүпова,
  • Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы,
  • "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе.
  •  (Һүрәттә:Вәсилә Әйүпова ата-әсәһе һәм туғандары менән. Вәсилә алғы рәттә уңдан икенсе.)
Киләсәгем яҡты булыр!
Киләсәгем яҡты булыр!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: