+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Ғинуар , 14:33

БЕР ТУҒАН АЛПАМЫШАЛАР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҺЕҢЛЕҺЕ АҒИҘЕЛКӘЙ ТУРАҺЫНДА ӘКИӘТ

Шерышева Юлиә -Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһенең 2022-2023 уҡыу йылының сығарылышкласс уҡыусыһы, Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм ярыштарҙың еңеүсеһе («Созвездие талантов», «Пушкинский фестиваль», Всероссийская и Республиканская научно-практические конференции «Молодежь. Прогресс. Наука», «Шаги в науку»).

Шерешыва Юлиә, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе уҡыусыһы

(Етәксеһе – Старицына Ю.А., рус теле уҡытыусыһы)

Шерышева Юлиә -Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһенең 2022-2023 уҡыу йылының сығарылышкласс уҡыусыһы, Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм ярыштарҙың еңеүсеһе («Созвездие талантов», «Пушкинский фестиваль», Всероссийская и Республиканская научно-практические конференции «Молодежь. Прогресс. Наука», «Шаги в науку»).

БЕР ТУҒАН АЛПАМЫШАЛАР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ҺЕҢЛЕҺЕ АҒИҘЕЛКӘЙ ТУРАҺЫНДА ӘКИӘТ

Борон-борон заманда башҡорт ерендә, йәшәгәндәр, ти,дүрт бер туған алпамыша һәм уларҙың һеңлеһе Ағиҙелкәй. Ағалары артынан һеңлеләре  йүгереп йөрөгән, уларҙың эштәрен күҙәткән һәм сылтырап йылға булып ағып киткән. Шәкетау, Йөрәктау, Ҡуштау һәм Торатау, тауҙай ҡалҡан булып, тыуған ерҙәрен һаҡлағандар. Үҙҙәренең йәшәгән төйәктәрендә улар ағас ултыртҡандар, төрлө йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы үрсеткәндәр һәм һалҡын ҡыштарҙа уларға ярҙам иткәндәр, ти.

Сылтырай һәм уйнай-уйнай йылға ағаларының көсө, ҡөҙрәте менән һоҡланған. Иң ҙуры һәм иң  күркәме Торатау булған. Ул ҡояшты бик яратҡан һәм уның нурҙарында иркәләп, юғарыға үрелгән. Ҡасандыр кешеләргә ярҙам иткән, шуға ла хәҙер улар тауҙы үҙҙәренең ҡалаларының тамғаһы итеп алған, ти.

Ҡуштау бәләкәйҙән ныҡлы кәүҙәле булған, теремеклеге һәм көс-ҡеүәте менән башҡаларҙан айырылып торған. Әгәр ҙә Ҡуштауға икенсе яҡтан ҡараһаң, ул өс башлы булып күренгән. Бик ҡунаҡсыл булған. Шуға ла уның итәгендә яҙын һабантуйҙар, йәйен һәм көҙөн төрлө ярыштар үткәргәндәр, ә ҡышын унда сана һәм саңғыла шыуғандар. Кешеләр ял итеп рәхәтләнгән, матур тәбиғәт менән һоҡланған.

Йөрәктау иһә бик һаҡ булған. Ул шау-шыуҙы яратмаған, шуға ла ағалары күңел асҡанда, йыш ҡына әрләшкән. Һәм кешеләрҙе үҙҙәренә яҡын килтергән өсөн: «Был яҡшыға алып килмәйәсәк, һаҡ булығыҙ!» - тип әйтеп, киҫәтеп килгән. Кешеләр ҡурҡҡан йыландар менән дуҫлашҡан Йөрәктау. Тик бейек тау башына менеп осҡан парапланеристарға ҡаршы тора алмаған: уларҙың ҡош кеүек осоүҙарын күҙәтергә яратҡан. Һәм ҡасандыр ул да ошолай  тау башына менеп,  осоп, азатлыҡты тойорона бик ышанған.

         Шәкетау  иң матуры һәм йомарт булған. Әгәр ҙә Ҡуштау ҡунаҡ саҡырһа, Шәкетау уларға бүләктәр таратҡан. Һәм уның кейеме лә иң матуры икән: өҫ кейеме диңгеҙ төҫөндә, биҙәктәре мәрйендәр һәм ҡабырсаҡтарҙы хәтерләткән. Ә ҡышын иһә йылы аҡ кейемен кейгән.

         Бер көндө Ҡуштау Башҡортостан халҡын һабантуйға саҡырған һәм бик сәйер бер инәй уларға эйәреп килгән. Был инәйҙе бер кем дә күргәне булмаған, сөнки ул күңел асыуҙы яратмаған, байрамдарға йөрөмәгән. Уны тик байлыҡ һәм аҡса ғына ҡыҙыҡһындырған. Олораҡ кешеләр был сәйер инәйҙән йыраҡ булырға ҡушҡан, киҫәткән. Эйе, ысынлап та, Йүбәбә бик ғорур, маҡтансыҡ булған, үҙенән башҡа бер кемде лә яратмаған. Уның ҙур байлыҡ килтергән заводы ла булған, ти. Йүбәбә һәр ваҡыт заводтың эшмәкәрлеген тикшереп, күҙәтеп барған. Эшселәренә ал да, ял да бирмәгән, киреһенсә уларҙы туҡтауһыҙ эшләргә, хеҙмәт итергә ҡушҡан. Хатта ҡайһы ваҡытта Йүбәбә  бер тин дә түләмәгән, улар бушҡа эшләгән, ғаиләләре аслы-туҡлы йәшәгән, ти.

Үткер күҙҙәре менән үтәнән-үтә тишерҙәй итеп, Йүбәбә байрамда алпамышаларҙы күҙәткән. Ул дүрт туғанды  заводының эшселәре итеп күҙ алдына килтергән, ләкин батырҙарҙы үҙенә нисек итеп буйһондорорға белмәгән: алпамышалар  һәр ваҡыт бергә, татыу булған.

Бына байрам да аҙағына яҡынлашҡан, ҡунаҡтар ҡайтырға ашыҡҡан.Шәкетау, Йөрәктау, Ҡуштау һәм Торатауға ҡунаҡсыл булғандары өсөн рәхмәттәр әйтә-әйтә, бөтәһе лә таралыша башлаған.

         Шул ваҡыт яуыз ҡатын бер ҡарарға килә: батырҙарҙы берәмләп үҙенә ҡарартырға кәрәк! Һәм Йүбәбә юхаланып ҡына  изге күңелле Шәкетауҙы уға ярҙам итеүен, ауыр йөгөн ҡалаға тиклем алып барыуын һораған. Оло кешегә нисек ярҙам итмәйһең инде? Шәкетау ризалашҡан һәм әбейҙең ауыр йөктәренә үҙенең бүләктәрен дә өҫтәп, йырлай-йырлай, ҡалаға юл тотҡан, ти.

Уралдың теге ярында

Әйләнермен мин мәрйенгә.

Һинең өсөн генә,

Тик һинең өсөн генә

Ҡушылырмын диңгеҙ, океанға,

Океанға, океанға, океанға....

 

Шәкетау нисек килеп еткәнен һәм ҙур ҡапҡаларҙың алдында баҫып торғанын  һиҙмәй ҙә ҡалған. Уларҙы көслө егеттәр ҡаршы алған. Алдан  Йүбәбәне  үткәреп, аптырап торған Шәкетауҙы ла төрткөсләп индереп ебәргәндәр. Шунан һуң батырҙы бер кем дә күрмәгән, ти.

Бик күп ваҡыт аҡҡан. Шәкетауҙы нисек ҡотҡарырға тип, өс бер туған  баш ватҡан, сөнки унһыҙ бик ҡыйын, күңелһеҙ булған. Тауҙан бик күп байлыҡтар йыйып, Йүбәбәгә килтергәндәр һәм тотҡондо азат итеүҙе һорағандар. Әбей бик ҡыуанып бүләктәрен алған һәм туғандарын сығарыуҙы вәғәҙәләгән. Тик батырҙарға бер шартын ҡуйған: матур тау итәктәренә кешеләр саҡырмаҫҡа, байрамдар үткәрмәҫкә! Йөрәктау, Ҡуштау һәм Торатау әбейгә ышанған һәм шартына ризалашҡан.

Бынан ары Йөрәктау, Ҡуштау һәм Торатау тыныс һәм бик күңелһеҙ тормошта йәшәй башлаған: кешеләрҙе саҡырмағандар, байлыҡтарын таратмағандар, йәшергәндәр,  бүләк итмәгәндәр, ҡомһоҙ ҡарсыҡҡазатлы әйберҙәрен йыйғандар. Хатта теремек һәм сос Ағиҙелкәй ҙә һирәгерәк йылмайған, көлгән, сайпылған, ул да ағаһын һағыныпилай башлаған.

          Бер көндө Ағиҙелкәй тауҙың икенсе яғына ағып килеп сыҡҡан. Унда балаларҙың һыу ингәнен күҙәткән һәм һөйләшеүҙәрен ишетеп ҡалған. Бер бәләкәй генә малайҙың атаһы әсәһенә шундай хәбәр әйткән: Йүбәбә үҙенең эшселәрен теге өс батырҙан сираттағы яһаҡты һәм береһен алып килергә ҡушҡан.Сөнки Шәкетау көндән-көн хәлһеҙләнгән, көсө кәмегән, уға алмашсы кәрәк булған. Был хәбәрҙән Ағиҙелкәй шул тиклем ҡурҡҡан, бар көсөнә ағаларына ашҡынған.

         Ишеткән хәбәрен түкмәй-сәсмәй ул ағаларына һөйләп биргән. Батырҙар бүтәнсә Йүбәбәне, уның эшселәрен, тауға яҡын килтермәҫкә хәл иткән. Улар бөтә юл, һуҡмаҡтарҙы ҡаплаған. Ә үҙҙәре ҙур таш менән ҡапланып,  байлыҡтарын йәшергән, ти.Улар йәнә бергә, йәнә айырылышмайҙар, тик хәҙер ағай-эне киңлектә иркен йөрөп, кешеләр менән күңел аса алмаған. Ә шихандар өҫтөндә кешеләр йыш ҡына матур йыр ишетә икән...

Уралдың теге ярында

Әйләнермен мин мәрйенгә.

Һинең өсөн генә,

Тик һинең өсөн генә

Ҡушылырмын диңгеҙ, океанға,

Океанға, океанға, океанға....

(Сирбаева А.Р. тәржемәһе).

 

 

Шерышева Юлия, ГБОУ  РЦДО г. Стерлитамак

Рук. – Старицына Ю.А., учитель русского языка и литературы

СКАЗКА О БРАТЬЯХ-ВЕЛИКАНАХ И СЕСТРИЦЕ ИХ БЕЛЯНОЧКЕ

В прежние времена жили на Башкирской земле четыре брата-великана и сестричка Беляночка, которая следила за их работой и весело бегала вокруг них, превращаясь в реченьку. Шахтау, Юрактау, Куштау, Тратау были громадные, как горы, мудрые защитники своего края. Они разводили деревья, привечали птиц, зверей, давая им кров и помогая пережить холодную зиму.

 Сестрица, журча и играя, любовалась своими красавцами-братьями. Самым высоким и статным был Тратау. Он любил солнце, тянулся к нему, греясь в тёплых лучах. Когда-то он помог людям, совершив подвиг, и с тех пор жители почитают героя, а некоторые даже изображают на гербе своего города.

Куштау с детства отличался крепким телосложением, ловкостью и силой. У него были огромные мускулы. Когда на Куштау смотрели со спины, то казалось, будто у него три головы. Он был гостеприимным, поэтому весной устраивал сабантуи, летом и осенью –  спортивные соревнования, а зимой –  приглашал покататься на санках и лыжах. Люди наслаждались отдыхом, общением и видом красивых просторов.

Юрактау был осторожным и бдительным. Он не любил шум и часто ворчал на братьев, предупреждая, что они слишком близко подпустили к себе людей. «Это до добра не доведёт»,– говорил Юрактау. Он подружился со змеями, которых так боялись и взрослые, и дети, но не смог устоять перед смелостью парапланеристов, не побоявшихся взобраться на самую высокую вершину, несмотря на опасности. Юрактау любил наблюдать, как взлетают и парят, словно птицы, бесстрашные храбрецы, и мечтал, что когда-нибудь тоже покорит вершину одной из гор и сможет ощутить полную свободу.

Шахтау же был самым красивым из всех братьев и щедрым. Когда Куштау приглашал людей, то Шахтау всегда разрешал им взять что-то в качестве дара. Ещё у этого великана были самые красивые одежды: основная ткань имела фактуру морской губки, а узоры напоминали кораллы и ракушки. Зимой же он надевал прекрасную белую мягкую шубу, в которой было очень тепло.

 Однажды весной, когда Куштау позвал жителей Башкирии на сабантуй, на праздник пришла старая женщина. Раньше её никогда здесь не видели, так как она не любила веселье, а потому не понимала окружающих. Для неё имели смысл только деньги. Люди между собой говорили, что со старухой лучше не связываться, иначе худо будет. Юбаба была алчной, самолюбивой, горделивой и жадной. Она постоянно следила за работой собственного завода, приносящего ей немалый доход. Юбаба никогда не давала поблажек рабочим, а наоборот, заставляла выполнять самую тяжёлую работу, требуя всё больших объёмов и качества. Иногда люди не получали зарплату месяцами, из-за чего их семьи голодали, испытывали нужду.

Зорко наблюдала Юбаба за великанами на празднике. Она уже представляла их рабочими своего завода, но понимала, что заманить к себе богатырей будет сложно: они постоянно держались вместе.

День близился к концу, солнце садилось, пора было расходиться по домам. Взрослые с детьми разъезжались, благодаря Шахтау, Юрактау, Куштау и Тратау за гостеприимство.

Решила злодейка, что больше медлить нельзя: нужно заманивать братьев поодиночке. Попросила Юбаба доброго Шахтау проводить её до города, помочь донести тяжёлую сумку. Не смог он отказать в просьбе старому человеку и, положив в нее ещё и свои дары, взвалил на плечи и радостно зашагал по дороге, напевая любимую песню:

На том берегу Урала

В реке превращусь в кораллы.

И только для тебя... я...

И только для тебя

Сотру моря и океаны... Океаны... Океаны...Океаны...

Так не заметил Шахтау, как дошли они до огромных ворот. Навстречу им вышли крепкие юноши, которые, пропустив Юбабу вперёд, втолкнули и присмиревшего великана...

        Больше братья его не видели.

Прошло немало времени. Решили богатыри попытаться вызволить из беды Шахтау, потому как без него тяжко им было. Собрав чудесные дары, принесли великаны их Юбабе и попросили освободить невольника. Приняла она дары, пообещала, что отпустит, но с тем условием, если братья будут беречь прекрасные горы для неё и перестанут приглашать людей. Делать нечего, поверили богатыри старухе, согласились на её условия.

         Отныне на тишину и одиночество обрекли они себя: людей не приглашали, прятали богатства, укрывали от всех то, что должно было достаться жадной старухе, надеясь на возвращение брата. Даже резвая Беляночка стала реже улыбаться, журчать, скучая и плача. 

Однажды речонка, забежав за другую сторону горы, нечаянно подслушала разговор детей, которые купались в озере. Маленький мальчик услышал дома, как его отец рассказал матери, что старуха Юбаба снаряжает рабочих к великанам не только для того, чтобы собрать очередную дань, но и забрать одного из них, так как Шахтау совсем потерял силы, зачах и стал хуже работать. Испугалась Беляночка и со всех ног помчалась к братьям.

Она рассказала им подслушанный разговор. Решили богатыри не пускать больше работников Юбабы на свою территорию и навеки закрыли им доступ к дарам. Каждый укрылся в своей горе, заперев её огромным камнем. Снова великаны были неразлучны, только теперь не могли братья свободно гулять на просторе, веселиться с людьми. А над шиханами люди часто теперь  могут услышать красивую песню.

На том берегу Урала

В реке превращусь в кораллы.

И только для тебя... я...

И только для тебя

Сотру моря и океаны... Океаны... Океаны...Океаны...

 

Автор:аманат
Читайте нас: