+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Ғинуар , 08:31

"Иң күңелле мәлдәр". Тамерлан Зарипов

Тамерлан Зарипов шиғыры. Тамерлан "Аманат"тың йәш хәбәрсеһе. Туймазы районының Серафимов ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.

"Иң күңелле мәлдәр". Тамерлан Зарипов
"Иң күңелле мәлдәр". Тамерлан Зарипов

Иң күңелле мәлдәр

Көтөп алған каникулдар,

Елдереп килеп етте.

Бала  саҡтың иң күңелле

Рәхәт саҡтары етте.

 

Эй, елдерәһең саналарҙа,

Саңғыла ла осаһың.

Конькиҙарҙа шыуып туйғас,

“Тау батшаһын” уйнайһың.

 

Китаптар ҙа уҡыйбыҙ,

Йәнһүрәттәр ҙә ҡарайбыҙ,

Атай менән әсәйгә лә

Ярҙам итеп алабыҙ.

 

Һыуыҡ тип тормайбыҙ

Ҡар бабай ҙа яһайбыҙ.

Биттәребеҙ ал булғансы

Саф һауала йөрөйбөҙ.

 

Яңы йылда яңы көстәр

Туплап, эшкә башларбыҙ.

Яңы йылдың һәр бер таңы

Бәхет-ҡыуаныстар килтерһен!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: