+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Февраль , 10:09

Тышаулы әтәс. Булған хәл

Беҙҙең үтенес буйынса олатай әтәсте тышаулап ҡуйҙы. Тәүҙә беҙгә ҡыҙыҡ булды. Әтәсте ирештереп, арытып бөттөк. Һикереп беҙҙе ҡыуып та ҡарай, ҡанаттары менән осоп та ҡарай, тик ары китә алмай. Бына беҙ рәхәткә сыҡтыҡ. Бар эште йәһәт кенә эшләп ҡуябыҙ. Ихатала ысын хужалар кеүек йөрөйбөҙ. Бер көндө шулай өйрәк бәпкәләрен ашатып йөрөгәндә Әлиәнең “әтәс” тип ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды. Баҡһаң, беҙҙең әтәсебеҙ тышауын һалырға өйрәнеп алған! Бына ниндәй аҡыллы ҡош булып сыҡты! Олатайым икенсе төрлө итеп бәйләп тә ҡараны, әтәсебеҙ бауын суҡышы менән сисә лә ырғыта. Ни эшләргә?

Тышаулы әтәс. Булған хәл
Тышаулы әтәс. Булған хәл

Йәйге каникул етеү менән кемдер — йылы яҡҡа, кемдер лагерға, ә кемдер ауылға елдерә. Мин дә, йәй етеү менән, олатай-өләсәйемдәргә юлландым. Эх, күңелле лә инде ауылда!

Барыбыҙ ҙа ҡайтып йыйылғас, өләсәйем беҙҙе киҫәтеп ҡуйҙы: “Балаҡайҙарым, әтәсебеҙ уҫал, суҡый, һаҡ булығыҙ!” — тине. Солтан ағайым менән мин: “Беҙҙең кеүек батыр егеттәр әтәстән ҡурҡып торамы ни!” — тиештек.

Шулай, ихатаға сығып, иркенләп йөрөп ятҡанда аҙбар яғынан теге әтәс килеп сыҡты ла беҙҙе күҙәтә башланы. Беҙ, имеш, ҡурҡмайбыҙ, уйлап та бирмәйбеҙ. Бер мәлде Әлиә, сырылдап, йүгереп, өйгә инеп китмәһенме! “Әтәс!” — тигәне генә яңғырап ҡалды. Шул ыңғай беҙ ҙә өйгә табан йүгерештек. Хатта тәпешкәләребеҙ төшөп ҡалғанын да һиҙмәгәнбеҙ! Теге аҡ әтәс батыр ҙарса беҙҙе ҡыуып ебәрҙе лә үҙ юлы менән китеп барҙы.

Беҙ баш вата башланыҡ: нисек был әтәсте еңергә? Өләсәй төшкә тиклем әтәсте бикләп тота, кискә табан ғына саф һауаға сығара. Беҙ йөрөй тип, әтәс көнө-төнө биктә ултыра алмай бит инде! Кисен барлыҡ эш башлана ла инде: мал-тыуарҙарҙы алып ҡайтыу, өйрәк бәпкәләрен ябыу, йәшелсәләргә һыу һибеү.

Олатайым да әтәсте шелтәләп ҡараны, тик әтәс уны ла тыңламай: аҙбар яғына ыңғайлауыбыҙ була, йүгереп килә лә сыға. Гел генә олатай, өләсәй артынан эйәреп йөрөп булмай бит инде.

Хужаларҙан ҡурҡа, улар менән булғанда тыныс ҡына йөрөй. Олатайым өйҙә булмаған көндө бигерәк ҡыйын, өләсәйемдең йомоштарын да үтәп булмай. Уйлай торғас, беҙ әтәсте ат тышаулаған кеүек тышауларға булдыҡ. Имеш, әтәсте аҡылға ултыртабыҙ! “Күрһәтәйек әле кем йортта хужа икәнен!” — тиештек.

Шулай итеп, беҙҙең үтенес буйынса олатай әтәсте тышаулап ҡуйҙы. Тәүҙә беҙгә ҡыҙыҡ булды. Әтәсте ирештереп, арытып бөттөк. Һикереп беҙҙе ҡыуып та ҡарай, ҡанаттары менән осоп та ҡарай, тик ары китә алмай. Бына беҙ рәхәткә сыҡтыҡ. Бар эште йәһәт кенә эшләп ҡуябыҙ. Ихатала ысын хужалар кеүек йөрөйбөҙ.

Бер көндө шулай өйрәк бәпкәләрен ашатып йөрөгәндә Әлиәнең “әтәс” тип ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды. Баҡһаң, беҙҙең әтәсебеҙ тышауын һалырға өйрәнеп алған! Бына ниндәй аҡыллы ҡош булып сыҡты! Олатайым икенсе төрлө итеп бәйләп тә ҡараны, әтәсебеҙ бауын суҡышы менән сисә лә ырғыта. Ни эшләргә? Шунан олатайым менән өләсәйем беҙҙең әтәскә һәм уның тауыҡтарына көндөҙ саф һауала тибенеп йөрөр өсөн махсус урын эшләп бирҙе. Шулай итеп, барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булдыҡ. Әтәскә “Батыр” тип ҡушамат та бирҙек. Бындай мажаралы каникулдарым булғаны юҡ ине әле!

Ә һеҙҙең каникулығыҙ нисек үтте, дуҫтарым?

Автор:Тамерлан ЗАРИПОВ, Туймазы районының Серафимовка мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: