+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
23 Февраль , 10:10

"Тыныслыҡ һүрәте". Тамерлан Зариповтын шиғыры

"Тыныслыҡ һүрәте", Зарипов Тамерлан, Туймазы районы, Серафимов ауылы. Илемдең киләсәге өсөн Күпме һалдат тора һаҡта. Баһадир ир-егеттәребеҙ барҙа Дошман һис тә үтә алмаҫ!

"Тыныслыҡ һүрәте". Тамерлан Зариповтын шиғыры
"Тыныслыҡ һүрәте". Тамерлан Зариповтын шиғыры

Тыныслыҡ һүрәте

 

Атайҙарҙың байрамына

Төшөрөп ҡуйҙым бер һүрәт.

Улар ҙа бит егет саҡтарында

Ил сиктәрен һаҡлаған.

 

Илемдең киләсәге өсөн

Күпме һалдат тора һаҡта.

Баһадир ир-егеттәребеҙ барҙа

Дошман һис тә үтә алмаҫ!

 

Булһын ине Еребеҙҙең

Һәр мөйөшөндә тыныслыҡ.

Алһыуланып таңдар атһын да

Ҡыҙарып ҡояш байыһын.

 

Бөтә атай-олатайҙарҙы

Байрам менән тәбрик итәм.

Һүрәтемдең иң уртаһына

Яҙып ҡуйылған “Тыныслыҡ”!

Тамерлан Зарипов

 

Ғәлиуллин Далерҙың һүрәте. Туймазы районы, Серафимов ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: