Бик борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың балалары тыуған да бер туҡтауһыҙ үлеп торған.
Шулай икәү генә йәшәп ятҡанда бабай ҡартайып китә. Ер һөрөү, иген сәсеү уға ауырлаша. Бер көндө бабайҙың башына ҡайғы төшә: балам да, ҡарт көнөмдә ярҙамсым да юҡ, - ти ул. Эй, ҡайғыра бабай. Балаларымдың, исмаһам, берәүһе йәшәһә лә был тиклем ыҙаламаҫ инем. Әллә инде Аллаһ Тәғәлә алдында шул тиклем ғонаһтарым күп булдымы икән? – тип һәр ваҡыт үкенес белдергән, ти.
Бына яҙ етә. Бабай ерен һөрөп, игенен сәсә башлай. Бер көн сәсерлек игене ҡалғас, әбей бабайына:
–Игенеңде бөгөн сәсеп тамамлай алһаң, иртәгә балыҡҡа барыр инең. Шул тиклем балыҡ ашағым килә, – ти икән.
–Ярар һуң, – тип әбейенең һүҙен хуплай. Ә үҙе был хаҡта әбейенә өндәшмәһә лә, эстән генә күптән көткән ниндәйҙер мөғжизә булырына өмөтләнеп ҡуя. Бер көн сәсерлек орлоғон сәсеп, эшен тамамлап ҡуя. Шул саҡ ҡуйы болоттар килеп сығып, шаулатып ямғыр ҡойоп үтә. Әбей менән бабай быға ла бик ҡыуаныша, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ҡылып, рәхмәттәр уҡыйҙар.
–Бабай, сәсеүеңде тамамлағаныңды көтөп кенә торған бит был ямғыр! Хоҙай беҙгә миһырбанлыҡ ҡылып, ниндәйҙер яҡшылыҡ килеүенә ишаралайҙыр ул!
–Уның мәрхәмәте киң. Яҡшыға өмөт итәйек! Амин! – тигән бабай әбейенә яуап итеп.
Иртәгәһенә көндөң илаһи хозурлығын күреп хайран ҡалғандар, ти: аяҙ күк, саф һауа, асыҡ, сағыу төҫтәге йәйғор күкте иңләй! Иртәнге тәмле сәйҙән һуң бабай ҡыуанып ҡына балыҡҡа китә. Ә әбей ваҡ-төйәк эштәрен башҡарып ҡуйырға ашыға. Ҡош-ҡортон ашата, самауырын ҡайната, бабайына тәмле ҡоймаҡ ҡоя.
Ә бабай был ваҡытта балыҡ ҡармаҡлай икән. Тик ниңәлер бөгөн балыҡ ҡапмай ҙа ҡапмай. Ямғырҙан һуң йылы. Ел юҡ. Ғәҙәттә бындай саҡта балыҡ бик шәп ҡаба ине ләһә. Ни булды әле бөгөн?! Әбейемдең балыҡ ашағыһы килә. Һис юғында берәй бөртөк кенә булһа ла балыҡ алып ҡайтып булһа инде әбекәйемә. Шул саҡ көрөк менән ит алып килгәне иҫенә төшә лә бабайҙың, көрөгөнә ит ҡатып, уны ҡамыштар араһына, төпкәрәк ырғыта.
Күҙ асып-йомған арала ғына көрөктө нимәлер төпкә һөйрәп алып китә лә башлай. Бабай көрөктө яр ситенә, ә нимәлер һыу төбөнә тарта. Тартҡыслай торғас, бабай ныҡ арып китә. Шулай ҙа көрөктө матҡып тота, ысҡындырмай, яр ситенә һөйрәп алып сыға. Ҡараһа!.. Ни ғәләмәт!..Бабай көрөктө тартам тип, ҙур балыҡ менән алышҡан икән дә!..
Яр ситендә абайлабыраҡ ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, бабайҙың үҙе ҙурлыҡ суртан булып сыҡҡан!
Бабай ҡыуанысынан теге балыҡты күтәреп алайым тиһә, суртан әйләнеп китеп тороп ҡойроғо менән “шап” иттереп, бабайға эләктереп алған. Бабай һыуға барып төшкән. “Аһ, әле һин шулаймы ни!..” тип, теге балыҡтың башына йоҙроғо менән тондора. Шул секундта хәрәкәтһеҙ ҡалған суртанды бабай һөйрәтеп, өйгә алып ҡайта. Әбейе был хәлде күреп, хайран ҡала. Бабайына: “Аллаһ Тәғәләнең беҙгә ҡарата йәнә бер шәфҡәте,”- тип,йүгереп йөрөп ҡыуана. Шулай итеп, бабай менән әбей, яуған ямғыр, ишелеп уңған иген, бәрәкәтле ер, аҡҡан йылға, емешле урман-тауҙар өсөн дәАллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, рәхмәттәрен уҡыған. Уларға көндән-көн ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс, һәр бер көндәре уңышлы килгән. Ә бер көндө уйламағанда, Аллаһ Тәғәлә киң рәхмәте менән, әбей менән бабай уллы була! Эй, шатланалар улар!
–Йә, атаһы, улыбыҙға кем тип исем ҡушабыҙ? – тигән әбей.
Бабай күп уйлап тормаған, Лоҡман тип исем биргән сабыйға.
Балыҡ тотоп йөрөгән йылғаның төбөндә, бик тәрәндә, йәшәгән, ти, һыу халҡы. Баштан билгә тиклем улар кеше ҡиәфәтендә, ә билдән түбән – балыҡ, ти. Һыу халҡының үҙенең Һыубатшаһы булған. Уның хеҙмәтселәренә, һалдаттарына һәм шул батшалыҡҡа буйһонған һыу халҡына яман ҡурҡыныс янай башлаған. Ҡайҙандыр килеп, был батшалыҡҡа йөҙйәшәр Суртан эйәләшкән, ти.
Һыубатшаның батшалығы шул тиклем хозур була. Уға хисапһыҙ йылдар буйы балыҡтар хеҙмәт итә икән. Аҫыл таштарҙы, гәлсәр, яҡут, гәрәбә, мәрйен кеүек бөтөн байлыҡты был Һыубатшаға ташыр булғандар, ти. Шуға ла батшалыҡ һарайҙары күҙҙең яуын алып торған. Хатта юлдары ла ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән булған.
Суртан килгәндән бирле был батшалыҡтың хеҙмәтселәренең яртыһы юҡ була. Ни өсөн тиһәң, шул Суртан барыһын да ашап тик тора икән.
–Тиҙҙән һис кем ҡалмаясаҡ был батшалыҡта! Суртан барыбыҙҙы ла ашап бөтөрәсәк, –тигән ризаһыҙ халыҡ Һыубатшаһына килеп.
Батшаның шул тиклем асыуы килгән. Утлы уғын алған да Суртан менән алышҡа сығып киткән.
Һыубатшаһы әлегә тиклем Суртанды күргәне булмаған. Бер мәл теге мәлғүнде күреп ҡала.
–Бына ниндәй хәшәрәт икәнһең һин! – ти ҙә, утлы уғы менән Суртандың ҡойроғона ҡаҙай. Уны һурып ала ла, ҡамыштар араһына инеп китә.
Суртан тегеләй-былай әйләнеп, ауыҙын әшәүәтһеҙ асып, үҙен йәберләүсене эҙләй башлай.
–Был ни ғәләмәт булды әле! Кем уға ҡағылырға баҙнат итте һуң??! –тип аптырашта ҡалған Суртан.
Һыубатшаһы ҡамыштар араһынан тороп, уғын Суртандың бүҫелергә торған ҡорһағына ҡаҙап алған. Һуңғы көндәрҙә батшалыҡтың хеҙмәтселәрен тотоп ашай алмаған Суртан, аслыҡтан да, ауыр яранан да хәлһеҙләнгән. Был ниндәй ҡурҡыныс йән эйәһе мине – йөҙйәшәр хәйләкәрҙе – йәрәхәтләне һуң әле?!. – тип баш ватҡан ыңғырашып. Үҙенең еп өҙөрлөк тә хәле ҡалмай башлаған. Был ерҙәрҙән тиҙерәк ҡасып китергә кәрәк тип уйлай башлай ул дер-дер ҡалтырап. ...Аһ! Был ни ғәләмәт?!. Ит еҫе сыға бит!.. Тәмле ит ашап алһа, Суртанға хәҙер хәл керәсәк, яралары бөтәшәсәк. Ҡайҙа әле, ауыҙ итәйек хуш еҫле итте!.. Шулай тип уйлап, Суртан, итте һоғоноп ебәрә. Тамаҡ ялғанды, был ерҙәрҙән тайырға ваҡыт етте! – Яралы кәүҙәһен саҡ һөйрәп, китергә ыңғайлай. Тик әлеге лә баяғы ит бәләһе, ул бауға бәйләнгән булған бит! Суртанды һыуһыҙ ергә -ярға тартҡылай был ғәләмәт!..
Шул мәлдә Суртандың көрөккә эләккәнен Һыубатша күреп ҡала. Йә, кем еңер икән?.. Ул ҡырҙан ғына күҙәтә башлай. Әгәр Суртан ҡасыр яҡҡа ыңғайлай башлаһа, утлы уғы менән Суртандың туймаҫ ҡорһағына берҙе эләктерергә әҙер тора, ти үҙе.
Ҡара ерҙә ҡара тирен түгеп сыныҡҡан балыҡсыға бындай ғына Суртанды еңеүе бер ни тормай! Йөҙйәшәр йән эйәһе яр башына сығып ятыу менән Һыубатша еңел һулап, үҙенең батшалығына йөҙөп китә.
Бына бит, үҙенең башына шашты был Суртан! Хәҙер инде минең батшалығымда тыныс. Һыуһалдаттарыма, хеҙмәтселәремә, йомошсоларыма һис бер ҡурҡыныс янамай.
Шул саҡ үҙенең бүлмәһенән Батшабикә килеп сыға. Һыубатша ҡатынына булған хәлде,Суртанды нисек итле көрөккә эләгергә “ярҙам иткәнен” һөйләп биргән. Батшабикә үҙенең батыр Һыубатшаһын ғорурланып, һоҡланып тыңлаған да еңел һулап ҡуйған. Икенсе бүлмәлә иҙрәп йоҡлап ятҡан Һыуһылыу исемле һылыу ҡыҙын ҡарап, ире янына йәнә йөҙөп килә.
–Ул ҡомһоҙ бәләкәй балаларҙы ла йәлләмәне, ашаны бит! – тип әрнегән Батшабикә. –Әйткәндәй, күрше Балыҡбикәләрҙән алыҫ та түгел ерҙә Йәйенбай йәшәй тип ишеткәйнем.
–Йәйенбай балыҡтарға ҡурҡыныс янамай. Бик ныҡ асыҡһа ғына ятҡан еренән ҡуҙғала. Шул саҡта ғына һаҡ булырға кәрәк. Ҡайҙа һыу шаулай, кеше йөрөймө, малмы, Йәйенбай шул яҡҡа юллана. Ул ҡарап тормай. Ҡорбаны ауыҙына һыйырлыҡ була, шул етә.
Бабай менән әбейҙең улдары Лоҡман, йомош-юлға йүгереп кенә йөрөп, үтә лә ярҙамсыл булып үҫеп етә. Егет ҡорона еткәс, атаһының ҡулынан барлыҡ ауыр эштәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Лоҡманға ҡарап, атаһы “Аллаһ Тәғәләгә биргәненә шөкөр!” – тип бик ҡыуанған.
Улдары үҫеп, егет булғансы тип, атаһы улына бик йылғыр һәм матур ҡолонсаҡ та инселәгән була. Егет ҡорона инеүгә ҡолонсаҡ тай булып үҫеп етә. Лоҡман яратҡан тайына Дөлдөл тип исем ҡуша. Улар икеһе лә айырылмаҫ дуҫтар була. Ҡайҙа барһа ла тик бергә йөрөйҙәр. Лоҡмандың үҙенең дә шәп дуҫтары күп була. Йорт-ҡура эштәренән бушағас, дуҫтар бергәләп, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнәләр. Атта сабышалар, уҡ-һаҙаҡтан аталар. Ҡолас ташлап, йылғала йөҙәләр.
Бер заман егеттәр ат сабышы ойошторорға булып китә.Аттарҙы сабышҡа әҙерләп, ашатып, ялдарын тарап тәрбиәләйҙәр. Ә уларҙы һыу индереү ғәҙәткә инеп китә.
Лоҡман да Дөлдөлөн бик һәйбәт ҡарай, ярата, ашата, йыуындыра. Ныҡ ҡәҙерләй икән.
Бер көндө Лоҡман дуҫтарына килә лә:
–Егеттәр, тиҙҙән үтәсәк ярышҡа аттарыбыҙҙы һәйбәт итеп әҙерләнек. Матур итеп сығыш яһарға булһын! – тигән.
–Байрамда тамашасылар араһында ҡыҙҙар ҙа күп була. Үҙебеҙгә кәләш тә һайларбыҙ, - тип егеттәр дәррәү ҡыуаныстарын белдерә.
Байрам күңелле үтә. Йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар, уҡсылар, йүгеректәр, һайғауға менеүселәр, оҫталар, көрәшселәр майҙан тота. Ат сабышында Лоҡман еңеүсе була. Уның Дөлдөлө барыһын да артта ҡалдырып, иң беренсе килеп етә. Ауылыбыҙ батыры тип, Лоҡманды ҙурлап, халыҡ алдына сығарып, иң ҙур бүләкте уға тапшыралар. “Ауыл батыры Лоҡман” тип уны хөрмәтләп, бынан ары ҡушамат та бирәләр егеткә.
Шул көндән алып Лоҡман ата-әсәһе алдында ғына түгел, ауыл халҡы алдында ла үҙен бурыслы итеп тота башлай.
Ярыштан ҡайтҡас, Лоҡман Дөлдөлөн етәкләп, тағы ла йылға буйына килә. Атын йыуындырып, ялдарын тарап, дүрт тояҡлы дуҫын үлән уртларға тип, туғайға ебәрә. Үҙе ҡолас йәйеп һыу инергә төшөп китә. Алыҫ түгел, томбойоҡтар араһынан һыуҙан башын сығарып, бик сибәр ҡыҙ егеткә һүҙ ҡуша.
Лоҡман тирә-яғында бер кемде лә күрмәй. Алан-йолан ҡаранып, ҡыҙҙы саҡ күреп ҡала. Шул саҡ ҡыҙҙың сибәрлегенә таң ҡала! Бындай һылыулыҡты ғүмерендә лә күргәне юҡ таһа уның!.. Үҙен-үҙе аңламай, ҡыҙ торған яҡҡа йөҙә башлай.
–Сеү! Урыныңдан ҡуҙғалма! Юғиһә мине башҡаса күрмәйәсәкһең! – тип ҡысҡырып ебәрә ҡыҙ.
Лоҡман урынында ҡала.
–Һин кем булаһың, сибәр ҡыҙ? Нишләп мин һине бер ҙә күргәнем юҡ икән? – ти, егет.
–Ә мин һине атың менән килгәнеңде көн дә күрәм. Ниңәлер бөгөн оҙаҡланың? Мин һине оҙаҡ көттөм,– ти ҡыҙ.
–Бәй, бөгөн байрам булды бит ауылда. Һин килмәнеңме ни? Унда күңелле ярыштар, төрлө милли уйындар булды. Шуға күрә оҙаҡланым, – ти икән егет.
Ҡыҙ күңелһеҙ генә көрһөнә лә, иламһырағандай, һыуға сума.
–Әллә илайһың инде? Туҡта әле, һылыу ҡыҙ!.. – тип Лоҡман ҡыҙ торған урынға йөҙөп барһа, ҡыҙ урынында юҡ, ти.
Лоҡман был күренешкә ныҡ аптырап ҡала. Ян-яғына ҡаранып, ҡыҙҙы эҙләй башлай. Тик һис кем күренмәй, тауыш-тын ишетелмәй. Аптырағас, һыуҙан сыға ла, утлап йөрөгән атының теҙгененән эләктереп, ҡайтыу яғына ыңғайлай.
Уйынан әлеге ҡыҙ бер минутҡа ла сыҡмай. “Кем булды был сибәркәй? Быға тиклем ниңә уны күрмәгән?” – шундай уйҙарға батып, онотолоп йөрөй егет. Ахырҙа үҙенең уйын әсәһенә әйтмәй булдыра алмай Лоҡман.
–Әсәй, мин бөгөн шундай сибәр ҡыҙ күрҙем, – ти.
–Эйй, балаҡайым, сибәр ҡыҙҙар күп инде ул! Ата–әсәһе ҡыҙҙарға өйҙән йыраҡ сығып йөрөргә рөхсәт итмәһә лә, бөгөн байрамға килгәндәрҙер барыһы ла, – ти әсәй кеше, улына.
–Юҡ, әсәй, мин ул ҡыҙҙы һыу эсендә күрҙем, – тип, Лоҡман, ҡабаланып өйҙән сығып китә. Үҙе “Әсәйем минең ул ҡыҙ тураһында уйлағанымды һиҙеп ҡуймаһын. Ул ҡыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ итеп күҙ алдына килтерәйем әле,” – тип уйлай үҙенсә.
4.Һыуһылыуҙың йөрәк әрнеүе
Һыуһылыу, ер-һыу илап, Батшалыҡҡа ҡайтып инә.
–Ҡыҙым, ни булды һиңә? Берәйһе йәберләнеме? Кем ул ҡәббәхәт! –хафаға ҡалған әсә үҙ бүлмәһенә инеп йәшенгән ҡыҙы артынан ҡалмай.
–Йә, ҡыҙым, әйт инде әсәйеңә, ни булды һиңә?!. Атайың белеп ҡалһа, кәрәктәрен бирер!- ти икән.
Һыуһылыу, әсәһенең ике уйлап, бер төшөнә лә инмәгән сәйер хәбәр һалдыра:
–Әсәй! Минең һыубатшалығында йәшәгем килмәй! Минең ерҙә йәшәгем, ҡаты ерҙән атлап йөрөгөм килә! Мин Ерегетенә үлә яҙып ғашиҡ булдым. Мин ул егетте яратам!
–Кит инде, ҡыҙым, балыҡтар ышанмаҫ хәбәр һөйләп тораһың? Тәүбә ит! Ана, һинң ысын күрше егет Балыҡбай ҡайһылай өтәләнеп йөрөй. Атайың ишетеп ҡалмаһын! Икебеҙгәлә һәйбәт булмаҫ!.. – ти әсәй кеше.
Һыуһылыу һаман да үҙенең һүҙендәбик ҡаты торған:
–Ерегетте мин үҙебеҙгә алып ҡайтам! – ти үҙенсә ҡәтғи генә.
Батшабикә ҡыҙы өсөн бик ҡайғырып китә. Был хаҡта атаһына нисек еткерергә һуң? – тип балыҡтарын һанап ултырған Һыубатша янына килә. Иренең мөһим эш менән булышып ултырыуын күреп, уны бүлдергеһе килмәй.
–Ҡыҙым ҡайҙа китте икән инде? Әллә инде һаҡсыларға ҡыҙымды күҙәтеп йөрөһөндәр тип, үҙем генә әмер бирәйемме икән? Туҡта, Батшабикә! Ҡыҙың ғашиҡ булған икән, ғәйеп юҡ. Үҙеңдең йәш сағыңды иҫеңә төшөр әле?. Һин дә бит ул замандарҙа Ерегетте оҡшатып йөрөнөң. Егетте яратам тип, мин бит Һыубатшалығын ташлап китмәнем. Һыуһылыуым да бер аҙ болоҡһор ҙа туҡтар әле, – тип Батшабикә үҙен–үҙе тынысландырҙы.
Ә Һыуһылыу, үҙенә урын таба алмай, Ерегеттң ат йыуындырған, уның һыу ингән урынына тағы килде, ти.
Үҙенең яратҡан урыны ҡамыштар араһынан башын күтәреп ҡараһа, Ерегет тә яр ситендә моңайып ултыра икән. Аты ла юҡ,башын эйеп һыуға текәлгән дә, төпһөҙ уйға сумған.
–Иих, Ниңә мин уға өндәштем, һүҙ ҡуштым инде! Ул да мине оҡшатҡан күрәһең, хәҙер уның да мине күргеһе килә, шуға бойоҡтор... – тип уйлай ҙа Һыуһылыу, йәненең әрнеүенә сыҙамай киң йылғаны бер итеп, шашып илай-илай йөҙә башлай. Ни эшләгәнәнен, ҡайҙа барғанын да белмәй. Тик бына бәлә, үҙҙәренең батшалығынан бик алыҫлашҡан икән Һыуһылыу. Һәр ерҙә ҡурҡыныс һағалап торғанын белә–күрә ҡайһылай йыраҡта йөрөй әле... Тик тыуған йортона кире ҡайтҡыһы килмәй уның. Шулай бик оҙаҡ йөҙә торғас, Таштауға барып етә лә аптырап ҡала. “Мин ҡайҙа йөрөп ятам әле? Белмәгән-күрмәгән ерҙәргә нишләп килдем һуң мин? Был Таштау тураһында балыҡ халҡынан бер ҙә ишеткәне юҡ ине бит уның,” – тип уйлай Һыуһылыу. Хәҙер уға бында бик ҡыҙыҡ булып китә. Таштау тигән ерҙән һыуҙың өҫтөнә лә, һыу аҫтына ла сума. Бер сумһа, күрә, киң генә юл китә икән. “Бәй, был ниндәй юл икән? Шулай ҙа ҡурҡыныс бит әле... Бәлки, Йәйен ояһылыр унда?” – тип ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, инеп күрергә була.
Шул саҡ: “Уның Ерегеткә булған мөхәббәте, бәлки, буш хыял ғыналыр? Уның янында мин йәшәй алмайым. Ерегет беҙҙең батшалығыбыҙҙа ла йәшәй алмай. Шулай булғас, был донъяның ни ҡыҙығы, ни йыуанысы??! Үлһәм-үлермен, ерегет тә ҡайғырмаҫ. Әгәр мин уға оҡшамаһам егет яр ситендә улай ҡайғырып та ултырмаҫ ине. Йә, ярай, үлһәм ошоТаштау эсендә ҡалырмын, тере ҡалһам, Һыубатшалығына кире ҡайтырмын,” – тип уйлай ҙа Һыуһылыу Таштау эсенә юлын дауам итә. Ул бик оҙаҡ бара.Таштау эсе үҙе һыуыҡ, үҙе ҡараңғы, ти. Күҙгә төртһәң дә бер ни күренмәй. “Әллә боролорғамы? Юҡ! Аҙаҡҡаса барам!” – тип алға ынтыла Һыуһылыу.
(Дауамы бар)
Ғәфейә Бишева