+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
7 Март , 10:15

Аҡ ҡылған

"Әсәй, ҡайғырма! Еремә төнөн йондоҙло, ә көнөн ҡояшлы, аяҙ күген ҡайтарырмын. Йыртырмын был ҡара шәүләне!" -тигән дә уҡ -һаҙағын аҫып, биленә ҡылысын тағып, йән дуҫы Аҡбуҙатына атланып, егет яу ҡырына сапҡан. Ауылдың башҡа ҡыйыу ир -уҙамандары ла уның менән бергә ҡуҙғалған.

Аҡ ҡылған
Аҡ ҡылған

Боронмо, хәҙерме, әллә элегерәкме, кем белгән, әммә булған, ти, бер ауыл. Иҫ киткес гүзәл урында ултырған ул. Бер яҡтан Һаҡмар йылғаһы ҡосоп аҡһа, икенсе яҡтан, киң таш түшен киреп, Яманташ тауы ҡурсалап баҫып торған. Төнөн йондоҙло күге серлелек өҫтәһә, ә көндөҙ матур кешеләре менән йәмле, йәнле, данлы булған ауыл.

Ошо күркәм ауылда йәшәгән, ти, Әсә менән Ул. Күҙ ҡараһылай һаҡлап, яратып үҫтергән улында Әсәй кеше иң яҡшы сифаттар тәрбиәләгән. Улы батыр йөрәкле егет булып буй еткергән.

Һәүәтемсә генә көн күреп ятҡанда, һис уйламағанда ил өҫтөнә ҡара шәүлә ятҡан. Төнгө күк көмбәҙенә уйнарға һибелгән йондоҙҙар таң алдынан күҙ ҡыҫышып йәшенеп тә өлгөрмәй, көнбайыштан килгән ҡара ҡоҙғондар уларҙы йотоп, күк йөҙөн ялмап алған, ти.

"Әсәй, ҡайғырма! Еремә төнөн йондоҙло, ә көнөн ҡояшлы, аяҙ күген ҡайтарырмын. Йыртырмын был ҡара шәүләне!" -тигән дә уҡ -һаҙағын аҫып, биленә ҡылысын тағып, йән дуҫы Аҡбуҙатына атланып, егет яу ҡырына сапҡан. Ауылдың башҡа ҡыйыу ир -уҙамандары ла уның менән бергә ҡуҙғалған.

Көн артынан төн, ай артынан йыл, шулай күп ваҡыт үткән. Тик Әсәнең улы ғына һаман ҡайтмаған. Ул ҡараштарын алыҫҡа төбәп, көн дә өс юл сатындағы тау битләүендә, ҡытыршы ҡулдарын маңлайына ҡуйып, улын көтөр булып киткән. Бүтән ҡатын -ҡыҙҙар ҙа уның янына йыйылған, ти. Улар аҡ намаҙлыҡтарын йәйеп доға ҡылғандар. Бары ғәмһеҙ, шаян ел генә яулыҡ аҫтынан уларҙың саллана төшкән сәстәренән иркәләп һыйпаған. Уйнап туйғас, Әсәйҙәрҙең изге теләктәрен үҙе менән алып, бик күп ер -һыу үтеп, шомло ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалған. Ошо доға дошман ыуынан һаҡлар ҡалҡан булған, ти.

Ҡара шәүлә лә сигенгән. Ергә шаулап, гөрләп йәмле яҙ килгән.

Ләкин улдары ҡайтмаған Әсәләр тау итәгендә, тындары менән һурып алырҙай булып тилмереп, өмөттәрен өҙмәй ғәзиздәрен һаман көткән.

Ваҡыт ҡуласаһы ла тәгәрәп, улар өсөн күҙ уңынан юғалған.

Йылдар үтеү менән Әсәләрҙең аҡ намаҙлыҡтары аҡ ташҡа, ә сал сәстәре аҡ ҡылғанға әйләнгән, ти. Бына ҡайҙан килә Аҡташ тауының исеме, бына ниңә битләүен -Тыуған Ер көсөн, Еңеү ҡөҙрәтен, Әсәләрҙең оло һәм сабыр йөрәген сағылдырған шифалы ҡылғандар ҡаплап үҫә икән.

Зарифа Баһаува, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: