+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
14 Март 2024, 17:30

“Аманат” — тоғро ант!

“Аманат”тың офоҡтарыКиң ул, яҡты һәм рухлы.Мәктәпкә төшкән көнөнәнУҡыусының ул дуҫы.

“Аманат” — тоғро ант!“Аманат” — тоғро ант!
“Аманат” — тоғро ант!

Ете йәшлек балалар ҙа,
Ун етегә еткән дә,
Үҙ темаһын таба унда
Кесеһе лә, өлкән дә.
Өй эсе менән уҡыйбыҙ,
Бергәләп, барсабыҙ ҙа.
Быуындарҙан-быуындарға
“Аманат” баҫмабыҙҙы.
Белем шишмәһе, аһәңе
Сәнғәт, әҙәбиәттең.
“Аманат” асалыр беҙгә
Тәҙрәһен тәбиғәттең.
Ижад сәмен дә уята,
Спортҡа ылыҡтыра.
Ҡыҙыҡтыра, мауыҡтыра,
Асышҡа юлыҡтыра
Аҡмулланың өндәгәне —
Журнал өсөн тоғро ант.
Уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Шәп журнал ул — “Аманат”!

 

Гөлнур ЯҠУПОВА

Автор:
Читайте нас