8 март
Яҙ миҙгеле етеү менән,
Матур байрам башлана.
Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы тип
Исем ҡушҡандар уға.
Әсәйемде, өләсәйҙе,
Инәйҙе һәм апайҙы,
Йылы һүҙ һәм бүләк биреп,
Байрам менән ҡотлайым.
Ҡатын-ҡыҙ — донъя наҙы,
Эш һөйәре, һылыуы.
Әсәйһеҙ — донъя йәмһеҙ
Ҡатын-ҡыҙһыҙ аш та тәмһеҙ.
Илүзә АЙЫТБАЕВА,
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Һаумы, ун етенсе яҙым!
Һыуыҡ көндәр бөтөргә
Тороп ҡалды тағы бер яҙым.
Йылы яҡҡа ҡоштар менән
Ергә килде ун етенсе яҙым.
Һаумы, ун етенсе яҙым!
Һаумы, минең йәшлек яҙым!
Ергә килгән һәр бер яҙым
Тик ҡыуанысҡа яҙһын!
Көтөп алған ун етенсе яҙым
Бәхетемде мул бирһен.
Ғәзиз тыуған еребеҙгә
Тыныслыҡты килтерһен.
Гүзәлиә ХӘМИТОВА,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Әсәйем
Был донъяла мин бәхетле:
Әсәйем минең янымда.
Тылсым-наҙы бар уның
Шифалы ҡулдарында.
Иртән иртүк әсәйем
Тәмле сәйен ҡайната,
Сәсемдән һыйпап ҡына
Уҡыуға ла оҙата.
Әсәйемдең күҙ нуры
Йылыта һәммәбеҙҙе.
Изге, матур теләктәре
Ҡыуандыра бит беҙҙе.
Шат, бәхетле булыу өсөн
Белегеҙ: әсәй кәрәк!
Алтын ҡуллы әсәйҙәргә
Рәхмәт әйтеү бик кәрәк!
Алһыу СОЛТАНОВА,
Ғафури районы Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Әсәй
Әсәйем — берҙән-берем,
Мин һине ныҡ яратам.
Һинең матур ҡүҙҙәреңде,
Гөл-сәскәгә оҡшатам.
Ауыр саҡтар килеп баҫһа,
Әсәкәйем йыуата.
Көн һайын мине арҡамдан
Һөйөп-һөйөп уята.
Әлфинә МОСТАФИНА,
“Аманат”тың йәш
хәбәрсеһе, Бөрйән
районының Байназар
мәктәбе уҡыусыһы.
Яҙғы урман
Яҙғы урман шундай саф,
Тирә-яҡта ҡоштар тауышы.
Эй күңелле тәбиғәттә,
Яҙ миҙгеле — Ерҙең балҡышы.
Тауҙар асыла ҡарҙан,
Ағастар йәшелләнә,
Йылы көндәргә иҙрәп,
Бар тәбиғәт тә йәмләнә.
Рәсилә ҒАРИФУЛЛИНА,
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы