Мәктәптә уҡып бөткәс, бухгалтер
һөнәрен үҙләштерә һәм 30
йылдан ашыу инде Ишембай
ҡалаһында яратҡан эшендә эшләй.
Мин әсәйемде бик яратам
һәм уға уңыштар, һаулыҡ, оҙон
ғүмер теләйем. Мин уға сиҡһеҙ
рәхмәтлемен.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө
менән ҡотлап, уға шиғыр яҙҙым.
Шулай уҡ “Аманат” журналын
да яратам һәм уны 95 йәше
уңайынан ҡотлайым һәм уҡыусылары
күп булыуын теләйем.
Рәхмәт!
Әсәйемә!
Таң артынан Ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү кургәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ,
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанда.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Ишембай ҡалаһы.