+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
6 Апрель , 17:25

Сысҡан менән бесәй

Борон-борон заманда сысҡан менән бесәй бик татыу йәшәгән, ти. Ҡайҙа барһалар ҙа бергә булғандар. Бергә уйнағандар, хатта бер һауыттан ашағандар.

Сысҡан менән бесәй
Сысҡан менән бесәй
Борон-борон заманда сысҡан менән бесәй бик татыу йәшәгән, ти. Ҡайҙа барһалар ҙа бергә булғандар. Бергә уйнағандар, хатта бер һауыттан ашағандар. Сысҡан да бесәй һымаҡ ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән. Хужалар бесәйгә лә, сысҡанға ла берҙәй мөнәсәбәттә булған. Уларҙың дуҫлығына кемдер һоҡланып, кемдер ғәжәпләнеп ҡараған.
Ваҡыт үткән, тик сысҡан бындай бер төрлө тормоштан ялҡып киткән. Хужаларҙың ашатҡандарына риза булмай, урлаша башлаған. Өҫтәл өҫтөнә менеп, икмәктәрен кимергән. Бер көн хужабикә пицца бешерергә булған. Ҡараһа, сырҙан елдәр иҫкән, ти. Сысҡан, хужалар күрмәгәндә генә уны ла урлап ашап бөткән. Хужа асыуланып, сысҡанды баҫтыра башлаған. Сысҡан ҡурҡышынан, иҙән ярығына инеп ҡасҡан, ә бесәй хужаның эргәһендә ҡалған.
Шул замандарҙан башлап, сысҡандар хужалар күрмәгәндә өҫкә сығалар, урлашалар икән.


Илдар ХӘЛИСОВ, Әбйәлил районының Ишбулды мәктәбенең уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: