+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Апрель , 10:25

Яҙғы йырғанаҡ

Ике көн ҡойоп ямғыр яуҙы. Ҡапыл ғына ҡар иреп, яҙ килде. Урамда гөрләүектәр шаулап-шаулап ағалар. Бигерәк тә ауылда өй алдынан бик шәп аға. Көрәк тотоп алдым да, атайым һымаҡ, сығып киттем урам буйына йырғанаҡ йырырға. Ҡыҙ булһам да, шулай көрәк менән эшләүе оҡшай.  

Яҙғы йырғанаҡ
Яҙғы йырғанаҡ

Ике көн ҡойоп ямғыр яуҙы. Ҡапыл ғына ҡар иреп, яҙ килде. Урамда гөрләүектәр шаулап-шаулап ағалар. Бигерәк тә ауылда өй алдынан бик шәп аға.

Көрәк тотоп алдым да, атайым һымаҡ, сығып киттем урам буйына йырғанаҡ йырырға. Ҡыҙ булһам да, шулай көрәк менән эшләүе оҡшай. Эрзинкә итегемде кейеп алып, юл буйынан йырғанаҡ йыра башланым. Шулай итмәгәндә, өҫкө яҡтан ағып килгән һыуҙар беҙҙең урамға төшә. Яңы ирей башлаған ҡарҙар еүеш, ауыр. Көрәк менән әҙләп кенә соҡоп алам.

Бына йырғанаҡ йырылды, өҫ-башым еүеш, ауыҙ йырыҡ. Ҡәнәғәт төҫ менән өйгә инеп киттем.

Был әле башы ғына шул. Ана тағы ҡар яуып, ҡыш булды ла ҡуйҙы.

Иртәгә тағы иретәсәк. Мин иртәгә лә был эшемде дауам итәсәкмен!

Рәхимова Ләйсән Туймазы ҡалаһының 6-сы урта мәктәбе уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас: