+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Апрель , 10:25

Сыйырсыҡ

Сыйырсыҡты кем иң беренсе күргәне бар? Мин күрмәнем. Кем иң беренсе йылы яҡтан ҡайтҡан сыйырсыҡты күрә, шул алдағы тормошонда бәхетле була тип ишеттем. Быны апайым әйтте.  

Сыйырсыҡ
Сыйырсыҡ

Сыйырсыҡты кем иң беренсе күргәне бар? Мин күрмәнем. Кем иң беренсе йылы яҡтан ҡайтҡан сыйырсыҡты күрә, шул алдағы тормошонда бәхетле була тип ишеттем. Быны апайым әйтте.

Көн һайын, эштәрем бөткәс, тышҡа сығып йөрөп киләм. Сыйырсыҡты бөтә кешеләрҙән дә алдараҡ күрге килә бит инде.

Ағас баштарына, бағана араһындағы сымдарға күҙ һалып йөрөйөм. Атайҙан баҡсалағы ағасҡа сыйырсыҡ ояһы эшләтеп элдерҙем.

Көн шундай матур! Оҙаҡламай сыйырсыҡтар ҡайтыр.

Зиязетдинова Камила, Туймазы ҡалаһы, 6-сы урта мәктәбе уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас: