+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Апрель , 12:35

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн

Мин – Настя Фаррахутдинова, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Дыуан бүлексәһендә 8-се синыфта уҡыйым. Дәрестәрҙән тыш, буш ваҡытымда китаптар уҡырға һәм төрлө тәмлекәстәр бешерергә яратам. Иң беренсе бешергән ризыҡ – ҡоймаҡ булды. Эйе, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булһа ла, минең өсөн бик тәмле генә ине ул. Һәм ошо ҡоймаҡҡа бәйле бер уймаҡ хикәйәмде лә яҙҙым әле, һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итергә булдым.

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн

Хикәйә

Миләүшә иртән бик кәйефһеҙ ине. Әллә болотло көн шулай тәьҫир итә, әллә насар йоҡланы ул. Тик быға ҡарамаҫтан, ҡыҙ ҡоймаҡ бешереп, иртәнге сәй эсергә булды. Бына ул туҫтаҡ алды, унда һөт ҡойҙо, йомортҡа һытып ырғытты, шәкәр, тоҙ һирпте, он бутаны. Төйөрлө-төйөрлө ҡамыр ян-яҡҡа сәсрәне, өҫтәлде бысратып бөттө. Миләүшә шатыр-шотор килтереп табаны ут өҫтөнә ҡуйҙы ла, ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Бына беренсе ҡоймаҡ та төйөрлө, икенсеһе лә, өсөнсөһө лә... Әйтерһең дә, ҡоймаҡ бешермәй, ә ҡамыр төйөрө әҙерләй. Былай ҙа булмаған кәйефе тағы ла боҙолдо Миләүшәнең. Һәм ул табаны (әйтерһең дә, таба ғәйепле!) йыуырға ырғыта ла, аш бүлмәһенән сығып китә.

Шул ваҡыт аш бүлмәһенә апаһы Дилә инә. Ул бөтә йыйыштыра, тәртипкә килтерә. Миләүшә туҡый башлаған ҡамырҙы яңынан ипләп кенә туҡып, ҡоймаҡ ҡойорға була. Әйтерһең дә, Дилә ҡамыр туҡымай, ә ҡалаҡ менән уны әкрен генә иркәләй, наҙлай. Ҡамырҙа бөтә төйөрҙәр ҙә юҡ була. Дилә табаны ла майлап, яйлап ҡына газ плитәһенә ҡуя ла, ҡоймаҡ ҡоя башлай. Бына беренсе ҡоймаҡ тә бик матур һәм тәмле бешеп сыға, икенсеһе лә, өсөнсөһө лә. Былай ҙа ҡояш кеүек балҡыған Диләнең кәйефе тағы ла күтәрелә. Һәм ул һеңлеһен саҡыра, бергәләп иртәнге сәй эсәләр.

Ҡоймаҡ төйөрлө булмаһын өсөн тик яҡшы кәйеф һәм тамсылай ғына изгелек өҫтәргә кәрәк икән. Бары тик тамсылай ғына изгелек, күңел йылыһын өҫтәргә кәрәк.

Фаррахутдинова Анастасия, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Дыуан бүлексәһенең 8 класс уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: