Олатайҙар яуға күтәрелде.
Илем халҡы ҡанын түгеп,
Кемдәрҙер ғүмерен биреп,
Һәр береһе туған иле өсөн,
Күтәрелгән оло яуға.
Кемдер ерҙә ятып ҡалды,
Кемдер тере өйгә ҡайтты.
Халыҡ дошман планын боҙҙо,
Тарихтың ағышын борҙо.
Һәр береһе эшләне батырлыҡ,
Һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Еңеүселәрҙе данлайыҡ,
Еңеү хаҡын онотмайыҡ.
Иршат Мөхәмәтйәнов