+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
3 Май 2024, 06:17

Шиғриәт бәйгеһе

Уҡыусылар шиғыр яҙа. Салауат, Ауырғазы, Баймаҡ райондары һәм Өфө ҡалаһы уҡыусылары ижады. Әйҙәгеҙ танышайыҡ!

Шиғриәт бәйгеһеШиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Телем, һүҙем бар!

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған

Эҙем бар.

Быуындарға ялғап

Быуындарҙы

Илде тотҡан телем,

Һүҙем бар.

Инсаф ШӘМСЕТДИНОВ,

"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе,

Салауат районының

Әлкә мәктәбе уҡыусыһы.

 

Аҡ ҡарҙар

Ап-аҡ ҡар, ябалаҡлап,

Әкрен генә яуа.

Сана һөйрәп, балалар

Тау шыуырға бара.

Розалина

МӨХӘМӘТШИНА,

Ауырғазы районы Талбазы

ауылының

Рәшит Назаров исемендәге

башҡорт гимназияһы

уҡыусыһы.

 

Ҡыш етте

Донъяны йәмләп,

Уйнай ҡар–буран.

Аҡ төҫкә инде,

Биҙәлде урам.

Данил ӘЛИМБӘКОВ,

Ауырғазы районы Талбазы

ауылының

Рәшит Назаров исемендәге

башҡорт гимназияһы

уҡыусыһы.

 

Ҡыш

Күбәләктәр кеүек осоп,

Ябалаҡлап, ҡар яуа.

Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт

Өҫтәй ҡышҡы саф һауа.

Айтуған НАЗАРОВ,

Ауырғазы районы Талбазы

ауылының Рәшит Назаров

исемендәге башҡорт

гимназияһы уҡыусыһы.

 

Тыныслыҡ алып килһен

Тыуған илемә Хоҙай!

Эй ҡар яуа, аҡ ҡар яуа,

Әйтерһең, аҡ күбәләк.

Йымылдаша ҡар бөртөгө,

Шатлыҡ-бәхеттәр теләп.

Әйҙә, яуһын аҡ ҡарҙары,

Бәхетле булһын халҡым.

Илгә тыныслыҡ теләп,

Офоҡтан Ҡояш ҡалҡһын.

Әйҙә, яуһын аҡ ҡарҙар,

Өйөрөлөп гел шулай

Тыныслыҡ алып килһен

Тыуған илемә Хоҙай.

Азамат ЮЛЫЕВ,

Баймаҡ районының Ҡаратал

мәктәбе уҡыусыһы.

 

Ҡыш килде

Ап-аҡ матур ҡыш килде,

Ҡар бөртөктәрен өрҙө.

Тирә-яҡты ынйылай,

Матурлыҡ менән күмде.

Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ,

Ауырғазы районы Талбазы

ауылының Рәшит Назаров

исемендәге башҡорт

гимназияһы уҡыусыһы.

 

Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай килә,

Аҡ тунын кейеп.

Ҡарһылыу тора,

Йылмайып көлөп.

Ҡаршы алдылар

Балалар бергә,

Бүләктәр алғас,

Йөҙҙәре көләс!

Азалия ӘМИНОВА.

Өфө ҡалаһының 104-се Мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас