+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
3 Май 2024, 05:59

“Йәмил хикәйәләре”. “Сәйәхәтселәр”

Кисен көтөүҙе ҡаршы алырға сыҡҡан Йәмил ҡапҡаһы алдындағы эскәмйәгә ултырыуы булды, юл аша ҡаршы йорттан ҙур ике алма тотоп Камил килеп сыҡты. Дуҫы янына килгәс берәүһен уға һуҙып: Сәләм, Йәмил дуҫ! Хәлдәр нисек? Сәләм, дуҫ! Яҡшы ғына. Үҙеңдең хәлдәрең нисек? Йәй буйы күренмәнең ҡайҙа булдың? Камил еңдәрен һыҙғанып Йәмил янына ултырып: Беләһеңме, дуҫым? Мин йәй буйы Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттем. Һиңә биргән алманы шундай ерҙән алдым. Ул яҡтарҙы һөйләй башлаһаң ағастарҙың бал еҫенән иҫеңде юйырға мөмкин. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һәр үҫенте бөрө ярып, емеш биреп ултыра. Үәт ундағы кешеләр балла емеш-еләк ашап рәхәтләнә.

“Йәмил хикәйәләре”.  “Сәйәхәтселәр”“Йәмил хикәйәләре”.  “Сәйәхәтселәр”
“Йәмил хикәйәләре”. “Сәйәхәтселәр”

Кисен көтөүҙе ҡаршы алырға сыҡҡан Йәмил ҡапҡаһы алдындағы эскәмйәгә ултырыуы булды, юл аша ҡаршы йорттан ҙур ике алма тотоп Камил килеп сыҡты. Дуҫы янына килгәс берәүһен уға һуҙып:

  • Сәләм, Йәмил дуҫ! Хәлдәр нисек?
  • Сәләм, дуҫ! Яҡшы ғына. Үҙеңдең хәлдәрең нисек? Йәй буйы күренмәнең ҡайҙа булдың?

Камил еңдәрен һыҙғанып Йәмил янына ултырып:

  • Беләһеңме, дуҫым? Мин йәй буйы Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттем. Һиңә биргән алманы шундай ерҙән алдым. Ул яҡтарҙы һөйләй башлаһаң ағастарҙың бал еҫенән иҫеңде юйырға мөмкин. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем һәр үҫенте бөрө ярып, емеш биреп ултыра. Үәт ундағы кешеләр балла емеш-еләк ашап рәхәтләнә.

Йәмил йылмайып:

  • Камил дуҫ, һин әллә Бөрөнө әйтәһеңме?
  • Эйе. Дуҫ, һин үҙең бер ҡайҙа ла булманыңмы?
  • Нишләп булмай, ти. Булдым. Ул ерҙә иң татлы шишмәләр аға. Уның бер йотомон ғына эскән һәр бер кеше лә шиғыр яҙа башлай, ти. Һинең баяғы емештәрең шул һыуҙарҙы эсеп балланғандыр.
  • Дуҫ, һин шишмә лә, шишмә тиһең. Мин бына күп ерҙәрҙә булдым. Үәт унда халыҡ тырыш. Һәр эште еренә еткереп теүәл үтәйҙәр. Ҡырмыҫҡа кеүек көслө лә, татыу ҙа.
  • Мин күргән ерҙәге төнгө оркестр һә тигәнсе һинең ҡырмыҫҡаларыңды ашап бөтәсәк. Шунан кемдеке көслө инде?
  • Баҡалар бит ҡырмыҫҡа менән туҡланмайҙар. Ә бына мин булған ерҙәге халыҡтың ҡоштары ул хайуандарыңды шунда уҡ өркөтәсәк. Тик уларҙың улайтып йөрөргә бер ҙә ваҡыттары юҡ. Сөнки ундағы халыҡ бер-береһе менән шундай татыуҙар. Иртәнән кискә тиклем хат яҙышалар. Шул шатлыҡ сәләмдәрен ташыған күгәрсендәр һәр кешенең күңелендә татыулыҡ тыуҙыралар.
  • Эх, һин дуҫ! Уларҙы татыу ҙа татыу тиһең. Ә бына мин күргән халыҡ хат яҙышып ятмайҙар, ә бер-береһенә көн һайын ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Күрешкән һайын бер-береһенә бишәр бүләк бирәләр. Үәт исмаһам улар татыу ғына түгел, шул тиклем дә йомарттар.
  • Шунан, Йәмил дуҫ, улар һиңә бүләк бирҙеләрме?
  • Бирмәгәне ҡайҙа, ғәләмәт күп бирҙеләр.
  • Күрһәтәһеңме миңә?
  • Шул тиклем күп бүләк сумкама һыймағас ҡалдырып китергә тура килде.

Камил дуҫына йылмайып:

  • Һин күргән халыҡ йомарт икән. Ә мин булған ерҙәге кешеләр иманлы. Уларҙың һәр береһенең йөҙөнән иман нуры бөркөлөп тора.

Йәмил ҡыҙыҡһынып:

  • Ә уларҙың мәсеттәре бармы?
  • Бар әлбиттә, улар бит иманлы халыҡ.
  • Ә бына мин булған райондың һәр ауылында мәсет бар.

Камил ҡыҙыҡһынып:

  • Ә ниңә? Беҙҙең ауылда ла мәсет бар бит.

Йәмил инде дәртләнеп:

  • Беҙҙең ауылда бер генә мәсет. Ә унда һәр урамда яңы мәсет.

Камил көлөмһөрәп:

  • Һин һәр урамда яңы мәсет тиһең. Ә бына мин булған районда һәр ауылы өр яңы.

Йәмил йылмайып:

  • Камил дуҫ, ә һин беләһеңме ниндәй район иң бәләкәйе?

Камил аптырап китеп:

  • Бәләкәй райондар күп инде ул.

Йәмил дуҫының елкәһенә ҡулын һалып:

  • Ул район хатта беҙҙең ауылдан да бәләкәй.
  • Шунан ниндәй инде?
  • Ул урындағы халыҡты мин тулыһынса беләм, сөнки ул районда дүрт кенә өй бар.

Камил инде йәнләнеп китеп:

  • Мин бит уның эргәһенән ҡул болғап үтеп киткәйнем. Моғайын да һин мине күргәнһеңдер ҙә әле.

Шул саҡ ҡаршы йорттан Камилдың әсәһе сығып:

  • Камил улым, нимә ҡарап ултыраһың? Ана бит көтөү килә, ҡаршы ал. Йәй буйы күрше ауылда өләсәйеңдә ял итеп туйғанһыңдыр.

Автор: Тимур РӘХМӘТУЛЛИН

Һүрәт: “Тыуған ауылым”. Данис Йәлилов.
Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас