+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
4 Май 2024, 07:10

Мөғжизә бар ул! Булыр-булмаҫ хәл

Дәрестәр бөткәс, Алһыу юл ыңғайындағы лотереялар салонына һуғылды. Һатыусыға 50 һум һондо. Әллә ни әһәмиәт бирмәй генә лотерея билетының береһен һайлап алды. Ситкәрәк китеп, 1 һумлыҡ тимер аҡса менән ҡағыҙҙың өҫкө ҡатламын, арттан алға ҡарай, юя башланы. Гел нолдәр торғас: “Был юлы ла бәхет йылмайманы...” — тип, көйәләнә башлағайны ла, тәүге һандың 1 икәнен күргәс, саҡ иҫен юғалтманы! Урррааа! Йөҙ миллион! Ысынмы-бушмы был!

Мөғжизә бар ул! Булыр-булмаҫ хәлМөғжизә бар ул! Булыр-булмаҫ хәл
Мөғжизә бар ул! Булыр-булмаҫ хәл

Алһыу үҙе бик күңелсәк, ярҙамсыл ҡыҙыҡай. Әммә эс серҙәрен ышанып һөйләрҙәй дуҫы бер мин генә. Ул һәр ваҡыт мөғжизәгә ышана. Ә синыфташтар унан көлә: “Мөғжизә юҡ ул, һин – хыялый”, – тиҙәр.

Бер саҡ Алһыу шундай матур төш күрҙе! Имеш, ул танылған йырсы икән!

Мәктәпкә барғас, синыфташ ҡыҙҙарына төшөн һөйләне Алһыу. Ә улар бының ни бары төш булыуын, бер ҡасан да уның ысынға ашмаҫын юраны. Алһыу быға бер ҙә көйәләнмәне. Иғтибар ҙа итмәне. Бары үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа

ашырырға ҡарар итте. Интернет киңлектәрен байҡап, төрлө ысулдар менән тауышын йырға көйләү серҙәренә өйрәнде.

Бер көндө ул тағы хикмәтле төш күрҙе. Был юлы ул, имеш, студияла йыр яҙҙыра. Йыры шул тиклем моңло. Янындағылар, һоҡланып, сәпәкәй итә: “Афарин!” – тип ҡысҡыра. Ә үҙе шундай бәхетле!

...Яҡшы кәйеф менән уянып китте. Дәрестәр бөткәс, Алһыу юл ыңғайындағы лотереялар салонына һуғылды. Һатыусыға 50 һум һондо. Әллә ни әһәмиәт бирмәй генә лотерея билетының береһен һайлап алды. Ситкәрәк китеп, 1 һумлыҡ тимер аҡса менән ҡағыҙҙың өҫкө ҡатламын, арттан алға ҡарай, юя башланы. Гел нолдәр торғас: “Был юлы ла бәхет йылмайманы...” — тип, көйәләнә башлағайны ла, тәүге һандың 1 икәнен күргәс, саҡ иҫен юғалтманы! Урррааа! Йөҙ миллион! Ысынмы-бушмы был!

Алһыу, билетын тотҡан килеш, ҡайтыу яғына елдерҙе. Саҡ-саҡ тын алып, осоп тигәндәй килеп инде лә, өйҙәгеләргә һөйөнсөләп, һөрәнләп ебәрҙе.

Бына уларҙың ғаиләһе юлда! Хыял иткән ҡалаһы Парижға юлландылар. Эххх, бындағы баҡсалар, аллеялар! Һоҡланып туйғыһыҙ! Алһыу артабан, ысынлап та, йондоҙ-йырсы булып китте!

Дуҫтар, кәңәш бирергә онотоп торам: хыялдарға ышанығыҙ һәм ул ҡасан да булһа тормошҡа ашасаҡ!.. Мотлаҡ!

Айгизә ИҘЕЛБАЕВА,

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас