+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
5 Май , 12:05

Сысҡан ни өсөн иҙән аҫтында йәшәй?

Төн ауышҡан, ай ҡалҡҡан. Өй эсе бер аҙ яҡтырғандай булған. Шул ваҡытта сысҡандың килеп торғанын бесәй шәйләп ҡалған. “Юҡтыр, әбейҙең тамағын ул урламайҙыр, моғайын”, — тип уйлап та өлгөрмәгән, күптәнге дуҫы, ипләп кенә баҫып, бесәйҙең эргәһенән үтеп, туп-тура барып, әбейҙең майына сат йәбешкән.

Сысҡан ни өсөн иҙән аҫтында йәшәй?
Сысҡан ни өсөн иҙән аҫтында йәшәй?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер йортта бесәй менән сысҡан. Улар шул тиклем дуҫ булған. Бесәй — һөтөн, ә сысҡан емен бер-береһенән йәлләмәгән. Хужалары ла һәйбәт кеше булған.

Сысҡан үҙе бәләкәй генә, үҙе матур ғына икән. Шуға ла хужалары уны нығыраҡ яратҡан, һәр вҡыт иркәләп кенә торғандар.

Тик бер ваҡыт ҡыш көнө был өйҙә төрлө тәмлекәстәр юғала башлаған. Әбей менән бабай быға ныҡ асыуланған. Бурлыҡта мейәс башында йоҡлап ятҡан бесәйҙе ғәйепләгәндәр.

Бындай эш менән булышмаған Мыраубай аптыраған: һөтө һәр ваҡыт бар, асығырға тура килмәй. Нимәгә урлашырға? Кем булыуы мөмкин?.. Гел әрләнеп йөрөгөһө килмәгән бесәй, төн йоҡоһон ҡалдырып, эштең ниҙә икәнен асыҡларға ҡарар иткән.

Төн ауышҡан, ай ҡалҡҡан. Өй эсе бер аҙ яҡтырғандай булған. Шул ваҡытта сысҡандың килеп торғанын бесәй шәйләп ҡалған. “Юҡтыр, әбейҙең тамағын ул урламайҙыр, моғайын”, — тип уйлап та өлгөрмәгән, күптәнге дуҫы, ипләп кенә баҫып, бесәйҙең эргәһенән үтеп, туп-тура барып, әбейҙең майына сат йәбешкән.

— Ах, нимә эшләүең был? Һинең ашарыңа барыһы ла бар бит, нимә етмәй һиңә, сысҡан? — тип ҡысҡырып ебәргән бесәй. Тауышҡа күптән уянған әбей:

— Бына ҡайҙа булған икән бур, ә беҙ бесәйҙән күрәбеҙ. Күҙемә күренәһе булма! — тигән дә ҡулына эләккән әйберҙе сысҡанға һелтәп ебәргән. ҡурҡышынан сысҡан иҙән тишегенә ҡасып йәшенгән.

Шул көндән башлап бесәй менән сысҡандың дуҫлығы мәңгелеккә өҙөлгән дә инде. Өй хужалары бесәйҙән ғәфү үтенеп, һаман да бергә донъя көтәләр, ти. Ә сысҡан һаман иҙән аҫтында ҡурҡып йәшәй һәм төндә генә урлашырға сыға, ти.

Динә НУРЛЫҒАЯНОВА, Баймаҡ районының Ҡаратал мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: