+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
7 Май , 14:15

“Пират” бабай һабағы

Дәрес башланып, биш минут үтеүгә малайҙар түҙмәне, Фуат Әнүәр улын ҡапҡала торорға күндереп, уйынды башланылар. –Э-эй, һеҙ нимә! Киләм тип әйттем дә баһа, ә һеҙ Әнүәричты, әй, Фуат Әнүәр улын минең урынға ҡуя ла һалғанһығыҙ, – тип, үпкәһен белдерҙе ярҙан боҙға шыуып төшөп килгән Ишморат. Тап шул мәл ОБЖ уҡытыусыһы кире ҡаҡҡан шайба, боҙҙоң ҡап уртаһынан осоп үтеп, малайҙың күҙ араһына килеп ҡаҡлыҡты. Ул артына ҡолап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Фуат Әнүәрович, яһалма тын алдырырға кәрәк! – тигән тауышты ишетеп, Ишморат күҙҙәрен асты. – Шулай итте, ти! Тере мин. Әҙерәк арыным, шуға ятып торорға булдым.

“Пират” бабай һабағы
“Пират” бабай һабағы

– Ишморат, беҙҙең хәҙер ОБЖ була.

– Э-э-х-х-х, һеҙгә рәхәт! Ә беҙҙең – матика. Ярай, барыбер берәй нәмә уйлап табырмын.

Сәкәнде ҡалдырығыҙ – мин ҡапҡала торам, – тине Ишморат, кеҫәлен эсеп бөтөп. Үҙе тиҙ генә

малайҙарҙы күҙҙән үткәреп, мәктәп оҫтаханаһы артындағы йылғалағы боҙ өҫтөнә уйынан ғына

уларҙы теҙеп сыҡты.

– Кем һине матиканан ебәрһен? – тип, мыҫҡыллабыраҡ йылмайҙы Самат.

– Берәй нәмә уйлармын, тип әйттем дә баһа!

Унда эшең булмаһын. Тик онотмағыҙ: мин ҡапҡала торам! – тип ҡысҡырҙы Ишморат, мәктәп ашханаһынан йүгереп сығып барышлай.

– Малайҙар, Ишморат килә алмаһа, Әнүәр улын ҡапҡала торорға һорарбыҙ. Теге ваҡыт ул шайбаларҙы шәп кире ҡаҡҡайны, иҫләйһегеҙме, – тине Самат, синыфташтарына баш ҡағып.

Дәрес башланып, биш минут үтеүгә малайҙар түҙмәне, Фуат Әнүәр улын ҡапҡала торорға күндереп, уйынды башланылар.

–Э-эй, һеҙ нимә! Киләм тип әйттем дә баһа, ә һеҙ Әнүәричты, әй, Фуат Әнүәр улын минең урынға ҡуя ла һалғанһығыҙ, – тип, үпкәһен белдерҙе ярҙан боҙға шыуып төшөп килгән Ишморат.

Тап шул мәл ОБЖ уҡытыусыһы кире ҡаҡҡан шайба, боҙҙоң ҡап уртаһынан осоп үтеп, малайҙың күҙ араһына килеп ҡаҡлыҡты. Ул артына ҡолап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Фуат Әнүәрович, яһалма тын алдырырға кәрәк! – тигән тауышты ишетеп, Ишморат күҙҙәрен асты.

– Шулай итте, ти! Тере мин. Әҙерәк арыным, шуға ятып торорға булдым.

Уҡытыусынан башҡалар көлөп ебәрҙе. “Күгәреп сығыр инде”, – тип уйланы Фуат Әнүәр улы үҙ алдына. Дәрес аҙағында ҡапҡасы Ишмораттың күҙен бер генә түгел, ике күк биҙәй ине. Әйтерһең, унда күҙ түгел, ә бешкән слива. Уйын ваҡытында уға ниңә йылмайып ҡарағандарын аңламай ине ул, ә Самат хихылдап бер булғайны.

– Ишморат, бар, ҡайт. Был йөҙ менән дәрескә инеп торма, – тине уға Фуат Әнүәрович дәрес аҙағында.

– Көймәгеҙ, һуңғы дәрес ҡалды. Биологичка насар күрә, артҡы партаға барып ултырырмын. Өйгә ҡайтырға ярамай. Әсәйҙе кисә генә мәктәпкә саҡырҙылар.

– Ну, үҙең ҡара. Әсәйеңдән барыбер эләгәсәк. Бөгөн хоккей уйнағаныңды бер нисек тә йәшерә

алмаясаҡһың. Ишморат биология кабинетына ингәндә дәрескә ҡыңғырау шылтырамағайны әле. Малай ҡара фломастер алды ла, күҙе янындағы күктәрҙе уратып һыҙып, артҡы партаға барып ултырҙы. Тирә-яҡтан хихылдашҡан, төрттөрөп әйткән тауыштар ишетелде.

– Етәрегеҙ кешнәргә! Мине тотторорға итәһе геҙме әллә? – тип ҡысҡырҙы ул ахырҙа, уҡытыусы

килеп инмәҫ борон. Ишмораттан өйгә эште һораманылар. Әммә уҡытыусы шкафтан микроскоп алған ваҡытта артҡы партала ултырған был малайға иғтибар итә ҡуйҙы.

– Ишморат, ниңә ҡара күҙлек кейеп алғанһың? Ҡояш күҙеңде ҡамаштырамы әллә? Тышта ҡыш

бит әле! Уның был һүҙенән һуң кабинет геү итеп ҡалды. Тауышҡа хатта күрше бүлмәлә ултырған директор килеп инде. “Биологичканы насар күрә тип ҡыуанһам да, директорыбыҙ яҡшы ишетә булып сыҡты”, – тигән бошонҡо уй йүгерҙе Ишмораттың башынан.

– Тағы Ишморатмы? Кисә генә әсәйеңде саҡырттыҡ түгелме? – тип, “күҙлекле” малайҙы ҡолағынан тартып торғоҙоп, кабинеттан алып сыҡты. Директор уҡыусыны һорауҙар менән оҙаҡ “йонсотто”, әммә тегеһе лә “ҡаты сәтләүек” булып сыҡты, күҙендәге күктәрҙең нисек барлыҡҡа килгәнен ләм-мим өндәшмәне. Фуат Әнүәр улын һата алмай ҙа инде.

– Ярай, бар дәрескә! – тип бойорҙо директор.

– Өйөгөҙгә барырға, әсәйең менән һөйләшергә тура килә инде!

Ә бына быныһы артыҡ. Мәктәп директоры менән, әлбиттә, бер урамда йәшәйҙәр, тик уның уҡыусыларының өйөнә барып йөрөгәнен бер тапҡыр ишетһәсе. Уның килеүенән нимә көтмәк кәрәк? Әллә өйгә ҡайтмаҫҡа инде...

Шулай уйлана-уйлана килеп етте өйөнөң тәңгәленә Ишморат. Ашығып, сумкаһынан әсәһенең яҙмаһын эҙләй башланы. Ул шулай көн һайын эшкә киткәндә улына нимәләр эшләргә кәрәклеген яҙып ҡалдыра. “Директор килгәнсе, тиҙ генә эштәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк, хатта иҙәнде лә йыуырмын”, – тип уйланы ул.

Ишморат уҡый башланы:

1) малды һуғарырға, аҫтарын таҙартырға, һалам һалырға;

2) өйгә утын индерергә;

3) Хәким бабайға икмәк менән һөт алып барырға...

– Нимә? Хәким бабайға икмәк менән һөт алып барырға? Әсәй ысынлап яҙғанмы быны?

Ишморат эштәр теҙмәһенең һуңғы юлын тағы бер ҡат уҡыны. Нәҡ шулай яҙылған шул: “Хәким бабайға”. Бына һиңә мә! Уның бер ҡасан да “Пират” бабайҙа булғаны юҡ. Ишморат уны, бер аяғы булмағанға, “пират” тип йөрөтә. “Тутыйғошо булмаһа ла, хазина һандығы мотлаҡ барҙыр”, — тип уйлай малай.

“Пират” бабайҙың өйө урамдың иң осонда, йылға буйында урынлашҡан. Бабай йыш яр ситендә ултыра. Разия инәй менән улар ҡаҙҙарҙы күп көтә. Әгәр йылға буйында юҡ икән, тимәк, Разия инәй уның протез аяғын йәшереп ҡуйған.

– Разия, аяғымды бир. Разия, тим! – “Пират” бабайҙың ауылдаштары был һүҙҙәрҙе йыш ишетә. Бабайҙы йәлләйҙәр ҙә бит, Разия инәйгә ҡаршы кем барһын?

Ишмораттың иҫенә әсәһенең һүҙҙәре төштө. “Разия инәйҙе дауаханаға һалалар, Хәким бабайҙы беҙ ҡарап торорбоҙ,” – тигәйне ул. Марат, тиҙҙән хазина һандығын күререн күҙ алдына килтереп, йәһәтерәк әсәһе ҡушып ҡалдырған эштәрҙе башҡарырға йүгерҙе. Ярты сәғәттән хыялына табан  елә ине инде ул.

Бабайҙың өйөнә килеп еткәс, ҡар таҙартылмағанын күрҙе. Аяҡ эҙҙәре лә юҡ ине. Ишморат өйгә ингәс:

– Хәким бабай, һеҙ өйҙәме? – тип һораны. – Был мин – Ишморат. Һөт менән икмәк алып килдем.

– Ин, улым, ин. Мин бында, – тигән тауыш ишетелде төпкө яҡтан. Йорт хужаһы карауатында ятҡан икән. Ишморат, Хәким бабайҙың өйөн, ҡыҙыҡһынып, күҙҙән үткәреп, карауат эргәһендә торған ултырғысҡа һөт менән икмәкте һалды.

– Бөгөн әллә һинең ялыңмы? Әле һаман тормағанһың. Һин ашап ал, ә мин ҡар көрәп инәм, – тине малай, бойорған тауыш менән. Хәким бабайҙың бөгөн иртәнән хәле юҡ ине шул. Урамға ла шуға сыға алманы. Малай, пират хазинаһын табырға теләгәндәй, тырышып ҡар көрәне. Кәзәләргә бесән һалды, тауыҡ йомортҡаларын йыйып алды.

– Тә-ә-әк, Хәким бабай, – тине ул, өйгә ингәс.

– Һөтөңдө, ярай, эскәнһең. Әйҙә, етер инде ятырға, торорға ярҙам итәм.

– Ҡыйыу ғынаһың икән. Мин дә бәләкәй саҡта шундай була торғайным. Ҡайҙа аяғымды килтер әле, тороп ҡарайыҡ, – тине бабай, ҡулы менән шкафҡа күрһәтеп.

– Бына был, исмаһам, аяҡ! Хәтә-ә-әр! – Ишмораттың күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнеп китте. Хәҙер күҙендәге күк слива түгел, ә шайба кеүек ине. Хәким бабайҙың протез таяҡтарын ҡарағанда өйҙә шылҡ иткән тауыш сыҡманы. Ағас таяҡҡа урман өҫтөнән осоп барған ҡоштар, ағас күләгәһендә уйнаған айыу балалары, ташҡын йылғала йөҙгән балыҡтар һырлап эшләнгәйне. Ошо матурлыҡ араһында малай ҡуйы урман араһынан ашҡынған поезды ла шәйләне.

– Хәким бабай, ағас аяғың матур ғына. Шуға уны Разия инәй йәшерә лә ҡуямы әллә? – тип һораны малай, протезды хужаһына һоноп.

– Аяҡ, әлбиттә, матур, тик инәйеңдең үҙенең аяғы бар. Өсөнсө аяҡ уға нимәгә? Мин алыҫҡа китер тип ҡурҡа ул, шуға йәшерә минең ағас аяҡты, – тип, бабай ҡысҡырып көлөп ҡуйҙы. – Ярай әле килгәнһең, улым, Аллаға шөкөр. Күптән былай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине.

– Ул ағас аяғың ҡиммәт торамы?

– Ҡыҙыҡ һин. Ҡиммәтме, түгелме икәнен кем белһен! Мин бит уны һатып алманым. үҙем эшләнем. Эх, протез аяҡтар нисек кенә матур булмаһын, үҙеңдекенә етмәй инде! Бер кем дә үҙ аяҡтарын яһалмаға алыштырырға теләмәй. Әйҙә, торорға ярҙам ит тә, бер нәмә күрһәтәм, – тине Хәким бабай ҡәнәғәт тауыш менән.

Ҡара күҙле хоккейсы “Пират” бабайҙың оҫтаханаһына ингәс, сәкән йотҡандай, ҡатып ҡалды. Ағастан юнып эшләнгән йәнлектәр, ҡоштар, балыҡтар уны, сәләм биреп, ҡаршы ала тиерһең!

– Күҙеңдәге күк ҡарарға ҡамасаулай ахырыһы, – тип шаяртты бабай. – Әйҙә, төпкәрәк үт. Тағы нимәләр бар икәнен яҡшылап ҡарайыҡ.

– Һинең, ысынлап та, “Пират” бабай икәнеңде мин белә инем! Бына, исмаһам, хазина-а-а! –

Тирә-яғына ҡулы менән күрһәтеп, нимә эшләргә лә белмәне Ишморат.

– “Пират” бабай, тиһеңме? Тик мин был хазинаны үҙ ҡулдарым менән яһаным. Күрәһең, үҙемдең оҫталыҡты йәш быуынға тапшырыр ваҡыт етте. Мин бына ошо ҡоралдар менән эшләйем. Килһәң, ағасты юнып эшләргә өйрәтермен, – тине Хәким бабай, малайҙың яурынынан ҡағып.

Ишморат өйгә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инде.

– Әсәй, мин “Пират” бабайҙың хазинаһын таптым! – тип ҡысҡырҙы ул ишектән үк. Уны әсәһе етди әңгәмәгә көтә ине, әммә һөйләшеү килеп сыҡманы, сөнки улы әсәһенә ауыҙ асырға ла ирек бирмәне. Кәзә, ҡар, аяҡ, ҡоштар, айыуҙар, ағас, балыҡтар – малай уларҙы бутап-бутап һөйләне, әсәһе бер нәмә лә аңламаны. Яҡшылап тыңламаны ла уны, сөнки ҡарашы улының күгәргән күҙҙәренә төбәлгәйне. “Мин хәҙер көн һайын “Пират” бабайҙың оҫтаханаһына йөрөйәсәкмен. Үҙемде яҡшы тотасаҡмын, әсәй, эш боҙмаясаҡмын, һүҙ бирәм!” – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, илап ебәрҙе:

– Улым, ысынлап шулай булырына ышанғым килә! Хәким бабай насарға өйрәтмәҫ. Йөрө, әлбиттә. Уларҙың малайҙары юҡ, ул урынына ла булырһың, ярҙам итерһең...

Тынысланғас, әсәһе Ишморатҡа Хәким бабайҙың нисек аяҡһыҙ ҡалыу тарихын һөйләне. Аяғын ул армияла хеҙмәт иткәндә тимер юлда поезд аҫтында ҡалған иптәшен ҡотҡарған ваҡытта юғалтҡан. Шулай йәш кенә килеш инвалид булып ҡалған ул. Әсәһенә биргән һүҙендә торҙо Ишморат. Ҡыш буйы оҫтаханаға йөрөнө, яңы һөнәр үҙләштерҙе. Яҙ еткәс, мәктәпкә беренсе эшен – һырлап эшләнгән сәкәнен алып килде. Йылғала боҙ ирегәйне инде, шуға ла унда яңы сәкәне менән уйнай алманы. Әммә хоккейсы икенсе ҡышҡа һырлы сәкәндәрҙе бөтөн мәктәп хоккейсылар командаһына эшләне. Ә әсәһенә бынан ары бер ҡасан да директор кабинетында ҡыҙарып торорға тура килмәне...

Алһыу ХӘЛИТОВА

Диана ЛАТИПОВА һүрәттәре

“Пират” бабай һабағы
“Пират” бабай һабағы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: