+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Май , 15:44

Шиғриәт бәйгеһе

Уҡыусылар шиғыр яҙа. Бөрйән, Ғафури, Баймаҡ райондары уҡыусылары ижады. Әйҙәгеҙ танышайыҡ!    

Шиғриәт бәйгеһе
Шиғриәт бәйгеһе

Уландар

Ваҡытһыҙ китә йәш улдар,

Тыныс ятһын тиеп тыуған ерҙәр.

Йәшәп туймағанбыҙ тиеп тормай,

Көсөн һалып, тыуған ерен һаҡлай.

Илай торғас, оло инәйҙәрҙең,

Кибеп бөттө күҙ йәштәре.

Ҡосағыңа алып ҡосһаңсы, Хоҙай,

Туҡтар, бәлки, күҙ йәштәре...

Төн йоҡоларын йоҡламай,

Аяҡ өҫтө улар торалар.

Илем, күгем тыныс булһын тиеп,

Бар көстәрен улар түгәләр.

Гүзәлиә ХӘМИТОВА,

Бөрйән районының Байназар

мәктәбе уҡыусыһы.

 

Атайыма

Атайым китте һуғышҡа

Һаҡларға Рәсәй илен.

Яҡындарын, уландарын,

Һәм яҡлап тыуған ерен.

Беҙ атайҙың өс уланы

Ҡалдыҡ оҙатып уны.

Атайҙы бик һағынабыҙ,

Күҙ алдыбыҙҙа һыны.

Был һуғыш ҡасан бөтөр?

Ҡасан кибер күҙ йәше?

Атайыбыҙ тиҙерәк ҡайтһын,

Миҙалға тулып түше.

Тынысланһын илем күге,

Алһыуланып атһын таң.

Еңеүсе атайҙарға

Беҙ теләйбеҙ шөһрәт-дан.

Тимур МЫРҘАБУЛАТОВ,

Баймаҡ районының Ҡаратал

мәктәбе уҡыусыһы.

 

Ҡайтһын егеттәр!

Тиҙҙән генә яҙ килер,

Ауылға ҡоштар ҡайтыр.

Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштай,

Яуҙан егеттәр ҡайтыр.

Бер яраһыҙ һуғыштан

Ҡайтһын инде ир-егеттәр.

"Һаумы, балам!" — тип ҡосаҡлап,

Ҡыуанышһын әсәләр...

Гүзәлиә ХӘМИТОВА,

Бөрйән районының Байназар

мәктәбе уҡыусыһы.

 

Һуғыш булмаһын

Олатайҙар тыныслыҡ өсөн,

Һуғышта башын һалған.

Балаларым тыныс йәшәһен, тип,

Фашист ғәскәренә ҡаршы барған.

Рәхмәтлемен бөгөнгө яугирға,

Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт егетенә.

Һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын

Ғәзиз тыуған еренә.

Илүзә АЙЫТБАЕВА,

Бөрйән районының

Байназар мәктәбе уҡыусыһы,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе.

 

Тыныслыҡ

(акрошиғыр)

Таңдар ата, һыҙылып,

Ысыҡ емелдәй гөлдә.

Нарасайы – ут эсендә.

Ышаныс, теләк әсәлә.

Сафландырып Ғаләмде

Ләйсән ямғыры ҡойһон!

Ырыҫ–бәхет килһен Ергә,

Ҡан ҡойоштар туҡтаһын!

Карина МӘҠСҮТОВА,

Ғафури районының Игенйылға

мәктәбе уҡыусыһы

 

Онотмаһын ине илем!

(Атайыма)

1984-тән 1987-гәсә

Афған һуғышында булғанһын.

Амударъя йылғаһына төшөп,

Әсе тирҙәреңде йыуғанһың.

Бөгөнгөләй күңел түреңдә

Яуҙа ҡалған һәр бер иптәшең.

Һеҙҙең ҡылған батырлыҡты илем,

Онотмаһын ине, иҫләһен!!!

Вәсилә ӘЙҮПОВА,

Бөрйән районының

Байназар мәктәбе уҡыусыһы,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: