+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Май , 11:20

Ишектәрҙе асыусы

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе уҡыусыһы Злата ДАДОНОВАНЫҢ ижады. Ишектәрҙе асыусы. Эссе. Ҡытай халыҡ мәҡәлендә: «Уҡытыусы тормош ишектәрен генә аса, әммә унда уҡыусы үҙе инергә тейеш», – тиелә. Был аҡыллы һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһе мине хайран ҡалдырҙы. Уҡытыусылар иңендә шундай ҙур яуаплылыҡ ята! Һәр уҡыусыға тормошта дөрөҫ ишекте асырға, ә иң тәүҙә уға тура килгән асҡыстарҙы һайларға кәрәк. Һәм миңә тап шундай уҡытыусылар осраны.

Ишектәрҙе асыусы
Ишектәрҙе асыусы

Ҡытай халыҡ мәҡәлендә: «Уҡытыусы тормош ишектәрен генә аса, әммә унда уҡыусы үҙе инергә тейеш», – тиелә. Был аҡыллы һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһе мине хайран ҡалдырҙы. Уҡытыусылар иңендә шундай ҙур яуаплылыҡ ята! Һәр уҡыусыға тормошта дөрөҫ ишекте асырға, ә иң тәүҙә уға тура килгән асҡыстарҙы һайларға кәрәк. Һәм миңә тап шундай уҡытыусылар осраны.

Дәрестәрем күбеһенсә дистанциялы формала үтә, әммә шуға ҡарамаҫтан, улар бик ҡыҙыҡлы була. Һәр педагог миңә фән донъяһына белеем ишеген асырға ярҙам итә. Уҡытыусылар минең өсөн бигерәк тә мауыҡтырғыс квестар, марафондар, интерактив эштәр, видеороликтар һәм презентациялар уйлап таба. Бергәләп проекттар әҙерләйбеҙ, төрлө ғилми конференцияларҙа тикшереү эштәр менән ҡатнашабыҙ.

Беҙҙә, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә, шундай оҫта һәм тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Һәм бигерәк тә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Юрьевна һәм математика уҡытыусыһы Светлана Викторовналарҙы айырып әйтеп үтер инем. Улар һәр дәресте нурлы йылмайыуҙан башлай. Минең шунда уҡ күңелем күтәрелә. Аралашыу ҙур байрамға әүерелә. Әҫәрҙәрҙән сәнғәт донъяһына үтеп инәбеҙ, серҙәренә төшөнәбеҙ һәм бөйөк урыҫ теленең серҙәрен асабыҙ.

Ә математика дәрестәрендә Светлана Викторовна ауыр мәсьәләләрҙе еңел генә итеп сисергә, кәсер һандар менән миҫалдарҙы ла дөрөҫ эшләргә өйрәтте. Минең өйгә килеп уҡытҡан уҡытыусыларым, һис шикһеҙ, дөрөҫ ишектәрҙе асырға өйрәтә, шуға ла мин ышаныслы аҙымдар менән белем илендә атлайым, алға барам.

Уҡытыусыларым бер-береһенә бик тә оҡшаған. Улар яратҡан эшенә бар булмышы менән хеҙмәт итә. Остаздарымдың барыһы ла минең өсөн бик ҡәҙерле. Һәм уларҙың һәр береһен тормош тигән ҙур донъяға ишек асырға ярҙам итеүесе уҡытыусы тип әйтер инем.

Злата ДАДОНОВА, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: