-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Май , 11:35

Шифалы ҡайын

Шул саҡ бер бүре килеп сыға һәм Ғарифҡа ташлана, егет уның менән оҙаҡ алыша, ныҡ яралана, әммә бүрене үлтерә. Шунан шыуышып булһа ла урмандан сығырға тырыша, әммә хәлдән тайып, бер йәш ҡайын төбөнә йығыла. Ҡанға туҙып ятҡан егетте ҡайын бик йәлләй.

Шифалы ҡайын
Шифалы ҡайын

Борон заманда Ғариф исемле егет йәшәгән. Уның һылыу ғына ҡатыны һәм өс балаһы булған. Ғариф балаларына бик яҡшы атай, тырыш ир булған, ауылдаштары ла уны шул уңғанлығы өсөн хөрмәт иткән.

Бер көндө Ғариф урманға бәшмәк йыйырға китә, тик кире ҡайтырға юлды таба алмай аҙаша.

Шул саҡ бер бүре килеп сыға һәм Ғарифҡа ташлана, егет уның менән оҙаҡ алыша, ныҡ яралана, әммә бүрене үлтерә.

Шунан шыуышып булһа ла урмандан сығырға тырыша, әммә хәлдән тайып, бер йәш ҡайын төбөнә йығыла. Ҡанға туҙып ятҡан егетте ҡайын бик йәлләй. Моғайын, уны өйөндә ҡатыны, балалары көтәлер, үҙе лә бик яҡшы кешегә оҡшаған, тип уйлай. Ҡайындың шифалы күҙ йәштәре егеттең яраһына тама, яралары төҙәлә башлай, егет аңына килә. Үҙенең ҡотҡарыусыһына рәхмәттәр әйтеп, Ғариф ҡайтып китә. Ҡайтҡас та ул ҡайындың шифаһы тураһында ауылдаштарына һөйләй. Шул хәлдән һуң кешеләр йыл һайын ауыл янында ҡайын ағасы ултырта башлай. Шулай итеп ҙур ҡайынлыҡ барлыҡҡа килә.

Айнур ИШМЫРҘИН, Ғафури районы Красноусол ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы.

“Ҡайын”, Айназ Вәлитовтың һүрәте,
Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: