-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Май , 11:38

Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙан барлыҡҡа килгән?

Борон-борон заманда Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөнә иң элек тау-таштарҙы, йылға-күлдәрҙе, урмандарҙы, унда йәшәр ҡошҡортто, төрлө-төрлө йәнлектәрҙе яралтҡан, ти. Ә кешеләрҙән иң элек Ер йөҙөнә ир заттарын бар иткән. Ирҙәр ул заманда ҙур кәүҙәле, ғәйрәтле, осҡор ҡарашлы, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булған.

Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙан барлыҡҡа килгән?

Борон-борон заманда Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөнә иң элек тау-таштарҙы, йылға-күлдәрҙе, урмандарҙы, унда йәшәр ҡошҡортто, төрлө-төрлө йәнлектәрҙе яралтҡан, ти. Ә кешеләрҙән иң элек Ер йөҙөнә ир заттарын бар иткән. Ирҙәр ул заманда ҙур кәүҙәле, ғәйрәтле, осҡор ҡарашлы, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булған. Ул мәлдә Ер йөҙө шундай күңелһеҙ булған: ел иҫмәгән, йылға-һыуҙары ла үҙҙәре һоро төҫтә, үҙҙәре һис тә шаулап аҡмаған, шишмәләр сылтырамаған, күл һыуҙары сайҡалмаған. Ағастар, ғүмерҙә лә япраҡ ярмай, ҡыш көнөндәге кеүек һоп-һоро булып ултырған, ти. Ер өҫтөндә бер генә бөртөк үлән дә үҫмәгән, бөтөн ерҙә лә тик һоро тупраҡ ҡына булған. Ҡояш бер ваҡытта ла күренмәгән, сөнки Күк йөҙөн мәңге асылмаҫ ҡара болоттар ҡаплап торған. Ә урманда ла, һыу буйҙарында ла бер генә ҡош та һайрамаған. Хатта урмандар шундай шомло, ҡурҡыныс булған, сөнки унда ла бер ниндәй йәнлек, ҡош-ҡорт тауышы ла ишетелмәгән, ти. Ошо һоро донъяла йәшәп ятҡан ирҙәргә бик күңелһеҙ булған. Уларҙың ҡулына эш, тамаҡтарына аш бармаҫ булған, йәшәүгә дәрттәре һүрелеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр. Был хәлде күреп торған Аллаһ Тәғәлә бер көндө ирҙәргә: “Йә, бәндәләрем, мин һеҙгә бәһлүән кәүҙә, ташып торған көс, камил аҡыл, осҡор ҡараш, эшләргә һәләт бирҙем, ә һеҙҙең көндән-көн йәшәү дәртегеҙ һүрелә, нимә етмәй, аңлатып бирегеҙ?” – тигән ти. Ә ирҙәр шул саҡ: “Беҙ был һоро донъянан туйҙыҡ, беҙгә икенсе төрлө, балҡып торған донъя бүләк итсе” – тип үтенгәндәр. Был үтенесте ишеткәс, Аллаһ Тәғәлә, ай шикелле балҡып торған бер һылыу ҡыҙҙы яралтып, ирҙәрҙең алдына баҫтырып ҡуйған ти. Ер өҫтөн балҡытып, йылмайып торған һылыу ҡыҙҙы күреү өсөн, иң беренсе булып, ҡара болоттарҙы йыртып, Күк йөҙөндә Ҡояш күренгән. Унан һуң, етеҙ генә йүгереп, Ел- егет килеп еткән. Ҡыҙҙың һылыулығына хайран ҡалған Ел-егет ипләп кенә уның маңлай сәсен, теҙҙәренә төшөп торған толомдарын һыйпап ҡараған да, һоҡланыуын нисек белдерергә белмәй, әсе итеп һыҙғырып ебәргән. Әле лә егеттәр, берәй нәмәгә һоҡланып, әйтер һүҙ таба алмаһа, әсе итеп һыҙғырып ебәрә бит. Ул ғәҙәт шул ваҡыттан ҡалған. Ә һылыу ҡыҙҙың, нур сәсеп йылмайған Ҡояшҡа ҡарап, сылтырап көлөп ебәреүе булған, шишмәләр, уның көлөүен отоп алып, сылтыратып аға башлаған, йылғалар шаулаған. Күлдәр, ҡыҙҙың төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә, оҙон керпектәренә һоҡланып, үҙҙәре лә зәңгәр һыулыға әйләнгән. Һылыу ҡыҙҙың керпектәре шикелле, күл ситтәренә ҡамыштар үҫкән. Шунан бирле ҡыҙҙарҙың серле күҙҙәрен төпһөҙ күлгә оҡшаталар икән.

Был яңылыҡты Ямғыр апайға, елеп кенә барып, Ел-егет еткереп килгән, ти. Шул саҡ Күк йөҙөндә йәшен балҡытып, дөбөр-шатыр итеп, арба-арба болоттарын тейәп, ҡабаланып Ел-егет артынан, Ямғыр апай ҙа килеп еткән.

Һылыу ҡыҙға һоҡланыуҙан тулҡынланып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, тыйыла алмай, ул илап ебәргән, ти. Шуның өсөн әле булһа ла яҙғыһын яуған тәүге ямғырҙы Ләйсән ямғыры тип атайҙар икән.

Ҡыҙыҡай, был мөғжизәгә шатланып, башындағы төрлө төҫтәге тарағын алып, Күккә сөйөп ебәргән икән, уныһы, ергә төшмәй, һауала аҫылынып эленгән дә ҡалған, ти. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан Йәйғор шул һылыу ҡыҙҙың тарағы икән ул.

Ағастар, Ҡояш нурҙарынан йылынып, Ләйсән ямғырына ҡойоноп, кинәнеп, япраҡ ярып ебәргән, ерҙә үләндәр морон төрткән, умырзаялар сәскә атҡан. Ә ҡыҙыҡай, ошо хәтле гүзәллеккә ҡыуанып, үләндәрҙе һыйпаған икән, улар төрлө-төрлө сәскәгә күмелгән, бал ҡорттары иһә уларҙан бал йыйған. Ә беҙҙең һылыуыбыҙ, ошо матурлыҡҡа ҡыуанып, атлап киткән икән, уны леп-леп осҡан күбәләктәр оҙатып йөрөгән. Аһ, был донъя ниндәй гүзәл, ниндәй күңелле тип, ҡыҙыҡай ҡулдарын һоноп ебәргән икән, уның ҡулдарына ҡунып, ҡоштар һайраша башлаған. Ана шунан бирле уңған ҡатын-ҡыҙҙарға: ул ҡулында ҡош һайрата, тип әйтер булғандар. Ирҙәр, был гүзәллеккә хайран ҡалып, һынағас кеүек булып ҡатып тик торған, ти. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә ирҙәргә: “Йә бәндәләрем, ошо тормош һеҙгә оҡшаймы?” – тип һораған икән, ир-ат, телдәрен саҡ-саҡ әйләндереп, ошо матурлыҡ юғалып ҡуймаһын тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына: “Бик тә оҡшай беҙгә был донъя, тик был матур уйынсығың беҙҙең һәр беребеҙгә лә булһын ине”, —тип үтенгәндәр. Аллаһ Тәғәлә: “Туҡта, мин быларҙың һәр береһенә матур ҡыҙҙы үҙҙәренең һул ҡабырға һөйәгенән яралтып бирәйем әле, – тигән. Шуға ла, йәғни ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙең ҡабырға һөйәгенән генә яралғанға ла улар ир-егет-тәрҙең яҡлауына-һаҡлауына һәр саҡ мохтаж икән.

Әммә был донъяға Раббыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙы ир-егеткә уйынсыҡ булыу өсөн яралтмаған, сибәрлегенә өҫтәп, уларға зирәк аҡыл да, бал ҡортолай эшсәнлек тә, ләйсән ямғырылай йомшаҡлыҡ та, аҡ һөттәй татлы тел дә, ғәзиз еребеҙҙәй йомартлыҡ та биргән. “Донъя көткәндә ирҙәренә – таяныс, йортҡа ҡот-йәм биреүсе, балаларҙы тәрбиәләүсе изге әсә лә булһын ул” – тип ҡарар ҡылған Аллаһ Тәғәлә!

Бибиямал ЙОСОПОВА.

Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: