+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
5 Июнь , 09:15

ИШЕКТӘРҘЕ АСЫУСЫ

Уҡытыусыларым күп һәм төрлө, ләкин бер-береһенә бик тә оҡшаған. Улар яратҡан эшенә бар булмышы менән менән хеҙмәт итә. Остаздарымдың  барыһы ла минең өсөн бик ҡәҙерле.

ИШЕКТӘРҘЕ АСЫУСЫ
ИШЕКТӘРҘЕ АСЫУСЫ

ИШЕКТӘРҘЕ АСЫУСЫ

Эссе

Яңыраҡ мин ҡытай мәҡәлен ишеттем, унда: «Уҡытыусы тормош  ишектәрен генә аса, әммә унда уҡыусы үҙе инергә тейеш», – тиелә. Был аҡыллы һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһе мине хайран ҡалдырҙы. Уҡытыусылар иңендә шундай ҙур яуаплылыҡ ята! Һәр уҡыусыға тормошта дөрөҫ ишекте асырға, ә иң тәүҙә  уға тура килгән асҡыстарҙы һайларға кәрәк.

Минең уйлауымса, уҡытыусы ғына ошо ҡатмарлы мәсьәләне  хәл итә ала. Һәм миңә тап шундай уҡытыусылар осраны. Уҡыу көнөнөң һәр иртәһе ниндәйҙер яңылыҡтан башлана. Дәрестәрем күбеһенсә дистанциялы формала үтә, әммә шуға ҡарамаҫтан улар бик  ҡыҙыҡлы була. Һәр педагог мин белмәгән фән донъяһына: биологияға, географияға, музыкаға, тарихҡа, туған телгә белем ишеген асырға ярҙам итә. Уҡытыусылар минең өсөн бигерәк тә мауыҡтырғыс квестар, марафондар, интерактив эштәр, видеороликтар һәм презентациялар уйлап таба. Бергәләп проекттар әҙерләйбеҙ, төрлө ғилми конференцияларҙа  тикшереү эштәр менән   ҡатнашабыҙ.

Беҙҙә, Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә, шундай оҫта һәм тәжрибәле уҡытыусылар  эшләй. Улар ысын мәғәнәһендә белемгә ишек асалар һәм дәрестәр үткәрәләр. Һәм бигерәк тә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Юрьевна һәм метаматика уҡытыусыһы Светлана Викторовналарҙы айырып әйтеп үтер инем. Нурлы йылмайыуҙан улар һәр дәресте башлай. Минең шунда уҡ күңелем күтәрелә. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән аралашыу ҙур байрамға әүерелә. Әҫәрҙәрҙән сәнғәт донъяһына үтеп инәбеҙ, серҙәренә төшөнәбеҙ һәм «бөйөк, ҡеүәтле» урыҫ теленең серҙәрен асабыҙ.

Ә математика дәрестәрендә ҡағиҙәләрҙе китаптан уҡып ҡына түгел,  ә үҙем асырға өйрәндем. Светлана Викторовна ауыр мәсьәләләрҙе еңел генә итеп сисергә, кәсер һандар менән миҫалдарҙы ла дөрөҫ эшләргә өйрәтте. Минең өйгә килеп уҡытҡан уҡытыусыларым, һис шикһеҙ, дөрөҫ ишектәр асырға  өйрәтәләр, шуға ла мин ышаныслы аҙымдар менән белем илендә атлайым, алға барам.

Уҡытыусыларым күп һәм төрлө, ләкин бер-береһенә бик тә оҡшаған. Улар яратҡан эшенә бар булмышы менән менән хеҙмәт итә. Остаздарымдың  барыһы ла минең өсөн бик ҡәҙерле. Һәм уларҙың һәр береһен ТОРМОШ тигән ҙур донъяға ишек асырға ярҙам итеүесе УҠЫТЫУСЫ тип әйтер инем.

 

Злата Дадонова,

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы, Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм ярыштарҙың еңеүсеһе.

 

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: