+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
8 Июль , 13:16

Хикәйәләр

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда 97 балалар йортонда 24 000 етем бала тәрбиәләнә.

                                                                   Хәлимә.

     Хәлимә йәйелеп ятҡан ҡараңғы Уралтау буйында йәшәй. Атаһы, ат егеп, йома сәйенә һыуға шул яҡҡа, Гөлзәйнәп шишмәһенә йөрөй. Бөгөн дә ул ҡыҙын арбаһына ултыртып шунда алып китте. Шишмә ярында ялбыр ҡайын уйға сумған. Мүк баҫҡан арҡыс-торҡос тамырҙары төбөндә ус аяһындай ғына соҡоро бар. Ошо бәләкәй генә “утрау”ҙан гөл яратҡан көләс  Зәйнәп шишмәһе урғылып сыға ла тау битләүенән йырлай-йырлай аҫҡа саба. Хәлимә сылтырҙың мәңге тынмаҫ тере моңона сорналып, йомро айҙай көләс йөҙөн, ауыҙ-моронон сайҙы. Ҡояш апай, дәү ағастар аша, уға күҙен ҡыҫып, уның менән шаяра.  Атаһы ағас мискәгә һыуын тултыра. Ҡыҙы, ҡояш уйнатҡан ете төрлө ташты  сүпләй. Урамда ҡыҙҙар менән “Батша ташы” уйыны уйнарҙар. Атаһы шишмә һыуын Урал тауының күҙ йәшенә оҡшаған тисе... Урал тауы, ысынлап та, илаймы икән?! Һы... Күҙ йәше ниндәй төҫтә икән һуң? Ямғыр тамсыһы, ирегән ҡар бөртөгө кеүек тә түгел, ялтыр, тисе... Ҡыҙыҡ, шишмәләрҙең икенсеһе – Гөлбикә. Зәйнәп, Бикә исемле ҡыҙҙар ярҙарына гөл үҫтерәләрме?! Шуға ла Урал олатай Гөлзәйнәп, Гөлбикә тип исем ҡушҡанмы? Ниндәй генә гөл-сәскәләр юҡ?! Һабын сәскәләре лә күренә.

   Әсәһе самауырына шишмә һыуын ҡойоп, тапсыҡтарҙы торбаһына һалды ла туҙҙы тоҡандырып ырғытҡайны, уныһы оҙон тәбәрәккә һуҙып, йырларға тотондо. Ата-инәһенә ни булған? Әллә ниңә шымтаялар. Атаһы бысҡыһын йыйып ҡуйҙы. Ниңә икән? Бүтәнсә кешеләргә ҡарағай, уҫаҡтан таҡта бысмаҫмы? Тынлыҡты атаһы боҙҙо.

-Әремле булһа ла, биш тоҡ он әҙерләнем. Байтаҡҡа етәр.

-Уррра! Биш тоҡ! Ҡалай күүүп!– тине Хәлимә, атаһының алдынан йыбырлап иҙәнгә төшөп, бармаҡтарын бөкләп һанап. Ашъяулыҡ тирәләй ултырған туғандары ниңәлер ҡыуанманы, шөрпөлдәтеп сәй һемерә. Әсәһе телһеҙ кеүек, ләм-лим. Яулығының осо менән генә күҙ төптәрен һөрткөләй. Бөгөн өйҙәрендә күңелһеҙ, шомло, хатта ҡурҡыныс. Сынаяғын түңкәрҙе лә Хәлимә өйө артындағы йылғаға сапты.

  Ҡаран  һыуы тулы әрмәнде, баҡа, көшөл. Эңерҙә баҡалары баҡ-баҡ, әрмәнде, көшөлдәре көш-көш килә. Сикәнес... Ситендә батҡаҡ булһа ла, һыуы йылымыс. Рәхәт! Бер-береһенә һыу сәсрәтәләр, яры буйындағы балсыҡты иҙеп, өй яһайҙар ҙа ваҡ һары сәскәләрен өҙөп, ҡаҙап матурлайҙар. Әлеге минутта уларҙан да бәхетле бала юҡ...

- Хәлимә, әсәйҙәр ҡайҙа китте ул?

Арба артынан бала-саға, ағайҙар, апайҙар, хатта һаҡалы түшенә тиклем төшкән Шәйхи олатай, Ислам ағаһы ла эйәргәнсе.

-Әйҙә, арттарынан, киттек.

-Әйҙә!

 Йәһәт кенә кейенә һалдылар ҙа улар артынан саптылар. Ҡашҡа һәлмәк атлап, Таҙғаҡ юлына төштө. Текә тауҙы, башын түбән эйеп, малҡай ауыр йөгөнә хәле етмәгән кеүек, артҡы аяҡтарына көсөн төшөрөп, менә. Уларҙы күргән, өндәшкән кеше юҡ. Хәлимә тиҙ генә ағаһын етәкләне. Әсәһе, яулығының осо менән күҙҙәрен ҡаплап:”Алты баламды ҡалайтырмын икән... Алты баламды...” тип һулҡылдай. 

-Һы, әсәйҙәр ҙә илай икән... Бишәр йәшлек өс ҡыҙ аталарының, уларҙы мәңгелеккә ташлап, яуға киткәндәрен аңламайҙар ине шул. Динислам ағай ҡыҙын күреп ҡалды ла атын туҡтатып алдына ултыртты. Үҙе кеүек зәңгәр күҙле матурының сәстәренән һыйпаны, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Ҡуһаил тауының түбәһенә менгәс, Ҡашҡа шып туҡтаны. Динислам ағай ҡыҙын ергә баҫтырҙы ла оҙатыусылар менән ҡосаҡлашып хушлашты. Хәлимәне бейеккә - күккә сөйҙө лә ергә баҫтырҙы.

-Хуш, ҡыҙым! Әсәйеңде тыңла! Ағайҙарыңды ла! – тине лә Ислам ағаһын күкрәгенә ҡыҫты.

-Хуш улым! Минең урынға һин ҡалдың, бирешмә! Туғандарыңды ҡара! – тиеүенә, Хәлимәне аптыратып, әсәһе атаһына сат йәбеште. Атаһы, уның ҡулдарын ситкә этәреп, арбаға ултырҙы ла дилбегәне тартты. Текә үргә көсәнеп менгән Ҡашҡа, Ғәйзә, Миңһылыу, Хәлимәнең аталарын, түбәнгә елдертеп, ҡайҙалыр алып китте. Әсәләре, ҡулдарын һоноп, арттарынан йүгерә бирҙеләр ҙә, баштарын эйә биреп, ҡайтыу яғына боролдо.  

    1942 йыл. Алты йәшлек ҡыҙҙың аңы “яуыз”, “дошман” тигән төшөнсәләрҙе ҡабул итмәй. Уның кескәй донъяһы илаһи матурлыҡтан, изгелектән ғибәрәт. Урал тауы, Һаҡмар йылғаһы, Тимәшәү, Ҡанифа юлы, Низам ҡаяһы, Суҡтал, Ҡарағай күле... Уны бар иткән дә, юҡ иткән дә ошо ер аймағы. Атаһының арбаһына тейәлеп, алты бала ошо ерҙәрҙе гиҙҙе, бөртөк һәүкәш Аҡанайға, өс ҡара һарыҡҡа бесән, ҡышҡылыҡҡа утын хәстәрләне, емеш-еләген тирҙе. Бөгөн... Һаҡмар буйында дөм ҡара күҙле муйыл һал булып бешкән. Емешен тирергә берәү ҙә йөрөмәй. Урамда, һыу буйында бер әҙәмде күрмәҫһең. Ғәйниямал инәйҙең алты балаһының берәүһе генә өйҙә. Әсәһе Турыны егә лә туғандарын күрепкә тейәп, эшкә олаҡҡан.

  Башы транса менән ябылған бәләкәй тупаҡ өйҙөң ишеге асылды. Сәсе күптән тараҡ күрмәй, һарыҡ йөнөләй уҡмашҡан, ялбыр баш ҡыҙ тупһаға сығып баҫты. Уның донъяһын яҡтыртҡан, йылытып, йән өргән берҙән-бер Ҡояш апай уға баҡты. Юғарыға, буй етмәҫлек бейеккә күҙҙәрен ҡыҫып, нурҙарына иркәләнеп тора бирҙе лә урам буйлап үрге осҡа сапты. Унда өләсәһе йәшәй. Өмөкәй өләсәй ағас көбөһөнән һоло буҙаһын ҡойоп бирә. Атаһы ҡалдырған киндер тоҡтар әллә ҡайҙа юҡ булған. Әсәһе ҡошгтабаҡта ҡамыр тасҡамай. Асыҡтыра...  Ғәйзәгә һуғылды. Улар ауылдың ҡап уртаһында йәшәй. “Батша ташы” уйынын уйнарға тотондолар. Ел ҡапҡанан шәп-шәп атлап өйөнә инеп барған Ислам ағаһы, әсәһе күренде. Хәлимә улар артынан йүгерҙе. Ағаһы кеҫәһенән бер ҡағыҙ киҫәге сығарҙы. Әсәһе урындыҡҡа лыпын ултырҙы ла ҡағыҙ киҫәген алып, “Атайың юҡ! Үлгән! Алты баламды ҡалайтып аҫырайым!!!” – тип әрнене лә, күҙ йәштәренә быуылды. Хәлимә:“Атай! Атай! Ҡайҙа атайым! Ништәп һаман килмәй!?” тип, ҡысҡырып, әсәһенең итәгенә йәбеште. Ағаһы: “Атайҙан похоронка килгән. Атай ҡайтмай. Ростов ҡалаһында...”, - тигәс кенә, бала күңеле атаһы менән ниҙер булғанын һиҙҙе. Үткәндә Фазулла бабайының бер хәйерсе ҡыҙҙы күмгәнен ҡарап торған Хәлимә:“Нисек инде? Атайымды соҡор ҡаҙып күмгәндәрме? Ниңә?”- тип, ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, һулҡылдарға тотондо. Әсәһе: “Ах!!!”- тип, башын ҡалҡытып ҡыҙына берҙе ҡараны ла лап итеп урындығына ҡоланы. Хәлимәгә яуап биреүсе булманы. Ҡурҡышынан, һыны ҡатып, ағаһының ҡырҡ ямаулы салбарын тартҡысланы. Ҡалайтырҙар, атайһыҙ оҙон ҡышты нисек сығырҙар? Хәлимә ҡәҙерлеһен юғалтҡанын аңламай әле. Ниңә, кем уны юҡ иткән? Атаһы насар кешеме?  Уның атаһынан да яҡшы кеше юҡ! Ундайҙарҙы рәнйетмәйҙәр... Күҙҙәрендәге йәшен кескәй йоҙроҡтары менән төйә-төйә урамға сыҡты. Һаҡалы түшенә төшкән Шәйхи бабай ҡулын болғай түгелме?

  -Иртәгә иртә менән әсәйең миңә килеп сыҡһын әле, - тине.

- Һарыҡ һуяңмы? – тип төбәште Хәлимә.

- Ҡайҙан беләһең, ә?

- Фазулла олатай һарыҡтың  ҡанын беҙгә бирә. Үлмәҫтек, ярар инде, ти, әсәйем.

- Эй, балаҡай, күрһәтте һеҙгә Ярман күрмәгәнде...

  Хәлимә йоҡоһонан уянып тышҡа сыҡҡанда, әсәһе ойошҡан ҡанды ҡаҙанда болғай-болғай бешерә ине. Хәллерәктәре ас эсәген дә бирә. Әсәһе тиҙ арала ас эсәкте һыпырып таҙарта ла эҫе һыуҙа бешәкләп, элеп ҡуя. Өлөшләп ҡырҡып, бешереп, аш итеп ашайҙар. Шәйхи олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре күп шул. Уларҙан артмайҙыр. Өйгә һыуыҡ инмәһен тип, ишеккә Ислам ағаһы һарыҡ  тиреһен ҡаҡҡайны. Ағаһы шуны кире ҡуптарып алды ла усаҡтың ҡуҙҙарына өттө. Шунан уларҙы таҫмаларға ҡырҡты. Ғәйниямал апай сөгөндә  көн дә бер таҫманан һурпа ҡайната.

  1943 йыл.   Йәй.  Шыптыр-шыптыр тауышҡа уянһа, әсәһе ҡайтҡан.

- Дитдом асылған тип ишеттем. Һине шунда алып барам. Йәһәт кенә Зәкиә менән Ғәлиәгә йүгер! Апармаһам, бис үлеп бөтәһегеҙ! Әсәһе, арыҡ ҡына ҡулдары менән ҡыҙҙарҙы берәм-һәрәм күрепкә тейәне лә йәшел үлән ҡаплаған юлға төштө лә дилбегәне тартты. Күреп эсендә улай ҙа былай ҙа сайҡалып бара торғас, шарлап аҡҡан киң йылғаның еүеш һауаһы танауға бәрелде. Әсәһе ҡыҙҙарҙы күтәреп ергә төшөрҙө лә итеген һалып, аяҡтарын, яулығын сисеп, сәстәрен һыу менән һыпырҙы.  Ҡыҙҙар, Ғәйниямал апай кеүек бит-ҡулдарын сайып алдылар. Уларҙы яр буйына йылы ҡомға ултыртты ла: “Дитдомға етеп барабыҙ. Унда ҡола етемдәрҙе генә алалар. Ишетһен ҡолағығыҙ! Һеҙ ҡола етем! Атайығыҙ ҙа, әсәйегеҙ ҙә юҡ! Түлкә мине “әсәй!” тип әйтеп ҡара!” – тип, Хәлимәгә тексәйҙе. “Ярар”  тигәнде белдереп, ҡыҙҙар  башын ҡаҡты.

    Ала ҡайын араһында ауыл күренде. Ауылға ингән ерҙә ҡаршылағы ҡалҡыулыҡта  йорт тирәләй бала-саға сыуала. “Ҡусҡарҙағы дитдом тигәндәре шулдыр”, - тип, Ғәйниямал апай атын шул яҡҡа борҙо. Атын йорт буйындағы баҡса текмәһенә терәне лә йорт эсенә үтте. Бер аҙҙан ят апай күренде. Ғәйниямал апай күреп эсенән ҡыҙҙарҙы ергә күтәреп төшөрҙө лә, атының дилбегәһен ысҡындырып алып, баҡса текмәһенә бәйләне. Ғәлиә, Зәкиә апайҙар теге ят апайға эйәреп киттеләр. Хәлимә:“Әсәй... Ә мин...” тип шыбырлағас, Ғәйниямал апай уны тиҙ генә семтей һалды. “Мин һиңә ниндәй әсәй булайым! Дитдомда йәшәй тороғоҙ, аҙаҡ килеп алырмын,” – тип башынан һыйпағандай булды. Хәлимә ҡыҙҙар артынан сапты. Ооо... Бында... Балалар ҡалай күүүп! Ҡырмыҫҡамы ни, улай ҙа былай ҙа йүгереп унда инәләр, бында инәләр... Өлкәндәре, бәләкәстәре... Ул, баҫҡан урынында ағастай ҡатып, яттарҙы күҙәтте.  Һары етен сәсле, зәңгәр күҙле апай бүлмәләргә инеп сыға, ниҙер әйтә. Уны ла күреп ҡалды ла: “Әһә, беҙгә яңы ҡыҙыҡай килгән. Әйҙә!”- тип, бер бүлмәгә алып инде лә урынын күрһәтте. “Иптәштәрең менән ашарға барырһың”, - тине лә сығып китте. Янына ауылдаш ҡыҙҙары йүгереп килде. Дамбыр-домбор тауыш сыҡты. Баҡтиһәң, ашарға саҡыралар. Тышҡа сыҡҡас, текмә буйын ҡараһа, Ҡашҡа юҡ. Бер аҙ шыңшып тора бирҙе лә балалар артынан эйәрҙе. Һап-һары ғына ризыҡты тимер тәрилкәгә һалғандар. Тары бутҡаһы тиҙәр. Хәлимә  беренсе тапҡыр туя ашаны. Гелән асҡаҡһып йөрөгән баланың тамағы туйғас, уны ауырайтып, йоҡо баҫты. Иртән тороп, ашханаға барһалар, Зәкиә, Ғәлиәнән елдәр иҫкән. Улар ҡасып ҡайтҡандар.

   Башҡортостанда һуғыш осоронда биш бүлмәле Ҡусҡар балалар йорто ғына етмеш баланы һыйындырған. Янында мунсаһы, кер йыуа торған айырым тупаҡ өй, йәшелсә һаҡлағыс - ҡар баҙы ла булған.  Ошо йорт етемдәрҙе һуғыш афәте бөткәнсә үҙе ҡосағына алып, үлемдән йолоп алып ҡалған. Хәлимә тәү күргән апайҙы Борисова тиҙәр. Урыҫ милләтенән. Уҡытыусы. Башҡортса һыу кеүек белә. Үҙенең дә бер малайы, ҡыҙы ла ошо изге йортта йәшәй. Әлегә, төртһәң ҡоларға торған, күҙҙәре эскә батҡан, бер йоҡа күлдәк кенә кейеп килгән ҡыҙҙың сибек кәүҙәһенә йән ингәндәй. Улар тирә-йүндән йыйылған бала-саға менән аралашып, бер ғаилә булып йәшәүгә көс таба. Бала бала инде... Әлегә был “дитдом” тигән ҙур ғаиләлә барыһы ла йәшәү өсөн тырыша, апайҙарын ярты һүҙҙән аңлай, уларҙың ҡушҡанын бер һүҙһеҙ үтәй. Ҙур  йорт - етемдәргә ожмах йорто. Тик уның ҡосағында ғына кейем тегеп кейҙерәләр, ашарҙарына, йоҡларға урын бар.

  Тәбиғәттең үҙ тормошо. Йылы йәйе, һары көҙө артынан ҡаты һыуығы ла тыуа. Эре күҙле ҡар яуҙы, бурандар ыжғырҙы, ҡалтыратты, өшөттөрҙө. Ҡаҡса оҙон буйлы ауылдаш  Фәхриғәлләм ағай Мәрғиә еңгәй менән ошонда күсеп килгәндәр. Ағай кеше йәй буйына утын хәстәрләй, ҡулынан бысҡы-балта төшмәй. Таҡ та тоҡ... Таҡ та тоҡ... Уның ярғанын бала-саға шаҡмаҡлап өйә, сөнки елгә-ҡояшҡа кипкән утын мейестә тиҙ тоҡана.  Утын, ҙур йортто йылытырға, ай-һай күп кәрәк! Мәрғиә еңгәй балаларҙың керен йыуа. 

-Ааааа!!! Ааааа!!!  Ни булды?! Шәүрә! Итәге дөрләп янып, тышҡа сығып йүгерҙе. Өшөп, мейестең ауыҙына инеп барған инде, бахырҡай! Бисараҡай, йүгергән һайын елгә дөрләп, күлдәге нығыраҡ яна. Хәлгенәһе бөтөп тәгәрәне. Күрше бүлмәгә һалдылар. Врач тигән кеше юҡ. Хәлимә уны башҡаса күрмәне. Ауыр заманала ҡыш бауыры ла оҙон. Оло Ҡыҙыл буйынан Һөйәрбикә апай йыйҙырған муйыл, энәде, еләкте сәй итеп эсеп ҡыш сығып киләләр. Баланды, әлбиттә, сөгөндә быҡтыралар.  Өҫтәл батшаһы - картуф. Өҫтәл уртаһында боҫрап ултырған мундир картуфты һанап ҡына бүлешеп ашайҙар. Малайҙар урман ситен көрәк менән ҡаҙып, картуф ултыртырға урын әҙерләй. Күмәкләп барып, йомортҡа, борсаҡ ҙурлығын, симәнә етмәһә, ҡабығын да сәсәләр. Әбейҙәр сыуағында картуф алыу – ҙур байрамға әүерелә. Картуф – етемдәр йортондағыларға оло дәүләт, йәшәү сығанағы. Яҙын, ауылдарҙа серегән картуф ашап әллә күпме бала-саға ағыуланһа, балалар йортонда картуф уларҙы туҡ тота.

  1944 йылдың яҙы. Ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын һирпкәндә бала-саға урамға һирпелә. Ғәҙәттә, яҡыныраҡ ауылдарҙан килгәндәр бер төркөмгә йыйыла, аралаша, бер-береһен яҡлаша. Күрше Амангилде ауылынан ҡаҡса кәүҙәле, һоро күҙҙәре һәр саҡ йылмайған, һөйкөмлө Әснә тигән апай бар. Ул, өлкән апай булып, Хәлимә кеүектәрҙе йомшап маташа.

-Хәлимә!!! Хәлимә артына әйләнеп ҡараны. Уррра!!! Ислам ағайы килгән! Ул, йүгереп барып, уның ҡосағына атылды, ҡулынан етәкләне. Аяҙ күк йөҙө кеүек зәңгәр күҙле, тура һынлы, йомро йөҙлө ағаһынан ҡыҙҙар керпектәрен төшөрөп, йөҙөн йәшереп маташты. Ағаһы ҡарындашын етәкләп ситкәрәк алып китте. Кеҫәһенән төйөнсөк сығарып, уға тотторҙо. Төйөнсөктө асып ҡараһа, йомро итеп йомарланған ҡарағас һағыҙы! Ииии! Күҙҙәрен йомоп, еҫкәне лә Хәлимә шунда уҡ бөртөгөн ауыҙына ҡапты! Их, еҫтәре! Таҙғаҡ юлының ҡарағасыныҡылыр! Ҡыҙҙар улар янына яҡынланылар. Ағаһы моҡсайынан бер бөртөгөн алып, Әснә апайға тотторҙо. Ә беҙгә ҡайҙа? – тип сәрелдәште ҡыҙҙар. Күстәнәсте “Серек йомортҡа” ғына сәйнәһенме?! Ҡыҙҙар ҡулдарын һуҙҙы. Танау тирәләрен ваҡ ҡына һипкел баҫҡан Әснә апай ағайымдан күҙен алманы. “Апатаңды Ҡояш апай үпәс итте..” – тине лә, ғорур башын текә тотоп, бәхетле апай ситкә китте. Бара биргәс, артына әйләнеп, Хәлимәнең ағаһына күҙ ҡыҫты. Хәлимә ағаһына тексәйҙе. “Үәт! Хәҙер ағайың “серек йомортҡа”ны үпәс итә инде...” – тине, баяғы ҡыҙыҡай. “Оялмайһығыҙмы, ниңә улай тип әйтәһегеҙ? Ағайым “серек йомортҡа”ны яратмай”, - тигәйне, бүтәндәре лә уға ҡушылып ҡытҡылдаштылар. Ахырҙа, ул ағаһы атрынан сапты. 

   Фәхриғәлләм ағай Борисова апай менән килешеп, ағаһын үҙенә ярҙамсы итеп алып ҡалды. Исмаһам, тамағы туҡ йөрөр. Ошо көндән ағаһы ла балалар йорто янында бысып өйөлгән утынды яра. Ҡыҙҙар ярылған утынды шаҡмаҡлап өйә барҙылар. Елгә уныһы тиҙ кибә лә ҡосаҡлап ташырға ла еңел. Бер көндө Әснә апай уны аулаҡҡа саҡырҙы ла нимәлер тотторҙо ла ағаһына бирергә ҡушты. Ағаһы эштән бушамай. Берәүҙе лә күрмәй. Бында ҡалғанына ул үкенмәне, сөнки ҡар аҫтынан баҫыу буйлап башаҡ сүпләмәй, яҙын өшөгән картуфты ла, үлмәҫ өсөн үлгән һарыҡты ла ашамай... Ауыр, бик ауыр булды һуғыш йылдары. Ағыулы башаҡ ашап Ислам тиңдәштәрен юғалтты. Эш ауыр булһа ла, тамағы туҡ, өҫ-башы ҡараулы. Хәлимә, ағаһына күрһәтмәй генә, ситкәрәк китеп, бүләкте яҙып ҡараны. Ҡыҙыл еп менән сейә тәлгәше сигелгән, сите ҡайылған ҡулъяулыҡ. Ҡыҙ, ҡыуанысынан: “Уррра! Әснә апай миңә еңгә була!” – тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

  1945 йыл. Ҡышын ҡар тубыҡтан яуһа ла яҙ иртә килде. Йылдағыса Ҡусҡар балалар йорто Беренсе май байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Тәүҙә көйгә генә баҫырға, тигеҙ итеп тыпырлатырға, ҡулдарҙы күбәләк  ҡанатылай елпелдәтергә, йылға тулҡындарылай елберләтергә, бармаҡтарҙы сиртергә өйрәттеләр...

Тигеҙ ҙурлыҡтағы биш ҡыҙҙы һайлап алдылар. Ислам ағаһы гармунында “Әпипә” көйөн тарта.

Иртә лә кил, кис тә кил,

Тәҙерәмде сиртә кил.

Сиртеүеңдән танырмын да,

Ҡаршы сығып алырмын...

-Ниңә аҫтан сиртәбеҙ ҙә сиртәбеҙ! Өҫтән дә сиртәйек! – тине Хәлимә,  бейеүсе апайға ауыҙҙарын турһайтып, сиртеп күрһәтеп.

-Ярар, ярар... – тиеп көлөштөләр апайҙар.

  Көткән байрам таңы атты. Сәхнәнең ҡорғанын тартып ҡарағайны, оһо, залда... эскәмйәләрҙә урын юҡ! Йәшел генә күлдәктәрен кейеп, инә ҡаҙҙың игеҙәк бәпкәләре кеүек, тигеҙ баҫып, Хәлимә төркөмө бейене. Залдағылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Унан көрән күлдәктәрен, зәңгәрҙәрен кейеп төрлө йәштәгеләр сығыш яһаны. Концерттың икенсе өлөшөндә өлкәндәр “Ахмаҡ Гитлер!” тигән сәхнә әҫәрен ҡуйҙылар. Сығыш яһағандар залға төштө, унан күҙәтте. Ууууй! Ҡалай ҡурҡыныс, һөмһөҙ, яуыз Гитлер килеп сыҡты. Илһам ағаһы килеп инде лә ҡаршыһына баҫып, “Хайл Гитлер!” тип ҡысҡырҙы ла сәскә бәйләмен тотторҙо. Кемдер: “Ислам – һатлыҡ йән!” тип ҡысҡырҙы. Шул саҡта көслө шартлау яңғыраны ла сәстәрен кирегә тараған, уҫал, ҡотосҡос Гитлер ергә ауҙы. Ислам ағай сәскәләр уртаһына граната ҡуйған икән! Ислам ағай – һатлыҡ йән түгел, Герой! Уррра! Уррра! Уррра! Зал аяғүрә баҫып, оҙаҡ ҡул сапты. Ағаһы ҡулын түшенә ҡуйып, тамашасыларға баш эйҙе.

Оҙаҡламай, ысынлап та ҡанэскес яуыз дөмөктө. Етмешләгән баланың яҙмышына мәңгелеккә уйылып ҡалған тарихи көн - ата-олаталарының, ағайҙарының ҡаны менән яҙылған Еңеү көнө ине был! Ауылдарҙа әсәй-өләсәләренең, олатайҙарының, бала-сағаның йәненә, тиреһенә һуғарылып яуланған Еңеү көнө ине был! Бер нисә көн балалар йорто, Ҡыҙыл йылғаһының боҙҙары ҡуҙғалдымы ни, шау-гөр килде. Еңеү көнө! Еңеү көнө! Әснә апай йәһәт кенә ҡыҙыл әләмде тегеп, Ислам ағай тотҡаһын ҡуя һалды ла балалар йортоноң иң башына ҡуйҙы. Әйҙә, елберлә, Еңеү әләме! Бер нисә көндән атын егеп, күреп санаһында әсәһе Ғәйниямал апай күренде. Ғәйниямал апай, ҡыҙҙары йүгереп килеп уның ҡосағына ташланыр, ҡайтырға ашҡынып торалыр тип уйлап, яңылышты.

-Ҡайтмайым! Бында ҡалам! Бында һәйбәт! Һин минең әсәйем түгел! – тип, барыһын да аптыратып, ҡысҡырып илап, Хәлимә Ғәлимә апайға сат йәбеште.

-Улай ярамай! Һуғыш бөттө, - тинеләр Нәғимә, Һөйәрбикә, Ғәлимә, Сәкинә, Мәрғиә апайҙар, арҡаһынан тупылдатып һөйөп. Ғәйниямал апай ҡыҙын саҡҡа тәрбиәсе апайҙан тартып ала алды. Бар балалар йорто Хәлимәне Ярылғап ауылына тиклем оҙатты. Шул уҡ күреп санала өйөнә ҡайтып етте.

 Өйөнә, туғандарын күрергә тип, исемдәрен әйтеп, йүгереп инде.  Береһе лә юҡ. Һәммәһе лә Белорет районы Әүжән урмансылығына ағас эшенә киткәндәр. Хәлимә өсөн тағы етешһеҙ тормош башланды.  Һуғыш бөтһә лә тормоштары тиҙ генә арыуланманы. Күп тә үтмәй, әсәһе Ғәйниямал апай үпкәһенә һыуыҡ үткәреп,  уларҙы ташлап китте. 1953 йылда ғына Ислам ағаһы, ҡасандыр атаһы ҡалдырып киткән әремле он кеүек, Ҡырҡты буйындағы урыҫ Степан тирмәнендә тарттырып, алты тоҡ бойҙай оно алып килеп, ағас ларына ауҙарҙы.

  Ата-әсәһе урынына ҡалған Ислам ағаһы ҡулында үҫеп, Хәлимә Ҡырҙас мәктәбендә ете класс тамамланы, буй еткерҙе. Ауылына Үтәгән ауылынан күсеп килгән Әхиәр атлы егет менән донъя ҡорҙо. Совет осоронда Әхмәт һөтсөлөк – тауар фермаһында оҙаҡ йылдар быҙау ҡараусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.

  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда 97 балалар йортонда 24 000 етем бала тәрбиәләнә.

Әбйәлил районы, Теләш ауылы, Зөһрә Бәшәрова.

 

                                                           Өйрә.

  Урал һыртында ҡар күҙе һарысайҙа ла төшә башлай, иртүк ҡырауыта. Һарысай аҙағында көлтәләргә бәйләп һуғып өлгөрмәгән игенде, көҙгөлөгөн Шәйхи бабай ҡара үгеҙе менән ташып, үҫмерҙәр менән Ҡаран күле буйына эҫкерткә өйөп ҡуйғайны. Яманлығы, аяуһыҙлығы менән дан алған сулаҡ бригадир Сибәғәт Ғәйшә апайҙы өйөлгән ашлыҡҡа күҙ - ҡолаҡ булырға ҡушты. Ул, күҙгә ҡараңғы эленгәс тә, бер ҡыҙын эйәртеп, шунда ашыға. Һаҡмар ярынан ҡырҡып алған һуйылын эҫкерт тирәһендәге ҡыуаҡлыҡҡа йәшереп ҡуя. Астың асыуы яман, берәйһе килә ҡалһа, һуйылы менән яра тартыр. Атлай-йүгерә барып еткәс тә Мәрйәмен эҫкерт башына мендерә һалды. Ғәҙәттәгесә:

-Эх, Мостафам, Мостафам... – тип, бер нисә тапҡыр уфтанды ла, әсәһе  Көлһөу Аллаһын уҡыны. Эҫкерт төбөнә аламаһын йәйеп, шунда ултырҙы. Ултыра торғас, “Яҙмышҡайың Хоҙай ҡулында шул... Ҡайҙарҙа ғына йөрөйһөңдөр, ниҙәр генә күрәһеләрең барҙыр”...- тип, ҡабат илағандай булды. Атаһы менән ағаһын оҙатҡанға ике йыл, тәүҙәрәк хәбәрҙәре килеп торҙо ла, күптән өсмөйөшлө хаттар туҡтаны.  Көн дә шулай.  Әсә йөрәге улының тере ҡайтырына өмөтләнә. “Эх, атайым да, ағайым да ҡайтһалар ине... Беҙ ошолайтып эҫкертте һаҡлап ятмаҫ инек...” тине лә, Мәрйәм камзул кеҫәһе төбөнә иген ҡамылдарынан бөртөкләп бойҙай сүпләне. Йоҡо аралаш йә түгелер, йә уҫал бабай тартып алыр тип, йыйғанын һыңар ҡулы менән ҡапшаны. Кеҫәһенең төбөнән генә, уның устары менән бер ус булыр. Анау яуыз сулаҡ ҡына эләктермәһен...

  Ҡараңғы Уралтау бер аҙ яҡтырғандай, таң ҡыйылғаны һиҙелде. Улар, алан-йолан ҡаранып, уттан ҡурҡҡан бесәйҙәй, ауылға ашыҡты. Мәрйәм тиҙ генә ҡара мунса артына барып, алып ҡайтҡанын, бәләкәй генә ҡаҙылған соҡорона, сепрәккә төрөп,  йәшерҙе.

  Әсәһе эшкә киткәс, уға оҡшатып, шул ашлыҡты ағас килегә һалып оҙаҡ ҡына төйҙө лә  уттыҡтағы ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яҡты. Уға һыу ҡойоп, һарыҡ майы төшөрөп, төйөлгән бойҙайҙы болғай-болғай тандырҙа ҡайнатты. Эх, тәмле лә һуң шыйыҡ өйрә!!! Эҫкерттәге ашлыҡты лобогрейкала әйләндереп ҡайтҡан әсәһе генә ҡыуанманы. “Уй, Аллаҡайым, ҡайҙан алдың был нәмәне,ә?! Белеп ҡалмаһындар, бер ус бойҙай алып тотолоп, ана, күпме ҡатындар төрмәлә?! Аллам һаҡлаһын!” тип, уҡынып, тирә-яғына төкөргөләп алды ла үҙе лә ашап алды. “Эх, балаҡайҙар, ҡасан ғына ошо һуғышы бөтә инде, ней тамағығыҙ туймай, ней өҫтөгөҙ кейемгә...” – тине, яҙғы алағарҙан көҙгө ҡар яуғансы ялан аяҡ, бер ҡат ыштан да, бер ҡат күлдәк кейеп йөрөгән балаларына ҡарап.  “Үткәндә Ҡырҙасҡа барып, күрәҙәсе әбейҙән бол һалдыртып ҡайттым. Ҡыҙҙарымдың яҙмышы яҡшыға, ә бына малайҙарымдыҡы...” – тине, күҙҙәре шәмәреп. Нимә ул яҙмыш? Ә бол һалыу нимәгә кәрәк? Күрәҙәсе? Туғыҙ, ете, биш йәшлек балаларҙың аңы әлегә ундай төшөнсәне ҡабул итмәй. Көндәр буйы арып-талып арманһыҙ хәлдән тайған балаларҙың бар уйы – йән аҫрамаҡҡа берәй нәмәне ҡабыу, тамаҡ ялғау... Бик тә булмаһа, ситән буйында үҫкән йәшел төймәсектәр – бесәй икмәген булһа ла. Шул төймәсектәрҙең берәүһен генә ҡапһаң да, тоноҡ күҙҙәре, йөҙҙәре асылып ҡала, аслыҡтан лепелдәгән йөрәккенәләре лә тынысланғандай була. Алай ҙа ғына бөҙрә аҡ һарыҡтары бар. Бар байлыҡтары – һарыҡ тиреләре лә ярыҡтары тимер менән ҡоршалған сынаяҡтары. Күп кешеләрҙең һикеһендә лә тире, тәҙрәләрендә лә тире пәрҙә. Тик һарыҡ тиреләренә лә хөкүмәттең налогы бар. Һандыҡ төбөндә ята улар. Йыл да итенә, майына, йөнөнә, йомортҡаһына, тиреһенә тиклем налогы ҡаралған. Улар Ғәйшә апайҙың күҙ йәштәренә һуғарылып, һарғайып кипкән. Көнө-төнө тир түгеп тапҡан ғыналары һуғыш яландарына китә. Ә һуғыш тигәндәре оҙаҡҡа һуҙылды. Унан һирәктәр, бик әҙҙәр генә әйләнеп ҡайта, тиҙәр ололар.

  Ғәйшә апай был ауылға ялан яғы оло Ҡыҙыл буйынан килен булып төшкән. Атаһы, быйма баҫа, тире эшкәртеп, итектәр ҙә тегә ине. Ҡыҙы тирене әсетә лә, эшкәртә лә белә. “Ошо тирене таҙартһаң, атай һиңә һуғыштан аҡ ҡына ҡолонсаҡ алып ҡайта...” – тип әүрәтә апайы ҡустыһын. “Уррра! Мин ҡолонсаҡты егеп, Уралтауға менәм”, - ти уныһы. Әсегән тирене ана, ир заты ир заты инде, атаһы яу яланына киткәндә, сәңгелдәктә ятып ҡалған Мозафары таш менән кипкән ҡабығын һыҙырып маташа. Ул осорҙа аяғына баҫҡаны, осаһынан шыуышҡаны йәшәргә ынтылды, ҡабырлыҡ берәй нәмәне табып булһа ла, яу яландарынан ҡайтҡан туғандарын күрергә өмөтөн өҙмәне. Дүрт йыл буйына... Сәңгелдәктә ятып ҡалғандар аяҡланып, сабып йөрөнө, атай тигәнде бөтөнләйгә әйтә алмаған быуын үҫте. “Ә һиңә”, - ти Мәрйәм һеңлеһенә: “Мостафа ағай ситсанан күлдәклек алып ҡайта. Тыңлашмаһаң, уны миңә бирә”- тип әүрәтә. Ул, берәйһе килеп инмәһен тип, тышты ҡарауыллай. “Ә үҙемә, ти Мәрйәм, яратҡан ҡыҙына, алтын алҡа”, - ти, ҡолаҡтарына күрһәтеп. Мәфтуха тигән туған тейеш апай: “Атайың һине алдына ултыртып, йырлай торғайны”,  – тип һөйләгәйне. 

  Бол һалған күрәҙәсе яңылышмаған. Әле бына эштән ҡайтыуына, Ҡырҙастан почта Насир хат ҡалдырып киткән. “Был хатты Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһындағы госпиталдән яҙам. Яраланғаныма егерме көн булды. Бер күҙемә, шул яҡ сикәмә снаряд ярсығы тейҙе. Ярам бик үк ауыр түгел, тиҙ арала арыуланырмын, минең өсөн хафаланмағыҙ. Бәлки, ярам йүнәлгәс, бер аҙ ваҡытҡа ҡайтып килергә рөхсәт булыр. Яҙмыш ҡушһа, шунда күрешербеҙ”, - тигән хәбәрҙе Мәрйәм  әсәһенә уҡып ишеттерҙе.  Ғәйшә апай уҡый белмәй, мәҙрәсәлә белем алған. Уның тураһында ҡарый Ғәйшә тиҙәр, изге Ҡөрьәнде яттан белгәндәргә шулай тип өндәшәләр икән. Сыбаркүлдән өс хаты килде, әммә күҙе имен-аман ҡалыуы тураһында өндәшмәне. Өйөнә ҡайтып, туғандарын күрергә рөхсәт булмағандыр, ахыры. Бер аҙҙан һуғышсының фронтҡа китеүе тураһында белделәр. Бөгөн Ғәйшә апайҙың өйөндә ҡайғы.

   Мостафаның һуғышҡан часынан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр ебәргәндәр. Хәбәрһеҙ юғалғандар ғаиләһенә ярҙам ҡаралмаған. Күмәкләшеп, күрше-күләнкә менән сеңләшеп илаған булдылар ҙа тағы мәңге бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәренә сумдылар. “Мостафам, ах, Мостафам, балам...” – тип, Ғәйшә апайҙың яҫтығына ятып үкһеүҙәре, былай ҙа күңелһеҙ тормоштарына йәм өҫтәмәне, киреһенсә ҡара ҡайғы уларҙы өттө...  Һуғыш ололар менән бергә бала-сағаны ла улай ҙа былай ҙа ҡаҡҡылап, ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынаны. Мәрйәмдең тиңдәштәренең күптәре районда асылған балалар йорттарына китте. Астан үлмәҫлек тәғамдары, арлы-бирле кейем йораттары булғандары өйҙәрендә ҡалды. Улар оло ҡатын-ҡыҙҙар менән ололар эшенә йәлеп ителде.

  Ауылда урам уртаһында ат һарайы бар. Бағры йылғаһы буйында “Һәүәнәк” колхозы һыйырҙар көтә. Уның һөтөн-ҡаймағын көн дә район үҙәгенә тапшыралар. Бала-саға ҡышҡылыҡҡа шул малдарға бесән әҙерләй. Һәр саҡ ялан аяҡ йөрөп, табаны эрзин кеүек туҡылдап торған Әхмәтшәрип ат кәсилкәһендә тиҫтерҙәре менән төндәрен йылға буйында бесән саба. Көндөҙҙәрен ҡыҙҙар ат менән тырмалатырға сыға. Бригадир туғыҙ йәшлек Мәрйәмде лә бесән тырмалатырға ҡушты. Тәүҙә Әхмәтшәрип атты егеп бирә ине, тора-бара үҙе өйрәнде. Һаҡмар йылғаһы буйында бесән ҡотороп үҫкән, яҫмалары ҡалын. Бөгөн дә Ҡашҡаны үҙе екте лә тырмаға ултырыуы булды, ат ҡапыл һелкетеп тартып, ҡыҙ тырма аҫтына ҡоланы. Һарай тышында ат егергә көтөп торған Сәкинә сытырҙатып күҙҙәрен йомдо. Бер аҙ тора биргәс, күҙҙәрен асты. “Йә, Хоҙай, Мәрйәмгә ни булды?!” Сабып барған атты Әхмәтшәрип тотҡан. Мәрйәм йәнтәслим унда йүгерә. Улар икәүләп бесән тырмалатырға киттеләр. “Йә, Хоҙай, кем Мәрйәмде бәлә-ҡазанан араланы...” Күҙ алдары ҡараңғыланып торған Сәкинә, күҙҙәрен бәләкәй йоҙроҡтары менән төйгөсләне лә үҙе лә атын егергә инде. Ул осорҙа ошондай ҡазаларҙың урап үтеүен, Аллаһы Тәғәләгә табынып йәшәгәндәргә юғарынан Хоҙайҙың ярҙамы тип ҡабул иттеләр...

   Йылдар үтә торҙо. Еңеү яҙы ла яҡынайҙы. Сәкинә менән Мәрйәмде Белорет районы Үҙәнбаш яғына ағас ҡырҡыу эштәренә ебәрҙеләр. Ҡырҙас ауылынан бригадир Муса ағай уларҙы арбаһына ултыртып алып, таң һарыһынан шул яҡҡа юлланды. Арба тәгәрмәстәренең даһыр-доһыр йырын тыңлай торғас, ҡараңғы ҡара урман эсенә инделәр. Алда оҙон барактар күренде. Әлегә унда бер кем дә күренмәй, эшкә киткәндәр. “Бында урын юҡ”, - тип, ҡыҙҙарҙы урыҫтарға йәшәргә төшөрҙөләр.

  Ҡарт бабай менән әбейҙең яңғыҙ һыйыры, ырҙыны бар. Икенсе көнөнә урманға эшкә сыҡтылар. Кешенең күплеге... Күккә олғашҡан ҡарағайҙарҙы ҡул бысҡыһы менән бысалар, унан ботаҡтарын ботайҙар. Мәрйәм тиҫтерҙәре ботаҡтарҙы бер урынға ташып өйәләр ҙә үртәйҙәр. Көнө-төнө урмандан ҡайтмайҙар. Эш өсөн берәр буханка арыш йәиһә һоло икмәге эләгә, төшкөлөккә һыу һалмаһы. Таң менән тороп, урыҫтарҙың һыйырын һауып, иҙәндәрен йыуырға өлгөргән ҡыҙҙарға, ҡайтыуҙарына урыҫ мейесендә бер сөгөн боҫрап бешкән мундир картуф көтөп тора. Арып-талып, дарманһыҙ булып ҡайтһалар ҙа йәштәр уйынға сыға. Төрлө яҡтан йыйылған егет-ҡыҙҙар күңел аса.

Ыстакатка барагында

Торбаһыҙ шәмдәр горит.

Ҡайтыу яғын думать итеп,

Головаларым болит...

  Ҡырҙастан Муса бригадир икенсе партия балаларҙы тейәп алып килеп, Мәрйәмдәр менән килгәндәрҙе алып ҡайтырға килде. Урыҫтар ҡыҙҙарға күстәнәскә бер биҙрә картуф һалды. Унда-бында балаларҙы төшөрөп ҡалдырып ҡайтып еткәндә, картуфтан елдәр иҫкәйне инде.

   Оҙон ҡыштарын Мәрйәм әсәһенә эйәреп йөрөп, кешеләргә мейесен дә сығарҙылар, толобон да тектеләр, мәктәпкә ҡышҡылығын утынын да хәстәрләнеләр, эшләмәгән эштәре ҡалманы. Эштәре өсөн ҡайһыларынан бер биҙрә булһа ла бойҙай ҙа эләгә ине. Ата тоҙ, бойҙай тартҡан тирмәндең дыһыр-доһор тартыуынан балалар биҙрәп тә бөткән. Һуғыш бөтөүгә ярты йыл ҡалғас, Мәрйәмдең атаһынан да “хәбәрһеҙ юғалған” ҡағыҙы килде. Еңеү яҙын көткәндә, ҡыҙҙар, Ҡаран йылғаһы артында, “сәсе ҡырып алынған” баҫыуға башаҡҡа йөрөргә булды. Мәрйәмдең сәстәре, әсәһенекенә оҡшап, Ҡаран күле ҡамышылай шыма, оҙон. Ғәйшә апай сәсен толомлап үрҙе лә башы артына уратып нығытып, бәйләп  ҡуйҙы. Мәрйәмгә тапҡан бойҙайын өйөлгән сәс толомо төбөнә бөртөкләп йәшерергә ҡушты. Ҡараңғылатып, ҡыҙҙар баҫыуға сыҡтылар ҙа тауыҡтар кеүек, унда-бында йүгереп,  бөртөкләп сүпләй башланылар. Таң һарыһы юғалғас та ҡайтыу юлына ашыҡтылар. Ҡаран йылғаһына килеп еттек тигәндә генә, аттың бышҡырғаны ишетелде. Өлгөрмәнек, сулаҡ Сибәғәт... Ҡаран һаҙына еттем тигәндә... “Тпррр! Ану, ни эшләп йөрөйһөгөҙ, йолҡоштар! Тегендә Германды еңергә кәрәк!” Атынан һикереп төштө лә сыбыртҡыһын ҡыҙҙарҙың морондарына терәп, йыйылған ғына бойҙайҙарын ергә түктерҙе. Ә, һин, Динислам йолҡошо, ниңә ҡатып ҡалдың? Ҡайҙа урлағаның? Әллә һин урлашмайһыңмы? Башығыҙҙы төрмәлә серетәм!” Ҡыҙҙар берәм-һәрәм шыңшып илашырға тотондо. Ул, ҡурҡышынан һынташ булып ҡатҡан ҡыҙҙы, ни эшләтергә белмәй, ҡаҡса яурынынан һелкетергә тотондо. “Әһә, башыңда нимә шылҡылдай? Тапмаҫ тиһеңме?” Ул, сыбыртҡыһын Мәрйәмдең танауы төбөндә уйнатты ла: “Хәҙер үк бушат сәсең араһындағы бойҙайҙы! Тиҙ бул! Тегендә атайҙарығыҙ аслыҡтан неместе еңә алмай! Бында балалары ҡотора!” Мәрйәм, оҙон сәс толомдарын һүтеп, бойҙайҙы бөртөкләп ергә ташланы. “Тағы ла шулайтһағыҙ, сәстәрегеҙҙе тап-таҡыр итеп ҡырып сығам, ишеттегеҙме, марш!” – тигән бойороҡ ишетеү менән ҡыҙҙар ауылға ҡарай йүгерҙе.

  Һаҡмар йылғаһы буйҙарын йылы ямғырҙарына ҡойондороп, ниһайәт көткән яҙ килде! Берәм-һәрәм атайҙар, ағайҙар, олатайҙар ҡайта торҙо. Тик Ғәйшә апайҙың ишеген туҡылдатыусы булманы. Сәкинәнең дә атаһы яу яланында ятып ҡалды. Фашизм тигән мәкерле дошманды еңһәләр ҙә тормош тиҙ арала еңеләймәне. Мәрйәм күрше ауылдағы Ҡырҙас мәктәбенә уҡырға төштө. Фронтовиктар ҡайтһа ла һирәктәре генә эшкә яраҡлы. Күптәре ғәрип. Әле булһа баҫыуҙарға иген утарға, көҙөн ураҡ менән урырға йөрөйҙәр. Уҡытыусы апай ҡыҙҙарға алмашлап баҫыуға өйрә бешереп алып килергә ҡушты. Туғыҙ йәшендә бер ус бойҙайҙы ла аш итеп яраштырып өйрәнгән Мәрйәмгә өйрә бешереү, ыумас ыуыу ауыр булманы. Ғәҙәтенсә апайҙары биргән бойҙайҙы елгәреп, ағас килелә оҙаҡ ҡына төйҙө. Ҡаҙан аҫтына тапсыҡ яғып, ҡайнар һыуға әҙләп төшөрөп, бер сәғәттәй тандырҙа ҡайнатҡас, тоҙлап киптереп ҡуйған һарыҡтың ас эсәген ҡырҡып өйрәгә ҡушты. Ураҡсылар, Мәрйәмдең өйрәһен маҡтап туйманылар. Эйе, һуғыш балаларҙы ваҡытынан алда ҡартайтты, үҙҙәрен үҙҙәре аҫырарға өйрәтте.

  Сәүит осоро бөтөп, баҙарҙа һатыу иткән ҡырҙас ауылы Бакиров бабай: “Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ, иң тәмле өйрә уныҡы була торғайны”, - тип, сәләмдәр юлланы.

  Ауыр йылдарҙа ҡабынған мөхәббәт уты онотолманы. Мәрйәм менән Әхмәтшәрип ғаилә ҡорҙо. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән һуғыш осоро балалары тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне, ең һыҙғанып эшләне, итәк тултырып балалар үҫтерҙе. Тик күптәре “һуғыш осоро балалары” миҙалын таға алмайынса, фани донъяны иртә ташлап китте. Исмаһам, ошондай хөрмәткә лә эйә булырға хоҡуҡ иртә сыҡманы.

Зөһрә Бәшәрова,  Әбйәлил районы, Теләш ауылы.     

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Аманат
Читайте нас: