+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
8 Июль , 13:24

Әкиәттәр

Борай 2-се гимназияһы уҡыусылары бик ҡыҙыҡлы әкиәттәр ижад иткән. Һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ, дуҫтар! Етәксеһе –ЛәйсәнРишат ҡыҙы Муллағәлиева.

Борай 2-се гимназияһы уҡыусыларының ижад емештәре. Етәксеһе –ЛәйсәнРишат ҡыҙы Муллағәлиева.

 

Отҡор сысҡан.

Бер ваҡыт бесәй балаһы сысҡан тоторға уйлаған. Тик ул әле бәләкәй икән. Бесәйҙең дә сысҡан тотҡоһо килә. Улбик оҙаҡ йөрөй, тик бер сысҡан да осратмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул сысҡанды күргәне юҡ, ниндәй икәнен дә белмәй ине. Шул ваҡыт кинәт һалам ҡыбырлай, һәм унда оҙон ҡойроҡло бер йәнлек күренә.

-Һин кем?

-Сысҡан.

-Мин һине эҙләй инем дә, һин миңә бик кәрәк.

-Ниңә?

- Әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең сысҡан тота икәнен генә беләм.

-Ә мин беләм, бесәйҙәр сысҡанды уйын уйнарға тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм.

-Әйҙә, өйрәт.

-Мөйөшкә баҫ, күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.

Сысҡан өйрәткәнсә бесәй өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер кем дә юҡ икән инде. Отҡор сысҡан бәләкәс бесәйҙе шулай итеп отҡан.

Килмәтова Лиана.

Айыу менән терпе

Ҡара урманда бер айыу йәшәгән. Ул бер хайуан менән дә аралашмаған, үҙенең өңө янына бер кемде лә яҡын ебәрмәгән.  Бер көндө урманда алсаҡ Терпе алма йыйып йөрөгән. Үҙе лә һиҙмәҫтән Айыуҙың өңөнә төшөп киткән. Айыу терпегә бик асыуланған. Тотоп ашайым ғына тигәндә, абынып йығыла ла аяғын һындыра. Терпе ашығыс ҡына сығып йүгерә. Тик бара торғас, кире уйлай ҙа әйләнеп ҡайта.

  • Былай итеп бәләгә тарыған йәнлекте ташлап китеү килешмәҫ, - тип уйлай ул.

Кире инеп, Айыуҙы урынына ятҡыра ла дауалай башлай. Айыу башта бик аптыраһа ла шунан Терпегә бик рәхмәтле була. Ошолай итеп Айыуҙың үҙ ғүмерендә беренсе дуҫы барлыҡҡа килә. Артабан Айыу барлыҡ урман йәнлектәре менән дуҫлашып бөтә, сөнки уның иң яҡын дуҫы Терпе бик алсаҡ була.

 

Динә Латипова.

 

 

 

Ҡуян, айыу һәм төлкө.

Борон-борон заманда ҡара урманда йәшәгән, ти, бер ҡурҡаҡ ҡуян. Булған ти уныңөс балаһы. Бер көндө улар бергәләп урманға ашарға эҙләп сыҡҡандар. Ҡуян йыраҡтан төлкөнө күреп ҡалған да тиҙерәк балаларын ҡасырған. Тик төлкө уның үҙен күреп өлгөргән дә ҡысҡырған икән:

  • Сәләм, ҡурҡаҡ ҡуян! Нәмә эшләп минән ҡурҡмай урманда йөрөйһөң?

Ҡуян, дер-дер ҡалтырап:

  • Ашарға эҙләп сыҡҡан инем, ә һин? – тигән.

– Бына апайыма ҡунаҡҡа барырға сыҡҡан инем дә күстәнәс эҙләйем әле.

Меҫкен ҡуян, күҙҙәрен маңлайына мендереп, артҡа сигенә башлаған. Ә төлкө:

  • Ярай, ҡуян, һау бул, мин киттем, – ти икән.

Шатлығынан ҡуян балаларын алып ҡасмаҡсы булһа, төлкө килеп сыҡмаһынмы. Ул хәйләкәр ҡасып ҡарап торған икән дә баһа.Шул арала бер балаһын эләктереп ҡасҡан да ти. Ҡуян урман буйлап илап китеп бара икән, ҡаршыһына айыу осраған.

  • Ҡуян, ниңә илайһың? - тип һораған ул.

Меҫкен ҡуян бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп биргән. Айыу уға:

–Ҡайғырма, ҡыҫҡағойроҡ, мин беләм уның өйөн, – тигән.

Киткәндәр ти былар төлкө өйөнә. Барғандар ҙа айыу шаҡый икән.

–Кем унда?– тигән төлкө.

  • Мин айыу.

Төлкө ишеген асһа, ҡуян тора икән. Ул тиҙ генә балаһын табып алып та сыҡҡан. Айыу уға:

  • Тағы ла бер шулай башҡа йәнлек балаһына тейәһе булһаң, мин һине урмандан ҡыуам, – тип ҡурҡытҡан быны айыу.

Шунан башлап төлкө ауылға тауыҡ урларға йөрөй башлаған да икән.

Әдилә Латипова.

 

 

Бесәй менән терпе дуҫлығы.

 Борон-борон заманда зәңгәр диңгеҙ артында, ҡара урман эсендә йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың булған ти бик иркә генә ап-аҡ бесәйҙәре. Ул күберәк тышта йөрөргә ярата башлаған да хужалары уға асыуланып:

  • Ҡайтып йөрөмә, – тигәндәр.

Сығып киткән ти Һороҡай. Эй бара ти, эй бара был. Бара торғас, оҙон юл үткән, энә ҡәҙәр ер киткән ти.

Юлда уға бер терпе осраған. Улар дуҫлашып алып, бергә йәшәй башлағандар ти.

Терпенең тылсымлы быяла шары булған икән. Берҙән-бер көндө ул бесәйгә:

  • Әйҙә, тылсымлы шарың менән ҡарайыҡ әле, әбей менән бабайың ни эшлй икән? – тигән.

Ә шар күрһәтә икән: әбейҙең йорт тирәләрен сысҡандар баҫҡан. Бесәй быны күреп түҙмәгән, терпе менән хушлашып, әбей менән бабай янына ҡайтырға булған.  Быға терпе:

  • Әйҙә икәү барайыҡ, мин дә ярҙам итермен,–тигән.

Былар икәүләп тиҙ арала сысҡандарҙы ҡырып һалғандар икән. Әбей менән бабай бик шатланғандар, бесәйҙәрен тиргәгәнгә үкенгәндәр. Әлбиттә, бесәй уларға асыу һаҡламаған. Терпе менән икеһе китергә булғандар. Тик терпе былай тигән:

  • Һәр кем үҙ урынында булырға тейеш: һин ауылда ҡал, мин тәбиғәт ҡосағында ҡалайым. Ваҡыты-ваҡыты менән килеп, һеҙҙең хәлде белеп торормон, – тигән терпе.

Шул ваҡыттан алып терпеләр ауылға хәл белергә килеп сыҡҡылай икән.

Илназ Мәрҙәнов.

 

 

 

 

 

Автор:Аманат
Читайте нас: