+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
14 Июль 2024, 09:25

Бер банка ҡаймаҡ...

Мәктәбебеҙҙең ишек алдын бер итеп шау–гөр килеп автобус көтөп торабыҙ. Беребеҙең нимә һөйләгәнен икенсебеҙ ишетмәй сыр – сыу киләбеҙ инде. Беҙҙе оҙатырға кемебеҙҙең әсәһе, ҡайһыбыҙҙың апаһы, ағаһы килгән, хатта атайҙар ҙа бар. Мине ҡартәсәйем һығып ҡосаҡлап алған да ебәрмәй, әйтерһең дә мин йыраҡҡа һәм бик оҙаҡҡа китергә йөрөйөм. Ә мин сабый бала һымаҡ иркәләп бөтә алмайым уға. Ҡайтып ингәнсе һағынырмын инде ҡәҙерле, ғәзиз кешемде... Ныҡ, ныҡ яратам шул мин ҡартәсәйемде. Минең ҡартәсәйем һымыҡ башҡа ҡартәсәй юҡтыр ул донъяла! Минең үҙемә шулай тойола, шулай тип уйлайым... Әммә бөтә өләсәйҙәр ҙә, ҡартәсәйҙәр ҙә изге күңелле булаларҙыр, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәнен бирергә әҙерҙер инде улар. Минең ҡартәсәйем дә, өләсәйем дә шундайҙар.

Бер банка ҡаймаҡ...Бер банка ҡаймаҡ...
Бер банка ҡаймаҡ...

Мәктәбебеҙҙең ишек алдын бер итеп шау–гөр килеп автобус көтөп торабыҙ. Беребеҙең нимә һөйләгәнен икенсебеҙ ишетмәй сыр – сыу киләбеҙ инде. Беҙҙе оҙатырға кемебеҙҙең әсәһе, ҡайһыбыҙҙың апаһы, ағаһы килгән, хатта атайҙар ҙа бар. Мине ҡартәсәйем һығып ҡосаҡлап алған да ебәрмәй, әйтерһең дә мин йыраҡҡа һәм бик оҙаҡҡа китергә йөрөйөм. Ә мин сабый бала һымаҡ иркәләп бөтә алмайым уға. Ҡайтып ингәнсе һағынырмын инде ҡәҙерле, ғәзиз кешемде... Ныҡ, ныҡ яратам шул мин ҡартәсәйемде. Минең ҡартәсәйем һымыҡ башҡа ҡартәсәй юҡтыр ул донъяла! Минең үҙемә шулай тойола, шулай тип уйлайым... Әммә бөтә өләсәйҙәр ҙә, ҡартәсәйҙәр ҙә изге күңелле булаларҙыр, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәнен бирергә әҙерҙер инде улар. Минең ҡартәсәйем дә, өләсәйем дә шундайҙар.
Беҙҙең мәктәптән яҡшы уҡыған балаларҙы, йыл һайын йәйге каникулда Рәсәйҙең ҡалалары буйлап сәйәхәткә ебәрәләр. Ҡайҙа ғына булманыҡ инде беҙ! Бына бөгөн дә беҙ бер төркөм 7-се, 8-се, 9-сы синыф уҡыусылары Прибалтика Республикалары буйлап сәйәхәткә сығырға йөрөйбөҙ. Автобус беҙҙе Магнит ҡалаһының тимер юл вокзалына алып барып ҡалдыра. Унан инде, Мәскәү ҡалаһы, Прибалтика көтә беҙҙе! Мин эстән генә ошоларҙың бөтәһен дә уйлайым, ҡартәсәйемдең нотоғон, миңә хәйерле юл теләп уҡыған доғаларын тыңлайым. Ә ике күҙем урамда, мин көтәм... Әсәйемде көтәм мин... Ул һаман юҡ...
Йәнемдән дә артыҡ күрһәм дә, һәр ваҡыт атай тип йән атып торһам да, атайымды көтмәйем. Таң менән алыҫ юлға, рейсҡа сығып китте, оҙатырға ул килә алмай. Иртә менән мине иркәләп, һөйөп, хәйерле юл теләп, үҙемде матур, тәртипле тоторға өндәп юлға сығып китте һөйөклө кешем. Имен–һау, хәйерле юлдарҙа ғына йөрөһөн инде атайым! Ә әсәйем килергә тейеш ине бит, эштән тура килермен, балам, тигәйне лә инде. Ҡайҙа һуң ул? Нишләп юҡ? Бер нимә булдымы икән әллә? Ҡайҙа ул?
Бына автобус та килеп туҡтаны инде, уҡыусылар тупырҙашып автобусҡа инеп урынлаша ла башланылар. Ә әсәйем юҡ... Нисек? Нисек сығып китәм инде мин хәҙер юлға? Әсәйем менән хушлашмай китәмме? Нимә булды икән һиңә әсәйем, әсәкәйем ҡайҙаһың һин? Һаман автобусҡа инмәй, ерҙә тапанған миңә, бергә юлға сығырға йөрөгән иптәштәрем, ҡул болғап, саҡырып ҡысҡыра ла башланылар инде. Беҙҙең төркөмдө етәкләгән уҡытыусыбыҙ Флорида Батыр ҡыҙы яныма килеп: ”Нимә булды, Зилдә? Нимәгә һаман тышта тораһың? Хәҙер ҡуҙғалабыҙ бит?”- тип һораны. “Әсәйем юҡ бит һаман, бер нимә булдымы икән, мин бара алмайым инде”... – тип яуаплайым, күҙ йәштәремде саҡ тыйып тигәндәй.
Әсәйемде күрмәйенсә, хушлашмайынса, юлға сығып китә алмаҫымды ла, бик-бик барғым килгәнен дә, әсәйем килеп өлгөрмәһә һис шикһеҙ бармаҫымды ла шунда уҡ аңлап алды уҡытыусым. Мине арҡамдан һөйөп, тыныс булырға өндәне лә ул, автобус шоферына саҡ ҡына көтөргә ҡушып, уҡыусыларҙы сабыр итергә өндәп, улар янына китте. Ә мин ҡартәсәйемде ҡосаҡлап алдым, башымды уның яуырынына йәшереп, инде күҙ йәштәремә ирек ҡуйҙым. Ҡартәсәйем мине ҡосаҡлап, өнһөҙ генә йыуата...
“Зилдә, балам нимә булды?”- тигән тауыш ишетеп башымды күтәрһәм, алдымда әсәйем тора. “Әсәй, әсәй нишләп оҙаҡланың? Һиңә бер нимә булғандыр тип, мин бармаҫҡа уйлап тора инем инде”... – бер бер артлы әсәйемә ғәзиземә хәбәремде яуҙырам. Үҙем уны ҡосаҡлап, ҡәҙерле йөҙөнә бағам. Әсәйем аҙыраҡ талсыҡҡан кеүек йыш–йыш тын ала, йүгереп килгәндер күрәһең, йөҙҙәре ҡыҙарып, сәстәре аҙыраҡ боларып, яулығынан сығып, битенә төшкән. Бик ашығып килгәне күренеп тора. Ипләп кенә һөйөп мине нисек тә тынысландырырға тырыша ул,
“Һай, иҫәркәйем! Килмәй буламмы һуң инде... Һиңә юлға ҡаймаҡ алып киләйем тигәйнем, инәйеңден сепаратҡа һөт һалғанын көтөргә тура килде. Өлгөрҙөм бит бына, балам, тыныслан инде. Имен–һау, рәхәтләнеп йөрөп ҡайт,” – тип ул минең күҙ йәштәремде һөртә, ҡосаҡлап иркәләп, һөйөп, хәйерле юл теләп, фатихаһын бирә. Ҡулыма бер банка, яңы ғына айыртылған, ҡаймаҡ тоттора. Мин бер һүҙ ҙә өндәшә алмайым, ҡулымдағы ҡаймаҡлы банка устарымды өтөп алып барғандай тойола, үҙәгем өҙөлөп әсәйемде йәлләйем, күҙҙәремдән үҙҙәренән үҙҙәре йәштәр урғылып сыға.
Хәҙер инде минең йәштәремде тыйырға көсөм юҡ, илай–илай әсәйем, ҡартәсәйем менән хушлашам да, күҙ йәштәрен сәсрәтә–сәсрәтә автобусҡа атылып инеп ултырам. Шуны ғына көткән шофер автобусын ҡабыҙа ла, ҙур тиҙлектә урынынан ҡуҙғалып китә. Беҙҙе поездға өлгөртөргә кәрәк бит, ул ҡабалана. Мин артыма әйләнеп ҡарайым, унда доғаларын уҡый–уҡый, таяғына таянып ҡартәсәйем, йүгереп тигәндәй, автобусҡа эйәрә биреп әсәйем, тороп ҡалдылар. Улар алыҫлашҡан һайын минең йәнем әрней ине.
Ә мин туҡтауһыҙ илап, юлды ла, бергә китеп барған иптәштәремде лә, уҡытыусымды ла күрмәй, ишетмәй килеп еттем Магнит ҡалаһына. Шундай алама холҡом бар минең, бер илай башлаһам туҡтай алмайым. Күҙ алдымдан әсәйем китмәй. Миңә ҡаймаҡ биреп ебәрәм тип, анауынсама ҙур ауылыбыҙҙың икенсе осонда йәшәгән инәйебеҙгә барып, ҡаймаҡ айырттырып алып килгән әсәйемде бөтә йөрәгем, бөтә йәнем менән йәлләй инем мин. Һуң ҡаймаҡ булмағанда нимә булған? Был бер банка ҡаймаҡ булған ғына ғүмеремде түңкәрә һуҡты ла, минең күңелемдәге, йөрәгемдәге яман ҡылыҡтарымды аҡтарып килтереп сығарҙы алдыма. Ни тиклем холҡһоҙ икәнлегемде ярып һалды. Быны аңлауы һәм төҙәтеп булмаҫлығы бигерәк тә йәнемде ҡыя, үҙәгемде өҙә, ярһып-ярһып иларға мәжбүр итә ине.
Нимәгә шул бер банка ҡаймаҡ өсөн ҡабаланып, ҡарһаланып йүгерҙе икән әсәйем? Юлға нимә генә бешереп һалманы бит инде былай ҙа... Бөтөнләй тәмле – татлыны яратмаған, ашамаған, шәкәрле сәй эсмәгән миңә, сәй эсергә тәмлекәстәр булһын юлда тип, Ҡош теленә тиклем бешереп һалды ул. Әсәйемдең ҡош телдәре, моҡомдары шул тиклем татлы, тәмле телеңде йоторлоҡ була. Мәгәзиндең әллә ниндәй шәкәрле, шәрбәтле ризыҡтары, кәнфит, пищинйәләре, торттары, пирожныйҙары, ары торһон, әсәйемдең үҙ ҡулдары менән бешергән тәмлекәстәр бар саҡта. Эй әсәйемдең ҡулдары! Мөғжизәле, шифалы, иҫ киткес наҙлы ҡулдары...
Һыйырҙарыбыҙҙың һөтө безәүкәйҙәренән артмай, шуға һөт һала алмай әсәйем. Ә миңә ҡаймаҡ биреп ебәрәм тип эҙләүенең ғилләһе лә минән. Иртәнге сәй эскән ваҡытта, әсәйем өҫтәлгә яңы ғына мейестән сығарған икмәген телеп ултыртҡас, “Их, әсәй, ошо эҫе генә икмәк менән ашарға ҡаймаҡ булһа ине, ”- тигәйнем мин. “Булыр, булыр бәпәйем, ҡаймаҡ та, май ҙа булыр. Аҙыраҡ ҡына сабыр итегеҙ инде, быҙауҙар айыртылған һөт эсерлек ҙурайһын да, ҡаймаҡ, майҙан өҙмәҫмен үҙегеҙҙе”- тип йыуатҡан булды шунда әсәйем бөтәбеҙҙе лә. Ә үҙе миңә ҡаймаҡ эҙләп, йәнтәслимгә йүгереп ауылдың икенсе осона барып йөрөгән. Эй, әсәй, әсәй генәм...
Мин берәүҙең дә һорауына яуап бирмәйем, һөйләшә алмайым. Сөнки минең бар булмышымды үкенес өтөп алып бара. Был әсе үкенес мине эстән яндырып, ҡаралай көйөрлөк хәлгә еткерҙе. Шуға ла өнөм тығылып, үҙемдән бер һүҙ ҙә һығып сығара алмайым. “Әсәй, әсәйем, әсәкәйем ғәфү итә күр мине, алйот ҡыҙыңды! Зинһар ғәфү ит, ғәфү ит”... Ошо һүҙҙәрҙе әсәйемдең үҙенә хәҙер генә үҙенә әйтә алмауым, мине тағы ла нығыраҡ хәсрәткә батырып китә лә, күҙ йәштәре булып туҡтауһыҙ аға ла аға.
Оло ғаиләбеҙҙә ете бала, ҡартәсәйем, өләсәйем, атайым, барлығы ун бер кешебеҙ. Әсәйем бөтәбеҙҙе лә тәрбиәләй, баға, бешерә, йыуа, кейем тегеп, бәйләп кейҙерә, атайым менән бергә быйма баҫа, ниндәй генә эштәр эшләмәй ул минең әсәйем. Бөтәһен дә белә, бөтәһенә лә өлгөрә һәм еренә еткереп үтәй. Унан–бынан, яҙа–йоҙа эш эшләргә яратмай әсәкәйем. Ул кейем текһә йәки бәйләһә, ысын яһау була, аш–һыу әҙерләһә, телеңде йоторлоҡ, ҡашығаяҡ йыуһа, көҙгөләй ялтырап тора, мейес сығарһа бер ғүмергә етерлек ныҡ була. Етмәһә ул эшкә лә йөрөй, эшендә лә, өйҙә лә һәр ваҡытта өлгөрә. Әсәйем бер ваҡытта ла арығанын һиҙҙермәй, һуҡранмай, ризаһыҙлыҡ белдермәй, ауырыһа ла ҡауғаламай, ыңранмай. Үтә сыҙамлы, үтә тыныс, үтә сабырлы шул минең әсәйем, әсәкәйем ғәзизем...
Ә беҙ, ете балаһы, ете төрлө, ете холҡло. Шуларҙың араһында иң яманы, иң аламаһы, иң холҡһоҙо, үҙ һүҙле, үгеҙ күҙлеһе - мин. Эйе, эйе - мин! Мин әсәйемде, һөйөклөмдө ныҡ, бик ныҡ рәнйеттем, ә ул миңә юҡ ҡаймаҡты эҙләп табып, алып килеп йөрөй. Эй, әсәй генәм, әсәкәйем... Әлбиттә бик яратам мин әсәйемде, уны тыңлайым, ҡушҡан йомоштарын тулыһынса үтәйем, кәрәк саҡта ярҙам итергә тырышам. Әммә, нисек үтәйем һуң мин әсәйемдең ҡушҡан йомоштарын? Ҡырҡ
әйттереп, ынйытып, көйҙөрөп саҡ үтәйем. Ҡайһы саҡта ул миңә әйтеп арый ҙа, үҙе эшләп ҡуя ҡушҡан эшен.
Ә мин китаптарымдан айырыла алмайым, бигерәк тә әҙәби китаптар яратам. “Был донъяға ҡулына китап тотоп тыуған минең Зилдәм, китаптарҙы һыу һымаҡ эсә,”- тип көлә минән ҡартәсәйем. Тағы ла бер бик яратҡан шөғөлөм бар – был спорт, бигерәк тә боҙҙа фигуралы шыуыу. Шул ярыштарҙы күрһәтә башлаһалар, телевизорҙан айырыла алмайым. Тап шундай ваҡытта, йә иҫем китеп ярыштар ҡарағанда, йә уҡыған китабымдың иң ҡыҙыҡ ерендә әсәйемдең йомошо килеп сыға. Шунан мин һөйләнә-һөйләнә, уның бер һүҙенә ҡырҡ һүҙ менән яуап биреп, йүгерә–йүгерә, унан-бынан-тегенән башҡарам ул ҡушҡан эште. Ә ундай еренә еткереп эшләнмәгән эште яратмаған әсәйем, ҡабул итмәй минең этеп–төртөп эшләгән эшемде. Һис тә әрләмәй мине, тауышын да күтәрмәй ул, ә тыныс ҡына ҡабаттан эшләргә ҡуша. Был инде мине сығырымдан сығара. Даһыр–доһор ҡабаттан эшләйем дә, әсәйемә: “Бөгөнгә булды, эш ҡушма миңә бүтән, мин иртәгә тиклем юҡ! Минән башҡа балаң юҡмы әллә? Ҡуш, ана тегеләреңде эшләт! Нишләп был өйҙә миңә бөтөнләй тыныслыҡ юҡ?” – тип ҡысҡырынам да, ишекте шарт ябып өйгә инеп китәм.
Өйгә инәм дә йә китабыма, йә телевизорға йәбешәм. Инде мине берәү ҙә урынымдан ҡуҙғата алмаясаҡ. Башҡа ҡамасаулап та тормайҙар мине. Әйткән һүҙемдән бер мыҫҡал да тайпылмаҫымды бөтәһе лә беләләр бит инде. Мин үҙем килеп сыҡҡансы берәү ҙә яҡын килмәй яныма. Бәләкәй ҡустым менән һеңлем дә көндәге һымаҡ бимазаламай хатта. Аҙ ғына шашынҡырһалар, тос ҡына йоҙроҡло апайҙарының береһен дә аяп тормаҫын бик яҡшы белә бит инде икәүһе лә... Шулай гел генә дау менән эшләйем мин ҡушылған эште.
Минең әсәйем алдындағы ғәйебем ошолар менән генә бөтһә ҡайҙа ла һуң! Юҡ шул, юҡ! Ундай минең ваҡ–төйәк ҡылыҡтарыма үпкәләп тә тормай ул әсәй генәм. Ә минең ғәйебем башҡа һәм бигерәк ҙур ине. Мин был ғәйебемде үҙемә ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫмын инде, ғүмерҙә лә! Кешене ғүмере буйына үкендерерлек, шундай хаталар булмаһа ине ул...
Йыл ярым элек әсәйем менән атайым бөтәбеҙҙе лә йыйып алып, беҙгә яңылыҡ әйттеләр. Тиҙҙән беҙҙең ғаилә тағы ла бер кешегә арта, әсәйем менән атайым сабый көтә. “Тыуыр бала үҙ ырыҫы, үҙ ризығы менән тыуа. Имен-һау тыуһын, бәхетле булһын Алаһ бирһә! – тип ризалығын белдерә, доғаларын уҡый ҡартәсәйем менән өләсәйем...
Ҡустыларым, һеңлеләремде белмәйем, әммә мин ҡабул итмәйем был хәбәрҙе. Бар булмышым менән ҡаршымын быға. Һәм тура һүҙле, уйлағанымды йәшерә белмәгән мин, атайым менән әсәйемдең йөҙҙәренә тура бәреп әйтәм: “Һеҙ алйып бараһығыҙмы әллә? Һеҙгә ете балағыҙ әҙме? Тағы ла бала нимәгә һуң? Юҡ, кәрәкмәй! Минең һүҙем шул һәм мин был турала ишетергә лә теләмәйем башҡа! Белдегеҙме?”
Атайым менән әсәйем бер һүҙ ҙә әйтә алмай торған ерҙәрендә ҡатып ҡала. Улар икеһе лә, терәк булыр иң ҙур ҡыҙҙырынан, бирле икәнемде белһәләр ҙә, бындай уҡ ҡылыҡты һис тә көтмәгәндәрҙер инде. Шунан һуң мин атылып урамға килеп сығам. Бер аҙҙан инде йән фарманға йүгереп кәртә артандағы тауға менеп китәм...
Минең был ҡылығым өсөн өлкәндәрҙең береһе лә мине әрләмәне лә, асыуланманы ла, ауыр һүҙ ҙә әйтмәне лә, хатта ҡырын күҙ менән дә ҡараманылар. Улар мине шул тиклем яраталар, мин бирленән үҙемде лә ҡурсыйҙар ине шул. Мине генә түгел бөтәбеҙҙе лә, беҙҙең етәүебеҙҙе лә шулай ҡәҙерләп, иркәләп, һөйөп кенә торалар ине улар.
Ҡартәсәйем генә: ”Эй, балаҡайым, әсәйең менән атайыңа улай ҡаты булма. Атай менән әсәй бит улар! Шуны бер ваҡытта ла онотма. Һин ҡолонсағым хәҙер барыһын да аңлап етмәйһең. Бигерәк ҡыҙыуһың, үҙ һүҙлеһең, алабарманһың. Ваҡыты еткәс аңларһың, балам, аңларһың, тик шул ваҡытта үкенерлек булмаһын. Нимәлер эшләр, һөйләр алдынан тәүҙә ныҡлап уйла, балам, һин аҡылһыҙ түгелһең бит,” – тине миңә.
Бер аҙ ваҡыттан һуң әсәйемде, баланы юғалтыу ҡурҡынысы бар тип, дауаханаға һалдылар. Унда оҙаҡ ҡына ятты ул. Мин бер тапҡыр ҙа дауаханаға барып әйләнмәнем, әсәйемдең хәлен белергә лә теләмәнем. Ә дауахана беҙҙең өйгә күрше урам, өйҙән сыҡһаң туп-тура тыҡырыҡ дауаханаға барып инә, бары биш минутлыҡ ҡына юл. Ә мин... ә мин... Атайым ипләп кенә, минең яйымды ҡарап ҡына әйтеп ҡараны: ” Ҡыҙым, балам, һин беҙҙең беренсе, иң ҙур балабыҙ. Һин әсәйеңдең терәге, таянысы, ышанысы бит. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ үҙең дә беләһең. Ошондай ваҡытта һин кәрәк әсәйеңә, балам, бик кәрәкһең. Әсәйеңдең хәлен белеп, барып ҡына әйлән инде, ҡыҙым. Ул һине көтә бит, һеңлеләрең, ҡустыларың көнөнә әллә нисә барып әйләнә, ә һин бер ҙә барғаның юҡ. Бар инде...” – тине миңә. Әммә йөрәгем дә, күңелем дә ябыҡ ине минең. Хатта ишетмәнем дә шикелле мин уны.
Донъяла иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешемдең –  атайымдың һүҙҙәренә яуап биреүҙе лә күп күрҙем мин. Уға тишерҙәй итеп ҡараным да, бер һүҙ ҙә өндәшмәй сығып киттем. Әсәйем янына барманым да, теләмәнем дә. Ваҡыты еткәс әсәйемдең улы тыуҙы, ул бәпәйе менән ятҡанда ла барманым, дауаханан сыҡҡанда ла ҡаршы алманым. Бәпәйгә бер тапҡыр ҙа күҙ һалманым. Ә өйҙәге ҡалғандар өҙөлөп торалар инде шул бәләкәй генә сей йомғаҡ өсөн. Ҡартәсәйем менән өләсәйем доғаларын уҡып бөтә алмайҙар, өшкөрөп кенә торалар инде шул йомғаҡтай ғына малайҙы. Ҡыҫҡаһы өйөбөҙҙәге тормош шул сабый тирәһендә генә әйләнә башланы. Иртәнән кискә тиклем һөйләшеү ҙә тик шул турала. Әйтерһең донъя үҙәге - ошо бәпәй...
Ә атайым менән әсәйемдең бәхетен күрһәгеҙ! Улар йәшәреп киттеләр. Йөҙҙәренән бәхетле йылмайыу китмәй. Әйтерһең дә беҙҙең өйгә ошо бәләкәй генә “шпиндик” түгел, ә бар донъяның байлығы килеп ингән. Малайға Ҡәдим тип исем ҡуштылар. Иртәнсәктән кискә тиклем: “Ҡәдим уянды, Ҡәдим илай, Ҡәдим көлә, Ҡәдим асыҡҡан, Ҡәдим йоҡлай”... Өйҙә хәбәр тик шул бәпәй тураһында, әйтерһең дә башҡа һөйләр хәбәр юҡ! Ә атайымсы! Атайым, ниндәй генә алыҫ юлдан, нисек кенә арып, талып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, өҫтөн алыштырып, ҡулын йыуа ла, иң беренсе Ҡәдимде ала ҡулына. Бер килке ҡулдарында һикертә, наҙлап ҡына, ипләп еҫкәп кенә иркәләй, һөйә, уйната, сәпәкәй иттерә, өҫтәл артында алдына алып ултыра. Шундай ваҡытта уның йөҙөндә ниндәҙер иҫ киткес нур уйнай, сикһеҙ бәхетле ул...
Мин, аңлай алмайым быны, балаға бөтөнләй яҡынламайым. Уға инде дүрт ай ҙа булып китте, ә мин уның эргәһенә лә барғаным юҡ. Әсәйем миңә бер тапҡыр ҙа, бәпәйен бирергә ынтылманы, әүерәт, бәүет тип мөрәжәғәт итмәне. Һеңлеләрем әсәйҙең дә, бәпәйҙең дә эргәһенән китмәйҙәр, ана бәүетһен шулар, ә миңә кәрәкмәй тип уйлайым мин. Атайым да мине ҡустыма ылыҡтырырға тырышманы. Улар минең яҡтан тағы яман һүҙҙәр ишеткеһе, уҫал ҡараштар күргеһе килмәгәндер инде. Тик ҡартәсәйем менән өләсәйем генә ипләп кенә, яйлап ҡына мине бәпесте ҡабул итергә, уға өйрәнергә, “шпиндик” тип түгел, ә бер туған ҡустым итеп ҡарарға, уны яратырға өйрәтергә, уға ылыҡтырырға тырыштылар. Хәйләкәр ике әбейем, бер-бер артлы әүерәтеп, үҙҙәренсә юлдарын да таптылар.
Ҡартәсәйем бәпәйҙе алып ултырғанында һәр ваҡыт мине янына саҡырып ала ла:” Ҡара әле ниндәй матур ул һинең ҡустың, йылмайыуы үҙе ни тора, ҡулдары, аяҡтары бәләкәй генә, матур ғына. Уйынсыҡ шикелле генә булһа ла, сабыйҙың ҡулдары ныҡ көслө була, эләктереп алһа йыланды ла һығып үлтерер көскә эйә ул йәш бала. Бармағыңды биреп ҡара әле, ҡана-ҡана апайыңдың бармағын тотоп күрһәт әле,” - тип бармағымды бәпәйгә тоттора. Ғәжәп, шул бәләкәс кенә йән эйәһе ысынлап та ныҡ тота, ул минең бармағымды матҡып тотоп ала. Шунан ул бармаҡты ҡапмаҡ булып ауыҙына һөйрәй, миңә уға яҡын уҡ эйелергә тура килә. Ә уның еҫе шундай татлы, тәмле, иҫ киткес сихри еҫ! Мөғжизә инде бына! Был еҫте ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел һымаҡ тойола миңә, иҫ киткес татлы еҫ...

Мин бәпәйгә бармағымды ҡабырға ирек бирмәй тартам, ул ебәрмәй, көс менән тартып алырға тура килә, сабый ауыҙы йәмшәйеп илай. “Йә, йә бәләкәсем, һәтес, һәтес, һәтестә беҙҙә матур бәпес бар. Илауы ла йыр кеүек бит минең ҡолонсағымдың!”- тип әүерәтә ҡартәсәйем баланы. Һай ҡартәсәйем дә алйыған, ҡайҙан йыр һымаҡ булһын инде, бушты...
Ә күҙҙәре насар, аяҡ–юллыҡ ҡына күргән өләсәйем, мине балаға яҡынайтыуҙың үҙенсә юлын тапты. Баланың бишеге янына килеп ултыра ла ул, китап уҡып ултырған миңә өндәшә: “Зилдә балам, миңә бәпәйҙе алып ҡына бир әле, илай бит. Бишеге бигерәк бейек мин йә күтәрә алмаҫмын, йә бишегенә төкөтөп, бер ерен ауырттырып ҡуйырмын. Ҡана, ҡана алып бир инде!”- тип мине саҡыра. Мин китабымдан айырылғым килмәһә лә тороп китергә мәжбүрмен. Сөнки өйҙә берәү ҙә юҡ. Бәпәй илай, өләсәйем борсола, тыңламайынса булмай бит инде. Ризаһыҙ ғына бишек янына киләм.
Мин бәләкәсте алырға ынтылам, ҡыуанып, ҡулдары менән миңә талпына ул, аяҡтары менән тыпырсына, тибенә, үҙе миңә ҡояш кеүек йылмая. Бер нисә минутҡа туҡтап ҡалам, бәпәйҙе күҙәтәм. Ысынлап та ныҡ матур икән дә был бәләкәс малай, ап-аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара күҙле, ҡаштары ла, сәстәре лә ҡап-ҡара. Үҙе тумалаҡ ҡына, көләкәс кенә. Ә еҫе һуң, еҫе һушты алырлыҡ. Мин уны ҡулыма алам, батарейкалы уйынсыҡ һымаҡ минең ҡулымда тыпырсынып, һикереп, уйнап тора ул, үҙе туҡтауһыҙ йылмая, ике ҡулы менән ҡолаҡтарыма йәбешә, битемде, танауымды тотоп ҡарай. Миңә был бик ҡыҙыҡ тойола, өй яңғыратып көлөп ебәрәм, бәпәйҙең күҙҙәре ҙурайып китә, ҡурҡыттым шикелле мин уны ҡапыл ҡысҡырып көлөп. Тиҙ генә, иламаҫ борон, бәләкәсте өләсәйемә бирәм дә китабыма йәбешәм. Бер аҙҙан өләсәйем тағы миңә өндәшә: ”Зилдә, балам, мә, бәпәйҙе кире урынына һал, арып, йоҡлап китте.”- тип саҡыра ул мине. Мин йәнем көйөп тештәремде шытырҙатам, ләкин торам. Етмеш йәшкә етеп барған, етмәһә, күҙе күрмәгән өләсәйемде нисек тыңламайһың инде. Бәпесте ипләп кенә бишегенә һалам, ул мышнап ҡына йоҡлай, ә мин унан күҙҙәремде ала алмайым. Шундай матур була икән дә йәш бала һәм ул һине үҙенә арбай, тарта, алдаштыра.
Хатта мине лә яйлап-яйлап үҙенә ҡаратып ҡуйҙы был бәләкәс кенә йән эйәһе. Минең таш шикелле ҡатып ҡалған күңелем йомшарып, йөрәгемдәге боҙ иреп, йәнемә яҡты, йылы нур ингәндәй булды. Мин инде хәҙер был бәләкәс кенә
йән эйәһен күргем, тотҡом, еҫкәп, һөйгөм, иркәләгем генә килеп тора башланы. Дәрестәрҙән һуң нисек тә оҙағыраҡ өйгә ҡайтмаҫҡа тырышып, спорт залынан сыҡмай, йә волейбол, йә баскетбол уйнап, йә булмаһа тирҙа атып, көн үткәрә торғайным. Хәҙер инде мин дәрестәр бөткәнен саҡ көтөп алам да, атылып, осоп өйгә ҡайтып инәм. Бер минутта мәктәп формаһын сисеп ырғытып, икенсе кейем кейеп алып, ҡулдарымды йыуам да бәләкәс ҡустымды күтәреп ала һалам. Шул минуттарҙа минән дә бәхетле кеше юҡ!
Мине күреү менән ҡыуанып, ҡысҡырып ебәрә ул, күгәрсен һымаҡ гөрөлдәп, геүләп үҙенсә хәбәр һөйләй. Туҡтауһыҙ йылмая, талпынып миңә ынтыла. Ҡәдим минең танауымды тешләмәк була, бармаҡтарымды ауыҙына һөйрәй. Теш бөркә ул, шуға күрә булған нимәне ауыҙына тыға, сәйнәй. Мин уны ҡосаҡлайым, иркәләйем, күтәреп йөрөйөм, һауаға һикертеп уйнатам, бәүетеп йоҡлатам, эргәһенән китмәй мәж киләм. “Ана шулай, әллә ниндәй туң йөрәкте лә иретә ул йәш бала. Аллаһҡа шөкөр, Зилдә балам, был һинең ҡаның, бер туған ҡустың. Афарин, аңланың, ҡыҙым! Үҙеңдән-үҙең яратып китерһең әле ҡустыңды, үҙ ҡаның яраттыра ул, бигерәк тә йәш бала тигәйнем бит,”- тине миңә ҡартәсәйем. Ике әбейем, ҡартәсәйем менән өләсәйем ҡыуанып бөтә алмай миндәге был үҙгәрешкә. Иң ныҡ ҡыуанғаны атайым менән әсәйем инде, әммә улар миңә һиҙҙермәй генә ҡыуана. Мин уларҙың бер-берһенә йылмайып ҡараш ташлап алыуҙарынан, бәхетле йөҙҙәренән һиҙәм хис–тойғоларын. Беҙҙең өйҙә шулай итеп бәхет, шатлыҡ урынлашты.

Зилдә Хәмиҙуллина

дауамы киләһе айҙа

Автор:
Читайте нас