+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
17 Июль , 13:55

Ялҡау күрше. Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһының ижады

Борон-борон заманда йәшәгән ти, бер Ҡуян. Ул бер эш эшләргә яратмаған, һикергеләп тик йөрөгән. Асығып китһә, күршеләргә инеп, һыйланып ҡайтыр булған.  

Бына шундай көндәрҙең береһендә ул Айыу дуҫына ҡунаҡҡа барған. Тәмлетамаҡ туйғансы тығынған. Кинәнесенән: “Бик тәмле, рәхмәт, күрше! Ярҙам кәрәкһә, саҡыр”, — тип ҡайтып киткән.

Көҙ еткәс, тайыштабан, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп:

— Ҡуян дуҫ, ярҙамға кил әле, быйыл баҡсала уңыш мул, үҙем генә өлгөрмәйем, — тип үтенгән.

— Әй, тайыштабан, ваҡытым юҡ бит әле, — тип яуап биргән ҡылый.

Айыу, бик асыуланып, ҡайтып киткән. Шунан йылғыр тейендәрҙе саҡырып, мул уңышын йыйып алған. Бер ваҡыт Айыу, эшен бөтөрөп, бәлеш бешереп, сәй эсергә йөрөй икән. Картуфлы бәлеш еҫе урманға таралған. Был Ҡуяндың танауын ҡытыҡлаған. Ҡуян ялынып килһә, Айыу уға ишеген дә асмаған хатта: «Кем эшләмәй, шул ашамай”, — тигән.

Арина ЕЛХОВИКОВА, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: