+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
18 Июль , 11:41

Тәбиғәт дәресе

Элина РАФИҠОВА, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәхәлем мәктәбе уҡыусыһының хикәйәһе.

Тәбиғәт дәресе
Тәбиғәт дәресе

Алмас исемле бер малай йәшәгән. Уның яратҡан кәсебе футбол икән. Йыш ҡына, мәктәпкә бармай, гел урамда туп типкән ул.

Бер мәл тубы урманға осҡан. Уны эҙләп, малай шунда йүгергән. Ағас башында тейендең ояһын күреп ҡалған. Ҡышҡа әҙерләнеп, тейен бәшмәктәр, тубырсыҡтар йыйған булған. Алмас, ағас башына менеп, тейендең йыйған аҙыҡтарын туҙҙырған, ти.

Был уға бик оҡшап ҡалған. Юлында осраған бер ҡырмыҫҡа иләүен дә туҙҙырған. Сысҡан өңдәрен күмгән, артынан ҡош оялары ла туҙып ятып ҡалған.

Бара торғас, тағы бер ҙур ояға тап булған һәм ҡулындағы таяғын шул өңгә тыҡҡан икән, унан бүре килеп сыҡҡан, ти. Малай ҡурҡышынан йән фарман ауыл яғына һыҙған. Ярай әле шәп футболсы, йүгерек, юғиһә, харап булыр ине.

Шулай итеп, тәбиғәт уға һабаҡ биргән. Хәҙер иһә Алмас бер дәресен дә ҡалдырмай, ти.

Элина РАФИҠОВА, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәхәлем мәктәбе уҡыусыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: