Илзирә Вәлиева — Бөрйән районының Мораҙым ауылы ҡыҙы. Күрше Байназар мәктәбендә туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң әле Белорет медицина колледжында белем ала. Илзирәнең шиғырҙары бик төҙөк, мәғәнәле. Йәш, өмөтлө шағирәгә бик ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ. Тиҙҙән йәш яҙыусылар сафында күрергә насип булһын.
Күңел төҫө
Минән һораған булһалар:
Ниндәй төҫтә күңелең?
Яуап бирһәм, аптырарҙар,
Сөнки белмәйем үҙем.
Бәлки, ул хәҙер һарылыр,
Ҡояштың нуры һымаҡ?
Кешеләрҙе йылыталыр,
Наҙлы һүҙҙәр бит байтаҡ.
Бәлки, күккә әйләнгәндер,
Туңып торалыр төптә?
Ғәйбәт тыңлап, рәнйегәндер,
Шуға ҡуйғандыр нөктә.
Бәлки, уның төҫө — ҡыҙыл?
Һөйөү тип янып тора.
Ысынында улдыр былбыл,
Моңло йырын ул һуҙа.
Бәлки, ул йәшел төҫтәлер,
Тыныслыҡты ярата.
Юғалғандыр мәшәҡәттәр,
Улар бик ныҡ ялҡыта.
Бәлки, уның төҫө — зәңгәр,?
Һағыналыр бар ерҙе:
Тыуып, тәпәй баҫҡан мәлде,
Әсе, һыуыҡ бер елде.
Әйтә алмам, шундай төҫтә
Күңелем минең, тиеп.
Бәлки, төҫө юҡтыр берҙә,
Ямғыр яуалыр һибеп?
***
Ҡыҙыл сарафан
Тектем ҡыҙыл сарафан
Уҙемә ярап торған.
Сәстәремде тараным,
Көҙгөгә лә ҡараным.
Миңә бик ныҡ килешә
Ап-аҡ төҫтәге эшләпә.
Сығырға булдым тышҡа,
Кейенмәнем бит бушҡа.
Ҡыҙҙыра бит ҡояшҡай,
Бал ҡорттары ла шаулай.
Парлы күбәләктәр ҙә
Баш осонан осҡолай.
Һыу буйындағы тауыштар
Бында тиклем яңғырай.
Урамдағы бар күҙҙәр
Сарафандалыр, буғай.
Кемеһелер, һоҡланып,
Ҡарап ҡала артымдан,
Кемеһелер, көнләшеп,
Минән ситкә тартыла.
Кешеләрҙең һәр ҡарашы
Миңә шулай күренде.
Кемдер унда шыбырлашты,
Кәйефем бер аҙ төштө.
Тик кәйефем төшһә лә мин
Һис эймәнем башымды.
Тағы ла юғары ҡарап,
Дауам иттем юлымды.
***
Һалдат
Ятамын һыуыҡ ерҙә,
Ғүмер юлымды уйлап.
Йәш тамсыһы аҡты ергә,
Сикәмдә юлаҡ яһап.
Ниңә икән мин алдан
Донъя ҡәҙерен белмәнем.
Күпме ваҡытым уҙған,
Үткәнен дә һиҙмәнем.
Ниңә икән әсәйемде
Ҡайтҡан саҡта һөймәнем.
Хәҙер миңә көймә инде,
Әсәй, мин бит белмәнем.
Әсәйемдең тәмле ашын,
Сәйен баллап эсһәмсе.
Матур һәм наҙлы ҡарашын
Тағы берҙе күрһәмсе.
Иламаҫһың, йәме, әсәй,
Ҡайғырма зинһар өсөн.
Мотлаҡ еңәсәк Рәсәй!
Күрербеҙ еңеү көнөн.
Килгәйнем мин был ергә,
Тыуған еремде яҡлап.
Әле ятамын һыуыҡ ерҙә,
Ғүмер юлымды уйлап.
***
Картуф
Сыҡҡайным мин баҙарға
Кәртүк һатып алырға.
Барҙым белгән ағайға,
Ҡыйҙым унан һорарға:
Һаумы ағай, нисек хәлең?
Ҡайҙа тәмлекәстәрең?
Тик миңә кәрәк кәртүк,
Бир бер нисә бөртөк.
"Һаубыҙ әле, бара инде", —
Тип миңә ағай әйтте.
Тик миндә кәртүк һатылмай,
Бәрәнге генә килде.