+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
24 Июль , 14:17

Шәрифулла. Хикәйә. Мотал Рәмов

Кемгә нисектер, ә мин бөгөнгө техник прогресс ваҡытында ла радионан ағылған элекке, йәғни беҙ бала саҡтағы йырҙарҙарҙы тыңларға яратам. Бына әле лә төшкө сәй мәлендә радионан күңелемә бик яҡын, үтә лә таныш һәм танһыҡ моң ағылды: Ауылымдан китәм, ауылымдан Шашып һағыныр өсөн... Ашар ашымды ла онотоп, йыр тәьҫирендә үткәндәргә табан йүгерҙем...  Бына ул – минең бала сағым, йәшлек йылдарым үткән ауылым урамы... Ап-аҡ эзбиз менән ағартылған өйҙәр әллә ҡайҙан ауылыма – Ҡараһаҙыма саҡырып, йәйге ҡояштың ҡыҙыу нурҙарына балҡып ултыралар... Кем генә һағынмай икән Әкиәттәй бала сағын?! ...Ҡыҙыу ҡояштың томраһы бер аҙ һүрелгәс, барлыҡ бала-саға урамға һибелер ине. Ана бит, әле лә улар түбән остағы майҙансыҡҡа йыйылғандар ҙа, өйкөлөшөп, ниндәй уйын ҡороу хаҡында бәхәс ҡоралар.

Шәрифулла. Хикәйә. Мотал Рәмов
Шәрифулла. Хикәйә. Мотал Рәмов

Кемгә нисектер, ә мин бөгөнгө техник прогресс ваҡытында ла радионан ағылған элекке, йәғни беҙ бала саҡтағы йырҙарҙарҙы тыңларға яратам. Бына әле лә төшкө сәй мәлендә радионан күңелемә бик яҡын, үтә лә таныш һәм танһыҡ моң ағылды:

Ауылымдан китәм, ауылымдан

Шашып һағыныр өсөн...

Ашар ашымды ла онотоп, йыр тәьҫирендә үткәндәргә табан йүгерҙем...  Бына ул – минең бала сағым, йәшлек йылдарым үткән ауылым урамы... Ап-аҡ эзбиз менән ағартылған өйҙәр әллә ҡайҙан ауылыма – Ҡараһаҙыма саҡырып, йәйге ҡояштың ҡыҙыу нурҙарына балҡып ултыралар...

Кем генә һағынмай икән

Әкиәттәй бала сағын?!

...Ҡыҙыу ҡояштың томраһы бер аҙ һүрелгәс, барлыҡ бала-саға урамға һибелер ине. Ана бит, әле лә улар түбән остағы майҙансыҡҡа йыйылғандар ҙа, өйкөлөшөп, ниндәй уйын ҡороу хаҡында бәхәс ҡоралар.

–“Күл” уйнайбыҙ бөгөн... мин бәләкәй тубымды ла алдым бына! – Һәр ваҡыт алда булырға яратҡан Рәйҙә уртағараҡ сыға. – Әйҙә, уҙаҡланышығыҙ ҙа, башлайыҡ!

–Кисә генә уйнаныҡ та баһа уны... гел генә һин тигәнсә булмай, “Һуғып ҡасҡыс” уйнайбыҙ! – Алабарманыраҡ Кәбирә Рәйҙәгә ҡаршы төшә. – Тайфа, әйҙә, беҙ икәүләп бүләйек командаларҙы!

–Әллә, башҡалар нимә ти бит... – Һәр эште уйлап эш итергә өйрәнгән Тайфа баҙап ҡала... Шул саҡ аранан бер малай һөрән һалырға ашыға:

–Ана, Шәриф сыҡты, хәҙер ул әйтер нимә уйнарға икәнлекте! – Үҙе Шәрифуллаға ҡаршы йүгерҙе. – Шәрифулла, мынауҙар нимә уйнарға тип талашып тик торалар, әйт әле шуларға!

Шәрифулла, ауыҙы ҡолағына етеп, ҡәнәғәт йылмайып ебәрә:

–Һе, нимә тип әйтәйем икән? Ну, шантрапалар, нимәгә бәзерәйҙегеҙ? Уйнағығыҙ киләме? Улайһа, давай, “Уҙаман” уйнайбыҙ! Бер яҡта – мин уҙаман! Икенсе яҡҡа кемде ҡуябыҙ?

Әле генә үҙ-ара сутырҙашып бәхәсләшкән малай-ҡыҙҙар тиҙ арала парлаша башлай.

Шәрифулла:

–Ха-ха-ха, мин һеҙгә уҙаман һайлағыҙ, тинем дә ул... һиңмайҙар!

–Шәрифулла ағай, бер яҡта – һин, икенсе яҡта – Хәкимйән инде... Гел шулай була ла инде...

–Маладис, һеңлем, правиланы беләһең икән әле! Көйпән, әйҙә, кил уҙамандар булғас, икәүләшеп командалар төҙөйбөҙ инде...

...Балалар, парлашып, уҙамандар янына килә:

–Әтек-мәтек!

–Сәләмәтек!

–Һайыҫҡанмы, ҡарғамы?

Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табырға яратҡан Шәрифулла, оҙон кәүҙәһен эйелдереп-бөгөлдөрөп, көлөргә тотона:

–Ха-ха-ха, табаһығыҙ ҙа инде ҡушаматты... Йә, кемегеҙ ҡарға?

–    Башта һайла, ағай...

–    Әй, шулай бит әле... Көйпән, һиңә кемеһе нығыраҡ оҡшай – ҡарғаһымы, һайыҫҡанымы?

–    Һайыҫҡан шәберәк йүгерә инде былай...

–    Һайыҫҡан, сыҡ Көйпән яғына!

Сибек кенә Рәфис Хәкимйән янына барып баҫҡас, Шәрифулла тағы хахылдарға тотона:

–Ныу, ҡушаматың үҙеңә килешеп тора бит, әй... оҙон ҡойроҡ ҡына етмәй... ха-ха-ха!

–Зато һинең ҡарғаң тып-тыңҡыш! – Дуҫының уҙаҡсынан көлөүе Хәкимйәндең сәменә тейә. – Йүгерә аламы икән әле...

Бына шулай уҙаҡсыларҙың һәр береһен энәнән-ептән үткәреп, уларға үҙ баһаларын биреп, ике уҙаман командалар йыйып ала. Был ваҡытҡа үрге остан да малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын килеп ҡушыла. Шулай итеп, 15-20-шәр баланан торған командалар сыр-сыу килеп уйын башлай. Туп нығыраҡ тейгән бәләкәйҙәр илай-илай өйҙәренә йүгерә... Уйынды тамаша ҡылып, өй алдындағы эскәмйәләрҙә ултырған ололар үҙҙәренсә киҫәтеү яһайҙар:

–Шәрифулла, ипләберәк уйнағыҙ, берәйһенең йән еренә һуғырһығыҙ!

–Бәләкәйҙәрҙе ҡушмаһағыҙ ҙа була инде...

–Үҙҙәре бит, беҙ ҙә уйнайбыҙ, тип теңкәгә тейәләр... Ярай, кәләш алғандарынса төҙәлә ул, – көсөргәнешле уйын мәлендә лысма һыу булған Шәрифулла, маңлайындағы тирен башындағы кепкаһы менән һөртә-һөртә ололарға яуап бирергә лә өлгөрә...

Уйын көтөүҙән һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр ҡайтҡансы дауам итә...  Арып, арманһыҙ булған ҡыҙ-малайҙар мал теүәлләшергә өйҙәренә таралыша...

***

...Ауыл балаларының ҡото булды инде Шәрифулла! Ҡайҙа, ниндәй уйын – уртала һәр ваҡыт ул! Ә уның мәҙәктәрен, ҡыҙыҡ хәлдәрен һөйләп бөтөрөп тә булмайҙыр... Завклуб Зәлиә апай, берәй концерт-маҙар ойошторорға булһа, иң элек әлеге лә баяғы Шәрифуллаға һүҙ тишә:

–Шәрифулла, ҡустыҡайым, тағы һиңә көн төшөп тора бит әле ул... Әллә, мин әйтәм, ауыл халҡына берәй байрам яһап алабыҙмы?

–Ха, яһайбыҙ уны, беҙҙең кеүек аҫыл егеттәргә шәйме ни ул! – Апайының башта үҙенә  мөрәжәғәт итеүенән күңеле булған үҫмер егет шунда уҡ эләктереп тә ала. Ә кис ауыл йәштәре төркөм-төркөм  булып клубҡа ағыла. Буласаҡ концерттың нисегерәк булырын, кемдәрҙең сығыш яһарға тейешлеген дә шул Шәрифулла билдәләй инде. Ә уның үҙенең сығышын халыҡ һәр саҡ ашҡынып, дәррәү алҡыштар менән көтөп алыр ине. Бигерәк тә ауылда шаянлығы һәм сослоғо менән дан алған Хәлимә еңгәй менән парлашып сығыш яһауҙары үҙе  бер мәҙәк булды. “Еҙнәкәй” йырына нигеҙләнеп йырлаған шаян йырҙарына олоһо ла, кесеһе лә йығылып ятып көлөрҙәр, хуплап ҡысҡырырҙар ине.

–...Аяҡтарың ник кәкрәйгән, еҙнәкәй?

–Тайыш итек кейгәнгә, балдыҙым-ялғыҙым!

.......................................................................

–Мейес башына нигә мендең, еҙнәкәй?

–Карауатың тип белдем, балдыҙым-ялғыҙым!

Бына ошондайыраҡ юҫыҡта йырлайҙар ине улар...

Кистәрен ауыл йәштәре клубта йыйыла, йырлап-бейеп күңел аса... Бындай көндәрҙә әлеге лә баяғы Шәрифулла ағайыбыҙ иғтибар үҙәгендә! Бер көн ул шулай эскәмйәлә башҡалар менән гәп һатып ултырған еренән һөрән һалды: “Тәҡдим бар! Әйҙәгеҙ, ауылдағы мәҙәк хәлдәрҙән, ҡыҙыҡтарҙан тамаша ойошторабыҙ! Кем риза?” Әлбиттә, барыһы ла бер һүҙһеҙ риза була! Күп тә үтмәй сәхнәлә ысын концерт башлана! Күрше ауылдарҙан килгән йәш-елкенсәк тә ҡушылғас, клубтың тамаша залы шығырым тула, дәррәү ҡул сабыуҙарҙан тирә-яҡ гөрләп тора...  Кемдәрҙе генә һынландырмай ауыл йәштәре! Тамаша ҡылыусылар һәр береһен танып, үҙ баһаларын бирә: “Былары Гриша менән Саша булды!”, “Ха-ха-ха, Шәрифтең әсәһе лә инде быныһы!”... Уңғансы булмай, өс ҡыҙ “Ҡәйнә менән килендәр” бейеүенә төшөп китә – быныһы инде үҙе бер театр!

Һыйырын да һауырбыҙ,

Һыуына ла барырбыҙ!

Түбән осҡо Сәғиләнең

Сәйенә лә барырбыҙ!

Ҡыҙҙар ошолай таҡмаҡлап бейегәндә барыһы ла тын ала алмай көләләр, кемдәрелер, түҙмәйенсә, хатта тышҡа уҡ сығып китә. Клубҡа яҡын йәшәгән әбей-һәбейҙәр, ҡатындар ҙа бындай тамашаларҙан ситтә ҡалмай, аҙаҡ бик оҙаҡ телдәренән төшөрмәй һөйләйҙәр... Ҡыҙыҡлы тамашаны күрмәй ҡалғандары иһә, клуб мөдирен һөжүмгә ала, йәнәһе, давай, беҙгә лә күрһәтһендәр!

***

Йор һүҙле, бер кемгә лә һис насарлыҡ уйламаған саф күңелле Шәрифулла ағайыбыҙ ҙа алтмышын артмаҡланы инде. Ул-ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй ул еңгәй менән. Ә шаянлығы, кеселеклелеге әле лә йәшлегендәге кеүек! Ауырыу ҡалһа ла, ғәҙәт ҡалмай, тигәндәре шулдыр, күрәһең...

Мотал Рәмов.

Автор:
Читайте нас: