Иртәгә – ял, көндәр матур тора, шунан файҙаланып, өсәүләп Асылыкүлгә балыҡҡа юлланмаҡсы улар.
– Малайҙар, барһаҡ, иртәгә барабыҙ! Киләһе шәмбе өйҙә картуф ҡаҙабыҙ бит, бушай алмаҫмын, – тип үҙ һүҙен әйтте Азамат.
– Беҙҙең былай иртәгәгә бер ниндәй ҙә ҙур эш юҡ шикелле, әсәйем мине ебәрер ул, – тип ризалығын бирҙе Дамир.
Илшат ҡына икеләнә:
– Минекеләр ебәрерме икән? Һораманым бит әле...
– Иртәгә үк барайыҡ, ана, беҙҙең күрше Мансур ағай кисә күп итеп тотҡан, киптерергә лә элгән, бешереп тә ашағандар. Бөгөн мин ҡайтҡас та ҡармаҡтарҙы ҡарармын, селәүсен ҡаҙыр-мын. Иртәнге етелә ауыл осонда осрашайыҡ, велосипедтарҙы әҙерләп ҡуяйыҡ кистән…
Егеттәр һүҙ беркеткәс, һәр береһе эшлекле йөҙ менән өйөнә ашыҡты.
Иртәгеһенә, осрашаһы ваҡытта, Азамат менән Дамир ауыл осонда тора ине инде. Илшат ҡына юҡ та юҡ. Иптәштәре берсә уларҙың өйө яғына ҡарай, берсә дилбегә буйы ҡалҡҡан ҡояшҡа күҙ һала.
Ана, Илшат күренде. Яйлап ҡына быларҙың эргәһенә килеп туҡтаны.
– Нимә йоҡлап ятаһың? Һине көтә-көтә арыныҡ бит, – тип шелтәләп алды Азамат.
– Гел һуңлайһың да йөрөйһөң, һине һөйләшелгән ваҡытта көтөүҙең файҙаһы юҡ, – тип, Дамир ҙа ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Әсәйем ҡалаға киткәйне, атайым уятмаған, – тип аҡланырға тырышты Илшат. – Ашарға ла әҙерләп алырға ваҡыт булманы...
– Йә, ярай, ас булмаҫһың, минең дә биштәр тулы аҙыҡ, Азаматтыҡы ла. Әйҙә ҡуҙғала һалайыҡ, барып еткәнсе төш етә хәҙер.
Малайҙар, велосипедтарына атланып, бер-бер артлы ҡуҙғалып китте.
Сентябрь айының иртәһе һалҡын ғына кеүек ине, бара торғас, шыбыр тиргә батты малайҙар. Соҡор-саҡырлы юлда велосипед педален ишеүе ауыр, арҡалағы рюкзак та арыу ғына икән. Ара яҡын кеүек күренһә лә, Асылыкүл, ауылдан биш-алты саҡырым самаһы барҙыр.
Тәғәйен урынға килеп еткәс, кешеләр аҙыраҡ булған яр башын һайланы малайҙар. Кеше йыйылған ерҙә тауыш күп бит, ул ҡысҡырышыуҙарҙан балығың ҡурҡышынан әллә ниндәй төпкә төшөп ятыр!
Азаматтың ҡармағын кисә атаһы ҡарап биргәйне: ҡалҡыуысын алмаштырҙы, батырғысын рәтләне. Вәкил ағай бик оҫта балыҡсы булған йәш сағында, хәҙер генә ул был шөғөлдө бәләкәй малайҙар өсөн тип һанай. Азамат бәләкәй сағында атаһының ҙур суртан тотоп алып ҡайтҡанын әле лә хәтерләй, ул балыҡты малайҙары йоҡонан тороп сығыуға, тупһа эргәһендәге ҡоймаға айғолағынан элеп ҡуйғайны. Суртан янына алты йәшлек Азатты баҫтырғайнылар, икеһе лә бер оҙонлоҡта булып сыҡты. Ул балыҡты күрергә күрше-күлән килгеләне хатта. Йәл, фотоаппарат булмағас, фотоға төшөрә алманылар тарихи табышты.
Дамирҙың атаһы юҡ – бынан бер нисә йыл элек йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуйҙы. Ул әсәһе, ҡустыһы, өләсәһе менән йәшәй. Ҡармағын атаһының бер туған ҡустыһы Самат ағай йүнәтеп биргән.
Илшаттағы ҡорал – атаһыныҡы. Уға был ҡиммәтле бүләкте бер дуҫы яһаған, ти. Шундай матур, ҙур ҡармаҡлы, оҙон епле, күл эсенә тиҫтә метрға тиклем ташлап була. Иптәштәре, бик ҡыҙығып, затлы әйберҙе тотоп-тотоп ҡараны, үҙ баһаларын ҡуйҙы.
– Бик шәп бит был! Беҙгә лә биреп торорһоң әле, Дамир менән алмашлап тотоп ҡарарбыҙ, – тине Азамат.
– Юҡ, малайҙар, атайым, кешегә бирмә, үҙең генә ҡуллан, тине. Ватып ҡуйһағыҙ әле, миңә бит әрләнергә, – тип киреләнде Илшат, ҡыуалын үҙенә тартыбыраҡ.
– Йә, ярар, әйҙә, эш менән булайыҡ, буш хәбәргә ваҡыт әрәм итмәйек, – тип саҡырҙы иптәштәрен Дамир.
Малайҙар әйберҙәрен, велосипедтарын бер тирәгә ҡуйҙы ла, яр буйына, һәр береһе үҙенә оҡшаған урынды һайлап, ергә ултырҙы.
Иң беренсе сабаҡ Азаматтың ҡармағына эләгеп, ярға ялтырап сығып ятты ла һикергеләргә кереште.
Уны ысҡындырғас, ауыҙы ҡолағына еткән аусы:
– Балыҡ, ҡап, ҡап, яр башында ялтырап ят! Бар, атайыңды саҡыр, әсәйеңде саҡыр, туғандарыңды саҡыр! Тфү-тфү! – тип “өшкөрөп”, һыуға кире ырғытты. Унан:
– Ҡапты, ҡапты! – тип Дамир ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡармағына бармаҡ буйы ғына алабуға эләккән икән.