+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
29 Июль , 11:32

Гөлназ Ҡотоева шиғриәте

Гөлназ Ҡотоеваның "Ҡырҡ сырағым" төркөмөнән clck.ru/3CB8CJ  ижади күстәнәс:        

Гөлназ Ҡотоева шиғриәте
Гөлназ Ҡотоева шиғриәте

Наҙлы йомғаҡ, нур-көлтә.
Улар йөрөгән сәхрәлә,
Гүйә, бала саҡ көтә.

Бәпкәләр ҡыуып китәмен,
Улар артынан ҡалмай.
Хәтирәләр өйөрөлтөп
Минең булмышты ялмай.

Ҡаршыңа килер ышанып
Йылыҡай ғына йомғаҡ.
Ал да ҡыҫып-ҡыҫып ярат,
Бала саҡтағы һымаҡ.

Йылынып китә тирә-яҡ.
Ҡояш сыға күңелдә.
Бәпкә ҡыҫып тотҡан сабый
Бөгөн мин дә, түгел дә!

Бәпкәләр ҡыуып китәмен,
Күңел иҙрәй сафлыҡта.
Нур йомғаҡтары күңелде
Тултыра тик шатлыҡҡа.

Йәшел сирәмдә - бәпкәләр,
Ҡайтара сабый саҡҡа.
Гүйә, наҙ көлтәһе инә
Улар менән ҡосаҡҡа.

Гөлназ Ҡотоева.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: